Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Яңы юлдарға ҡыуанабыҙ
Яңы юлдарға ҡыуанабыҙ– 1949 йылдан бирле был урамда йәшәйем. Совет осоронда, Вилданов етәксе булған саҡта асфальт түшәгәндәрен хәтерләйем. Йыл һайын юлдағы соҡорҙарҙы ремонтлап торҙолар. Әле яңы асфальт һалыуҙарын ҡыуанып ҡарап ултырабыҙ. Билдәләр һыҙып матурлағас, тағы ла килеп ҡарарһығыҙ, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты 84 йәшлек Мария Ерошина.


Раевка ауылының Дзержинский урамында дүрт саҡрым юлды яңыр­тасаҡтар. Асфальт түшәме ике ҡаттан тора: беренсеһе – биш сантиметр ҡалынлыҡта юлды тигеҙләү, икенсеһе – дүрт сантиметрлыҡ асфальт-бетон менән ҡаплау. Төҙө­лөш эштәрен тендерҙа еңеп сыҡҡан Әлшәй юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы алып бара.
Шулай уҡ предприятие Раевка­ның Икмәкле тыҡрығында 700 метр арауыҡҡа асфальт түшәй. Бынан тыш, юлсылар ауылдағы төҙөк­ләндереү эшендә лә әүҙем ҡатна­ша. Тыныслыҡ урамында юл сите кәртәләре ҡуйыла, ҡырсынташ, асфальт һалына. Тиҙҙән Ленин урамында йәйәүлеләр өсөн тротуар эшләй башлаясаҡтар.
– Предприятие менән эште яҡшы белгән Рафаэль Рәсүл улы Нурҡаев етәкселек итә. Идаралыҡтың заказдары етерлек, тендерҙарҙа еңеп сығабыҙ. Шулай уҡ күперҙәрҙе рәтләү кеүек эштәр ҙә өҙлөкһөҙ алып барыла, – ти мастер Рәсим Мөхәмәҙиев.
Рәсим Борис улының эш стажы бөтәһе 46 йыл булһа, шуның 20-һен юл төҙөлөшөнә арнаған. Тәжрибәле мастер хеҙмәттәштә­ренән юл эшсеһе Николай Мальцевты, Сергей Дмитриевты, түшәүсе машинист Олег Скуловты, юл катогы машинисы Анатолий Герасимовты, Рушан Әбитовты, асфальт ташыусы водителдәр Юрий Копьевты, Владимир Дергуновты, Филүз Ғари­повты маҡтап телгә алды. Шулай уҡ ирҙәр менән бер шарттарҙа асфальт түшәү эшендә Алевтина Рябых һынатмайса тир түгә.
Һуңғы йылдарҙа республика етәкселеге муниципаль юлдарҙы төҙөүгә, ремонтлауға ҙур иғтибар бирә. Киләсәктә лә ошондай ҡараш кәмемәҫ, хәл тағын да яҡшырыр, тип ышана юлсылар.
Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкү­мәтенең 6 июндә ҡабул иткән 250-се ҡарарына ярашлы, республикала төбәк һәм муниципаль-ара юлдар оҙонлоғо 13598,7 кило­метр­ҙан 13619 километрға тиклем артҡан. Былтыр автомобиль юлда­рының айырым участкаларын реконструкциялап, паспортлаштырып, инвентаризациялап, кадастр эштәре үткәреп, муниципаль милектәге дөйөм ҡул­ла­ныуҙағы юлдарҙы – респуб­ликаға, ә төбәктекен муниципаль милеккә тапшырылған. Айырып әйткәндә, Ишембай – Воскресенск – Мәләүез юлында – 1,8, Мораҡ – Побоище юлында – 3,9, Вознесенск – Саруа юлында 0,7 километр юл муниципаль ми­леккә бирелһә, “Кама йылға­һындағы причал – Нефтекама станцияһы – Товарная” юлы республика милкенә күсерелгән. Башҡарып сыҡҡан эш һөҙөм­тәһендә автомобиль юлдарының оҙонлоғо, исеме, улар үткән муниципаль райондар тураһында мәғлүмәт асыҡланған.

Әлшәй районы.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикаға ямғырҙар һәм һалҡындар килә

Республикаға ямғырҙар һәм һалҡындар килә 08.05.2026 // Иҡтисад

Күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 2

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 4

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 5

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә