Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ!
Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ!Боланут (иван-чай) хаҡында күптәрҙең ишеткәне бар. Интернет селтәрендә лә был шифалы эсемлектең төрлөһөн тәҡдим итәләр. Ә беҙ шуны беләбеҙ: иң файҙалыһы – тыуған ереңдә, таҙа болон-ҡырҙарҙа үҫкәне. Икенсе йыл ҙур күләмдә “Көньяҡ Уралдан иван-сәй” етештереүгә тотонған Маҡар урман хужалығы бөгөн республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә үҙен таныта бара.
Ишембай районының хозур тау-урманлы тәбиғәте, әйтерһең, үҙе үк ошо байлыҡтың ҡәҙерен белеп, файҙа күреп йәшәргә ҡуша. Йән-тән сәләмәтлеген хәстәрләүҙә лә оло быуын белеменә таянып, тәбиғәт биргәнде ҡуллана белгәндәр һәр яҡтан ота тигән фекергә киләһең. “Маҡар урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы етәксеһе Сәлим Хафизов та был эште заман талабын аңлап торған коллективы менән тап ошо уйҙарҙан башлап ебәрә.


– Халыҡ болануттың файҙаһын элек-электән белгән. Уның япрағын да, сәскәһен дә, тамырын да төрлө сирҙәрҙән дауаланыу өсөн ҡулланыу тәжрибәһе бар. Әммә шифалы үләнде барыбыҙ ҙа яратып эскән сәй кимәленә еткереү өсөн ферментлау технологияһын теүәл үтәргә кәрәк. 2016 йылдан иван-сәй етештереү технологияһын ныҡлы өйрәнеп, мөм­кинлектәрҙе самалап ҡараныҡ. Мәскәүҙән етештереүселәр, Һиндостандан сәй сифатын лайыҡлы баһалай алған белгестәр менән аралаштыҡ. Маҡар, Ҡолғона, Иҫке Сәйет, Яңы Сәйет тарафтарында йыйыл­ған иван-сәйҙең тәме, файҙаһы яғынан өҫтөнлөктәре күп. Махсус анализдар ҙа ошоно күрһәтте, – ти Сәлим Рәшит улы.
Уның һүҙҙәрендә ғорурлыҡ та, өмөт тә һиҙелә. Етештергәнде алыусыһы ла кәрәк, ә был халыҡта үҙ сәләмәтлегенә иғтибар, ҡул аҫтындағы дауаны ҡуллана белеү мәҙәниәтен үҫтереүҙән килә. Сит төбәктәр, хатта илдәр менән бәйләнеш ҡороуға ла ныҡлы нигеҙ бар. Уҙған йылда предприятиела 10 тонна боланут йыйылһа, быйыл был күләмде 20 тоннаға еткергәндәр. Уның сәй булараҡ сығымы ошо күләмдең 20 процентын тәшкил итә.
– Ҡайһы бер етештереүселәр һабағы менән үткәреп, әҙер продукция сығымын 60 процентҡа еткерә.
Беҙҙең таулы яҡтарҙа йыйылған япраҡ­лы сәй менән улар етештергән бөртөклө сәй сифат буйынса бер нисек тә ярыша алмай. Халыҡтан үләндең таҙа япрағын ғына ҡабул итәбеҙ, ҡый үләндәрен ҡушмау талап ителә. Артабан инде ҡалала урынлаш­ҡан цехта тәбиғәт бүләге хуш еҫле сәйгә әүерелгәнсе бер нисә ҡатмарлы этап үтә. Цехтың бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән заманса йыһазландырылыуы һәм, әлбиттә, эштәрен күңел йылыһын һалып башҡарған һөнәр эйәләренең булыуы үҙенекен итә.
Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ!Халыҡҡа дауа булырға тейешле сәйҙе яҡты күңел, изге уйҙар менән әҙерләмәй булмай. Киптереү урынын буранан эшләнек, тимер ҡорамалдарҙы мөмкин тиклем ҡулланмаҫҡа тырышабыҙ, – ти хужалыҡтың сәй етештереү участкаһы өлкән мастеры Артур Ишмаев.
Башты әйләндерерлек хуш еҫ бөркөп торған цех эсендә сәйҙе тиҙерәк тәмләп ҡарағы килә. Хәйер, күптән таныш, үҙебеҙҙеке ул тәм. Районда иван-сәй етештереүгә тотоноу халыҡҡа ла отошло. Үләнде йыйған мәлдә – июнь-август айҙарында – ҡайһы бер ғаиләләр көнөнә 3-5 мең һум хаҡҡа боланут тапшыра. Әлбиттә, ергә эйелә белгәндәр үҙҙәре лә ҡышҡылыҡҡа ғаиләһенә етерлек сәй-үләндәр әҙерләп ҡуйыусан. Әммә фабрика шарттарында эшләнгәненең тәмен белгәндәр, уңайлы, матур ҡаптарға һалынған, көн дә эскәндә лә ялҡытмаған әҙер сәйҙе һайлаусан.
Дауа үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында, шифалы үләндәрҙе тапап йөрөйбөҙ, тиер булған халыҡ араһында дауалау көсө менән данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәт. Тап болануттың хәҙрәт үләне тип йөрөтөлөүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Ниндәй сирҙәрҙән килешә һуң иван-сәй? Был һорауға яуап ҡына ла гәзиттең бер битен алмаҡсы. “Нимәнән ярҙам итә алмай?” тиһәң, хатта дөрөҫөрәк булыр – мең дә бер сирҙән дауа ҡөҙрәтле үлән сәйе. Ҡанды яңыртыуға, тамырҙарҙы нығытыуға, тәндән ағыуҙы, радиацияны сығарыуға булышлыҡ итә, көс бирә. Яраларҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итеүе арҡаһында уны ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәренән яфаланыусыларға тәғәйенләйҙәр. Бынан тыш, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, ҡан баҫымын көйләй, яман шеш барлыҡҡа килеүен иҫкәртә – был белемдәр быуындар менән һыналған. С витамины, каротин күп, унда булған тимер, никель, баҡыр, марганец һәм башҡа матдәләр ҡанға ыңғай тәьҫир яһай, тиелә ышаныслы сығанаҡтарҙа. Боланутты “ирҙәр сәйе” тип тә йөрөтәләр, сөнки енси ҡеүәткә ыңғай тәьҫир яһай, простата ауырыуҙарын дауалауҙа ыңғай һөҙөмтә биреүе лә билдәле.
Батша заманында Рәсәйҙә күпләп етештереп, сит илдәрҙә ҙур ихтыяж менән ҡулланылған “урыҫ сәйе” көсө хаҡында мөғжизәгә тиң хәбәрҙәр йөрөй. Ленинградты баҫып алғанда Гитлер хатта иң тәүҙә иван-сәй етештереүсе фабриканы юҡҡа сығарырға, әҙер тауарҙы Германияға оҙатырға ҡуша тигәнде ишеткән бар. Оҙон ғүмер серен асырға теләүселәрҙең дә боланут сәйенән өҙөлмәүе хаҡында әйтелә боронғо яҙмаларҙа. Белмәй эсмәгән уны халҡыбыҙ. Башҡортостан еренең ҡеүәте хаҡында ғалимдар ҙа әйтә килә. Беҙҙә үҫкән шифалы үләндәрҙең көсө Алтайҙыҡынан кәм баһаланмай. Сыҙамлы, ныҡ халыҡ, бил бирмәҫ батырҙар төбәге даны ла, бәлки, ошонан киләлер?!
Маҡар урман хужалығы коллективы сәйҙәрҙе төрләндереү маҡсаты менән дә яна. Киләсәктә хуш еҫле ҡарағат, ҡурай, ер еләге, мәтрүшкә ҡатнашмаларынан әҙерләнгән башҡорт сәйҙәрен дә күрергә яҙһын. Әленән үк “Һинд сәйе нимә ул, баш­ҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ!” тип ике­лән­мәй ҡунаҡ һыйлай алабыҙ. Әлеге көндә Маҡар урман хужалығы “Иван-чай с Южного Урала” атамаһы менән сығарған сәй­ҙе Өфөлә Менделеев урамындағы Лимо­нарийҙа һатыу ойошторолған. Шылтыратып, яҙып, хеҙмәттәшлек ҡорорға теләү­селәргә бәйләнеш юлдарын да бирәйек: [email protected], тел.: 8 (347) 947-84-54. Ишембайға килеп, сәйҙе ҙур ҡаптарҙа күмәртәләп алырға теләүселәргә хаҡтар бигерәк тә ҡулайлы. Ошоно белеп тә, Мәскәүҙән йөҙәр килограмға заказдар килә, үҙебеҙҙекеләр шифалы сәйһеҙ ҡалмаһын тип тә ҡуяһың.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491