Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шикте ниҙәр көсәйтә?

Һәр яңылыҡ — онотолған иҫкелек.

Күптән түгел үткән Гайдар форумында Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудрин белдереүенсә, иҡтисади үҫешкә өлгәшеү эшсе ҡулдарға, йәғни хеҙмәт ресурстарына, етештереү тармаҡтарына инвестиция йүнәлтеүгә һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға бәйле. Был йәһәттән хәл итеүҙе көткән проблемалар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, һумдың арзанайыуы, халыҡтың аҡсалата килеме түбәнәйеүе арҡаһында Рәсәйгә сит илдәрҙән эшкә килеүселәр аҙая. Быға һуңғы йылдарҙа миграцияны кәметеүгә булышлыҡ иткән рәсми саралар ҙа үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы.

Маҡсат һәм мөмкинлек – икеһе ике төшөнсә

Контроль-иҫәп палатаһы етәксеһе мәғлүмәттәренә ярашлы, әле предприятиелар иҫәбендә йыллыҡ инвестициялар күләменә торошло аҡса хәрәкәтһеҙ ята, һәм, улар эшкә егелһен өсөн, властарҙың эшҡыуарлыҡҡа административ баҫымынан ҡотолорға кәрәк. Был осраҡта былтыр декабрь аҙаҡтарында Рәсәй Президенты Владимир Путин эшҡыуарҙар менән осрашҡанда айырыуса йыш телгә алынған һалымға ҡарамаған түләүҙәр хаҡында һүҙ бара. Ошо ҡаршылыҡты бөтөрмәй тороп, эре бизнестың хөкүмәттең милли проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ең һыҙғанып ҡатнашыуы икеле.

Рәсәй Президентының былтырғы указына ярашлы, демография, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ төҙөлөшө, экология, юл һалыу, мәшғүллек, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән 12 милли проект 2024 йылға ғәмәлгә ашырылыр тип көтөлә. Был һумдың һатып алыу һәләтен көсәйтеү иҫәбенә халыҡтың аҡсалата килемен арттырырға һәм фәҡирлекте бөтөрөргә, йәшәү мөхитен яҡшыртырға, ғүмерҙе оҙайтырға булышлыҡ итеп, илдең донъяла иң ҙур биш иҡтисад рәтенә сығарырға тейеш. Әммә, Бөтә донъя банкы белгестәре фаразына ярашлы, Рәсәйҙең төрлө кимәлдәге властары тарафынан әле күрелгән саралар менән генә был маҡсатҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Мәҫәлән, пенсия реформаһы, миграцияның бөгөнгө торошо ғына хеҙмәт ресурстары проблемаһын хәл итмәй. Шулай уҡ етештереү тармаҡтарына инвестицияларҙы, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса ла өҫтәмә саралар күреү талап ителә.

Алексей Кудриндың фаразына, күрәһең, тотороҡло нигеҙ бар. Мәҫәлән, хеҙмәт етештереүсәнлеге уҙған алты йылда алдан планлаштырылған 50 процент урынына ни бары дүрт процентҡа артҡан. Тулайым эске продукт иҫәбенә инвестиция иһә билдәләнгән 27 урынына 21 процентҡа ғына күбәйгән. Сәбәптәре билдәле, айҙар буйына түләнмәгән эш хаҡы үҙе генә лә хеҙмәт ресурстарына мөнәсәбәттең ни рәүешле булыуы хаҡында һөйләй. Был – бер. Икенсенән, етештерелгән продукцияның үҙҡиммәтендә хеҙмәткә түләүҙең өлөшө лә алдынғы илдәргә ҡарағанда ике-өс тапҡырға кәмерәк. Ошондай феодаль ҡоролошҡа хас күренештәр йәшәп килгәндә, әлбиттә, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү тураһында етди һүҙ алып барыу ауыр.

Суртан әмере буйынса…

Ватан иҡтисадын алға ебәреү өсөн иң элек директив алымдарҙың эшкә ҡушылыуын федераль хөкүмәттең вице-премьерҙары һәм Федерация субъекттары башлыҡтарының Рәсәй Президенты маҡсат итеп билдәләгән “иҡтисади һикереш”те тәьмин итеү буйынса барған һөйләшеүҙәрендә лә күҙәтергә мөмкин. “Аҡса тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел”, ти, мәҫәлән, Дәүләт Думаһының ҡаҙна һәм һалымдар комитеты рәйесе Андрей Макаров. Ул хатта беренсе вице-премьер Антон Силуановҡа аҡса һораған губернаторҙарҙың кәйефен боҙоу өсөн ниндәйҙер саралар күрергә тәҡдим иткән. Был, һис шикһеҙ, халыҡ вәкиленә хас тәртип түгел, сөнки, кем-кем, ә депутат Андрей Макаров Федерация субъекттарында иҡтисади үҫештең тотҡарланыуы федераль властарҙың үҙәкләштереү сәйәсәтенә бәйле икәнен белергә бурыслы.

Ғәҙеллек хаҡына шуны ла әйтергә кәрәк: 2018 йылды Рәсәй донъяның барлыҡ илдәрен көнләштерерлек финанс күрһәткесе менән тамамланы: федераль ҡаҙнала килемдәр сығымдарға ҡарағанда байтаҡҡа юғары. Ә Федерация субъекттарының ҡаҙна профициты 2017 йылғы 52 миллиард һум дефицит урынына 505 миллиард һум тәшкил иткән! Тимәк, аҡса бар, әммә уны абруйлы күренеш тип атарға һис кенә лә тел әйләнмәй, сөнки был аҡса дәүләттең социаль йөкләмәләрен үтәп еткермәүе, халыҡтың килемен ҡыҫҡартыу иҫәбенә барлыҡҡа килгән.

Иҡтисади һикереште тәьмин итеүҙә директив алымдарға өҫтөнлөк бирелеүҙе дәлилләгән тағы ла бер хәлде атап үтергә кәрәк. Милли проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуын Мәскәү тарафтарынан күҙәтеп барыу өсөн Дәүләт советы ағзалары Федерация субъ­екттары етәкселәренә ҡарата 15 күрһәткес буйынса баһалама уйлап тапҡан. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: етештереү тармаҡтарына инвестиция йүнәлтеү, фәҡирлекте бөтөрөү һөҙөмтәләре, яңы эш урындары булдырыу, ғүмер оҙайлылығы һәм башҡалар. Әйтерһең дә, иҡтисадты үҫтереү губернаторҙарҙың шәхси ихтыярына ғына бәйле.

Әллә Сократ хаталанғанмы?

Боронғо Грецияның аҡыл эйәләренең береһе Сократ, ерҙе тәрбиәләүҙе ҡолдарыңа тапшырма, ер хәстәрлекле ҡулдарҙы ярата, тип әйтеп ҡалдырған. Тотош иҡтисадҡа ҡарата ҡулланыла торған ҡанун был. Әлбиттә, федераль власть даирәләре юғары һөҙөмтә биргән иҡтисади эш алымдары хаҡында белмәй түгел. Бәлә шунда: уларҙы Рәсәй ерлегендә эшкә ҡушырға ынтылыш граждан­дарҙың битарафлығына ҡаҡлығып, юҡҡа сыға. Хәлдән ҡотолоу өсөн, бәлки, бөтә Рәсәй өсөн ҡулайлы эш алымдары уйлап табыу өҫтөндә баш ватыуҙан бигерәк Федерацияның һәр субъектының үҙ иҡтисади өлгөләрен булдырыу буйынса эш алып барыуын хупларға кәрәктер. Мәҫәлән, совет власы тарафынан юҡҡа сығарылған башҡорт улыстарында иҡтисади ғына түгел, хатта социаль мәсьәләләр ҙә дәүләт органдары ҡатнашлығынан тыш, үҙаллы хәл ителеп, халыҡ быуаттар дауамында шул традициялар буйынса көн иткән. Һәр яңылыҡ – ул онотолған иҫкелек, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Информация о принятом Законе Республики Башкортостан от 5 июня 2019 года № 107-з «Об исполнении бюджета Республики Башкортостан за 2018 год»
Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 238

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 181

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 204

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 181

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 211

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 213

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 260

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 202

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 190

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 150

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 262