Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҙлыҡтағы байлыҡ
Һаҙлыҡтағы байлыҡТағы йәй етте, йәнә урмандар, һаҙлыҡтар, хатта ауылдар яна башланы. Ғәҙәттә, еребеҙ ҡалҡаны булған меңдәрсә гектарҙа ағастарҙың көлгә әүерелеп әрәм булыуын белһәк тә, торф янғындары хаҡында уйлап та бирмәйбеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре әйтеүенсә, бындай бәлә-ҡазаға йыш ҡына эҫелектән тоҡанып киткән торф ятҡылыҡтары ла сәбәпсе. Был бәләнән берҙән-бер ҡотолоу юлы – уларҙы күпләп эшкәртеү. Икенсенән, торф – байлыҡ сығанағы ла.


Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәйҙә 68 миллиард тонна торф сеймалы запасы бар. Был юҫыҡта ул бары күмерҙән генә ҡалыша (97 миллиард тонна). Ә инде нефть һәм газ запасынан (31 һәм 22 миллиард тонна) шаҡтай күберәк.
Ошо байлыҡты нисек ҡулланабыҙ һуң? Ярты быуат элек, торф электр станцияларында киң файҙаланылған ваҡытта, СССР донъяла барлыҡ илдәрҙән дә күп – уны йылына 50 миллион тонна сығара ине. Һуңынан илдең Себер тарафтарында газ ятҡылыҡтары күпләп үҙләштерелә башлағас, станциялар бер-бер артлы “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа күсергә тотондо. Ул ваҡытта был алым яҡшы һаналды, сөнки торф яғыулығы, электр станцияларының ҡара һөрөмө алыҫ-алыҫтарға тарала ине.
Һаҙлыҡтағы байлыҡБөгөн илдә ошондай 12 электр станцияһы ғына ҡалған. Тап шуға ла 1970 йылдар урталарынан торф сығарыу кәмей бара. Элекке йылдарҙа эш ғәжәп түбән төшһә, 2016 йылда ни бары өс миллион тонна торф алынған. Шул уҡ ваҡытта Финляндияла йылына 15 миллион, Ирландияла – һигеҙ миллион, Белоруссияла алты миллион тонна сығарылған.
Был юҫыҡта белгестәр күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Торф эшкәртеү буйынса донъяла дүртенсе урынға төшһәк тә, ошо индустрия мул ғына аҡса килтерә. Табыштың 70 проценты ашламаға тура килә, башлыса сапропель етештерелә. Ул арзан, тап шуға илдә эшләгән ике тиҫтәләгән эре торф хужалығы ауырлыҡ күрмәй. Уларҙың һәр береһе йылына йөҙәр миллион һумлап табыш ала. Әлбиттә, был тармаҡтың гөрләп эшләүендә ҡытайҙар­ҙың да ярҙамы бар. Бер нисә йыл элек Томск өлкәһендә донъялағы иң ҙурҙарҙан булған Кулуденовск торф ятҡылығын эшкәртеүгә ҠХР компанияһы 70 миллион доллар аҡса бүлде. Бында 50 миллион тоннанан ашыу запас бар.
Әлбиттә, бөгөн борсоған мәсьәлә хәҙер сығарылған торф ятҡылыҡтарына бәйле түгел, ә уларға ҡағылышлы янғындар хаҡында, сөнки яҙ миҙгеле башланыу менән әле бер ерҙә, әле икенсе урында “ҡыҙыл әтәс” ҡунып, ҡалаларҙы, ауылдарҙы төтөн менән быуа. “Һаҙлыҡтар үҙҙәре янмай, улар еүеш, тоҡана алмай. Совет осоронда өлөшләтә эшкәртелгән, ә һуңынан ташлап ҡуйылған торф ятҡылыҡтары яна”, – тип аңлата был күренеште экстремаль тәбиғи хәлдәрҙе көйләү буйынса белгес, геолог Константин Ранкс. Төтәп ятҡан ятҡылыҡтар миллиондарса кешенең һаулығына ҙур зыян килтерә. “Йыл һайын Рәсәйҙә меңләгән гектарҙа торф майҙандарына ут ҡаба. Һәр гектарҙан 1,5 мең тонна углекислоталы газ бүленеп сыға, был матдә һауаны бысрата”, – ти Мәскәү дәүләт университетының география факультеты профессоры Дмитрий Юминов.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр иҫке торф карьерҙарын тергеҙеп, янғындарҙы туҡтатҡанда, атмосфераға бүленеп сыҡмаған углекислый газды башҡа илдәргә һатырға мөмкин. Ул сағында торф ҡаҙнаға йылына 100 миллион евро аҡса килтерер ине.
Әлбиттә, торфта аҡса эшләүҙең башҡа ысулдары ла бар. Мәҫәлән, Канаданың фармацевтика компаниялары торф нигеҙендә йылына 5 – 10 яңы дарыу төрө патентлай. Ирландия хөкүмәте лә торф косметикаһына әүҙем рәүештә аҡса һала башланы. Иң үкенеслеһе – ҡасандыр беҙҙең ил донъяла торф хай-тегы буйынса бүтәндәрҙе тиҫтәләгән йылға уҙып киткәйне. СССР ваҡытында торфтан дарыуҙарҙы сәнәғәт масштабында етештерҙеләр. Мәҫәлән, Минск фармацевтика заводында антисептиктар әҙерләнеләр, Одессала күҙ ауырыуҙарын дауалау өсөн дарыуҙар сығарҙылар.
Шулай ҙа бындай препараттар эшләүҙең төп ҡеүәте Ленинградта урынлашҡайны. Унда торфтан гумин кислотаһы етештереүҙе уйлап таптылар. Был дарыуҙар гастриттан, ашҡаҙандың сей яраһын дауалауға йүнәлтелде. 1980 йылда сәс ҡойолоуҙан да препараттар барлыҡҡа килде.
Һаҙлыҡ байлығы, дарыуҙарҙан тыш, косметика әйберҙәре эшләүгә лә тотонолдо. Ленинград парфюмерия фабрикаһы торфтан кремдар, шампундәр, һабын етештерҙе. Дөрөҫ, уларҙы совет граждандары күрмәне тиерлек. “Торф ҡушып эшләнгән продукцияның 90 проценты сит илдәргә оҙатылды. Ул саҡта торф предприятиелары СССР-ға валюта килтерҙе, уларҙы Дәүләт планында алтын тип атанылар”, – тип хәтерләй ул йылдарҙы белгестәр.
Ә бөгөн был ҡаҙаныштар ҡайҙа булған һуң? Әлбиттә, барлыҡ технологиялар ҙа онотолмаған. Мәҫәлән, үҙенсәлекле торф тупрағы етештереү әле лә бар. Ул дым һаҡлау менән отошло. Шуға ла эҫе илдәр уны күпләп һатып ала. Уны ҡушҡас, Ғәрәбстандың ҡыҙыл тупраҡлы ерҙәрендә игендең уңышы гектарынан 100 – 120 центнерға етә. Шуға ла ғәрәп делегацияһы беҙҙең институттарҙан сыға белмәй. Улар бары диңгеҙ порттары аша Рәсәйҙән уны ташыу ҡыйбат булыуына зарлана, тап шуның өсөн дә хаҡы икеләтә артып китә.
Шулай итеп, торф фәне үҫешә. Күптән түгел Себер ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында торф ашламаларының яңы төрөн уйлап таптылар. Ул бик ҡулайлы, байыҡтырылған, шуға ла уға һыу ҡушып, мең тапҡыр күбәйтергә була. Тәжрибәләр ошо ашлама иҫәбенә Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында кукуруз япраҡтарын аҙ тигәндә ике тапҡыр ҡабартып үҫтерергә мөмкинлек биреүен күрһәтә.
Белгестәр әйтеүенсә, торф дәүеренең киләсәге алда әле. Беҙҙә торф байлығы ғәжәп күп. Йыл һайын илдә 1,5 миллиард кубометр бындай сеймал барлыҡҡа килә. Ошо байлыҡты аҡыллы алымдар менән файҙалана белергә генә кәрәк. Был илебеҙ сәнәғәте, халҡыбыҙ һаулығы өсөн дә файҙалы булыр ине. Меңәр гектар урмандарыбыҙҙың янып әрәм булыуынан да ҡотҡарасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503