Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Ошондай ваҡиғалар тормошобоҙҙо яҡшырта”

Оҙаҡламай районда социаль-мәҙәни үҙәк тә сафҡа инәсәк.

Был аҙнала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Белорет районында эш сәфәрендә булды. Тирлән ауылында төбәк етәксеһе яңы “Планета” физкультура-һауыҡтырыу комп­лексын асыу тантанаһында ҡатнашты, унан һуң урындағы халыҡ менән көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Иң киҫкен проблемалар иҫәбенә медицина кадрҙарына ҡытлыҡ, юл һәм коммуналь инфраструктураны үҫтереү, социаль һәм мәҙәни объекттар төҙөү, шулай уҡ законһыҙ ағас ҡырҡыу мәсьәләләре инде.


Ошонда уҡ Радий Хәбиров 1930 йылдарҙа төҙөлгән ауыл мәҙәниәт йортон ҡарап сыҡты. Муниципалитет етәкселеге һәм халыҡ әйтеүенсә, ауылға заманса күп функциялы социаль-мәҙәни үҙәк кәрәк. Төбәк етәксеһе, республика уны төҙөүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер, тип билдәләне. Һөйләшеү барышында ауыл халҡы зыярат эргәһендәге сүплеккә зар­ланды. Радий Хәбиров муниципаль власҡа йыл аҙағына тиклем сүп-сарҙы йыйырға һәм тейешле фотоотчет ебәрергә ҡушты.

Тирләндә төбәк етәксеһе 1994 йылғы ташҡын йыуған металлургия заводы емереклектәрен ҡара­ны. Бөгөн был урын туристарҙа ҙур танылыу яулаған. Радий Хәби­ров район хакимиәтенә биләмәне төҙөкләндереү бурысын йөкмәтте.


Белорет ҡалаһында төбәк Башлы­ғы вазифаһын ваҡытлыса башҡа­рыусы Район-ара перинаталь үҙәктә булды. Ул өс ҡала һәм дүрт район халҡын хеҙмәтләндерә. Бала табыу йортоноң яңы бинаһы 2008 йылда сафҡа индерелгән. Радий Хәбиров медицина бүлектәрен, палаталарҙы ҡарап сыҡты, йәш әсәләр һәм һаулыҡ һаҡлау учрежде­ниеһы етәкселеге менән аралашты. Һөйләшеүҙә алыҫ райондарҙан пациент­тарҙы килтереү, туҡланыуҙы аутсорсинг принциптарында ойоштороу, перинаталь үҙәкте кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьә­ләләре тикшерелде. Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы Евгений Кустов әйтеүенсә, әле бала табыу йортона белгестәр кәрәк. Радий Хәбиров район хакимиәте баш­лығына был мәсьәләне йылдам хәл итергә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткән йәш табиптарға социаль ярҙам күрһәтеү сараларын иҫәпкә алырға ҡушты.

Эш сәфәре барышында Баш­ҡорт­остан Башлығы вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Мечел” төркөмөнә ингән Белорет металлургия комбинатында өр-яңы канат производствоһын сафҡа индереү тантанаһында ла ҡатнашты.

Комбинат етәксеһе әйтеүенсә, әле Рәсәйҙә диаметры 70 миллиметрҙан артҡан күп өлтөклө һәм ун ике өлтөк­лө арҡандар сығарылмай. Завод белгестәре ғилми-тикшеренеү институттары менән берлектә эшләгән полимерҙың составы ла үҙенсәлекле. Ошондай арҡандар тау-мәғдән һәм нефть сығарыу тармаҡтарында, күпер, суднолар төҙөлөшөндә сит ил тауарҙарын алмаштырасаҡ.

Белорет металлургия комбинатында импортты алмаштырған арҡан етештереү проекты 2015 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның хаҡы – 510 миллион һумдан ашыу. 2016 йылда комбинат Рәсәй сәнәғәтен үҫтереү фондынан 255 миллион һумлыҡ айырым маҡсатлы ташламалы заем алған. Хаҡтың ҡалған яртыһы – предприятиеның үҙ аҡсаһы. Былтыр яңы канат производствоһы респуб­лика­лағы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иҫәбенә инде.

– Илебеҙҙә һәм республикала ҙур сәнәғәт машиналар эшләү предприя­тиеһы йәки цехы йыш асылмай. Ошондай ваҡиғалар тормошобоҙҙо яҡшыр­та, – тине Радий Хәбиров.

Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров яңы про­извод­ствоның әһәмиәтен билдәләне. Министрлыҡтың Металлургия һәм материалдар департаменты директоры Павел Серватинский уның ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.


Автор: Л. ХӘСӘНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ферма һәм техника заводы төҙөлә

Башҡортостанда ферма һәм техника заводы төҙөлә 22.05.2026 // Иҡтисад

Өфөгә эш сәфәре менән Ташкент өлкәһенән Premier Electrotech компанияһы делегацияһы килде. Компания ......

Тотош уҡырға 2

Баш ҡалала каштандар сәскә атҡан

Баш ҡалала каштандар сәскә атҡан 20.05.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала каштандар сәскә атҡан...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы «экватор»ҙы үтте

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы «экватор»ҙы үтте 18.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республикала сәсеү ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанға ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә

Башҡортостанға ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә 12.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанға ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә...

Тотош уҡырға 5

Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай

Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай 12.05.2026 // Иҡтисад

Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай...

Тотош уҡырға 4

Республикаға ямғырҙар һәм һалҡындар килә

Республикаға ямғырҙар һәм һалҡындар килә 08.05.2026 // Иҡтисад

Күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 4

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә