Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Эшлекле һәм яуаплылыҡ тойған быуын үҫеп килә”
“Эшлекле һәм яуаплылыҡ тойған быуын үҫеп килә”Башҡортостан Хөкүмәтенең ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, төбәктең үҫеш стратегияһында йәш эшҡыуарҙарға ла ярҙам ҡаралыуын күҙ уңында тотоп, шулай тип белдерҙе. Был сара тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә хәбәр иткәйнек инде. Беҙҙең артабанғы иҡтисади һәм социаль үҫеште ошо стратегия нисек билдәләй, нимәләргә өҫтөнлөк бирелә, киләсәктә ниндәй яңылыҡтарҙың шаһиты буласаҡбыҙ?


– Республиканың 2030 йылға саҡлы үҫеш стратегияһы раҫланыуы ҙур яуаплылыҡ талап итә, төбәктең иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр ҙә үтә етди, – тине Рөстәм Зәки улы. – Был документтар өҫтөндә эшләү ҡатмарлы булды һәм ҙур хеҙмәт талап итте. Беренсе тапҡыр беҙ уларҙы әҙерләүгә республиканың ғилми коллективтарын ғына түгел, ә “Сколково” эксперттарын, киң йәмәғәтселекте һәм эшҡыуарлыҡ даирәһен дә йәлеп иттек, шулай уҡ федераль үҙәктең, атап әйткәндә – Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығының теләктәре лә иҫәпкә алынды, башҡа төбәктәр үҫеше менән сағыштырыуҙар яһалды.
Был йәһәттән өҫтөнлөклө йүнәлештәр итеп иҡтисадтың реаль өлкәһен нығытыу, кеше капиталын үҫтереү һәм республика райондарының үҫешендәге тигеҙһеҙлекте бөтөрөү билдәләнә. “Стратегия-2030” ҡуйған бурыстарҙы уңышлы үтәү властың, эшҡыуарлыҡтың һәм йәмәғәтселектең бергәләп хәрәкәт итеүенә бәйле, – тине Башлыҡ.
Ултырышта ҡаралған тағы бер мөһим мәсьәлә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты 2030 йылға саҡлы үҫтереүгә ҡағыла, был документ әлеге Стратегияны тулыландыра һәм эшҡыуарлыҡ унда иҡтисадты үҫтереүҙең иң төп таяныстарының береһе тип иғлан ителгән.
– Граждандарҙың эшҡыуарлыҡ башлан­ғысы беҙҙең өсөн һәр саҡ мөһим өҫтөнлөктәрҙең береһе булды, – тип дауам итте Рөстәм Хәмитов. – Эшҡыуарлыҡтың иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге өлөшөн арттырыу беҙ теләгәнсә тиҙ бармай, ләкин ошо йүнәлештә маҡсатлы рәүештә алға барабыҙ. Бөгөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ республикалағы тауар әйләнешенең яртыһы самаһын һәм төбәк тулайым продуктының өстән бер өлөшөн тәьмин итә. Мәшғүл халыҡтың сирек өлөшө ошондай предприятиеларға тура килә. Йыл башынан бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары дүрт меңгә артты һәм хәҙер улар 140 мең тәшкил итә. Үҫеш 2015 йылдан күҙәтелә һәм йыл һайын беҙҙең иҡтисадта 4-5 мең яңы бәләкәй компания өҫтәлә.
Рөстәм Зәки улы яңыраҡ “Капитандар – минең тәүге бизнес” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу этабында ҡатнашҡан уҡыусылар менән осрашыуын иҫкә алды. Ошо балалар әле үк төрлө ҡыҙыҡлы идеялар һәм проекттарҙы тормошҡа ашырырға ынтыла һәм хатта шул юл менән аҡса ла эшләй икән. “Шуны әйтергә теләйем: эшлекле, аҡыллы йәш быуын үҫеп килә, улар араһында, тәбиғи, маҡсатҡа ынтылышлы лидерҙар ҙа бар. Был быуында дәрт, ҡыйыулыҡ, ныҡыш­малылыҡ, яуаплылыҡҡа әҙер булыу сифаттары һиҙелеп тора. Тормошҡа шулай әүҙем мөнәсәбәттә булыуҙы дәртләнде­рергә генә кәрәк. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү стратегияһының айырым бүлектәре йәштәр хәрәкәтенә ярҙамды күҙ уңында тота ла инде”.
Киләһе йыл, белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Ирекмән (волонтер) йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең республикала ла ирекмәндәр хәрәкәте киңәйә бара. Волонтерлыҡ хәрәкәте һәм йәштәрҙең башланғысын яҡлау буйынса үҙәк тә эшләй.
– Шул уҡ ваҡытта беҙҙә республика өсөн көнүҙәк булған мәсьәлә лә бар, ул – балалы ғаиләләр, – тине Башҡортос­тан Башлығы. – Беҙҙең төбәктә балалы ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән ҡаҙнанан 10 миллиард һум бүленә һәм был эш федераль кимәлдә лә юғары баһаланды. Шуға бәйле, 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип атарға тәҡдим итәм, ошо турала тейешле Указ да әҙерләнә. Был Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән Балалар ун йыллығының бурыстарына ла тап килә.
Республиканың 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһының төп бурыстары тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев сығыш яһаны.
– Башҡортостан төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса илдең алдынғы ун төбәге араһында тотороҡло урын тота, – тине ул, “Стратегия-30” документын эшләүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына рәхмәт белдереп. – Географик яҡтан уңайлы ерҙә урынлашыуы һәм инфраструктураның заманса булыуы төбәктең артабанғы үҫеш йүнәлештәрен һәм тиҙлеген дә билдәләй.
Ошо стратегик документтарҙан Евгений Гурьев төбәктә йән башына ҡарата тулайым продукт күрһәткесенә айырым туҡталды, сөнки ул – тормош кимәлен башҡалар менән сағыштырырға мөмкинлек биргән факт. Уны 2030 йылға тиклем өс тапҡырға арттырырға – 967 мең һумға еткерергә һәм ошо күрһәткес буйынса Рәсәйҙең тәүге ун төбәгенә инеү маҡсаты ҡуйыла. Уртаса ғүмер оҙайлығы ул заманға 76 йәшкә етергә тейеш буласаҡ.
Көнкүреш кимәлен артабан күтәреү йүнәлешендә Башҡортостан ярайһы уҡ ҡеүәтле иҡтисади нигеҙгә таяна ала, һәм министр был тәңгәлдә ышаныслы дәлилдәр килтерҙе. Мәҫәлән, беҙҙең республика автомобиль бензины, кальцийланған сода, синтетик каучук һәм башҡа мөһим тауарҙар эшләп сығарыу буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй, ә инновациялы продукция етештереүҙә – илдең иң алдынғы ун төбәге исемлегендә. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү, торлаҡ йорттар төҙөү һәм башҡа ҡайһы бер йүнәлештәрҙә лә һынатҡаныбыҙ юҡ. Тәбиғи байлыҡтар, транспорттың үҫешкән булыуы ла иҡтисади аҙымдарҙы йылдамыраҡ итеү өсөн шарттар тыуҙыра. Республика иҡтисадының көсһөҙ урындары иҫәбендә Евгений Гурьев тыуымдың кәмеүен, халыҡтың ауылда йәшәгән өлөшөнөң ҙур булыуын, хеҙмәт етештереүсәнлегенең заман талаптарына яуап биреп бөтмәүен, төп етештереү фондтарының ярайһы уҡ туҙғанлығын һәм башҡа ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе атаны. Республиканы миграция өсөн ылыҡтырғыс итеү, халыҡта сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиәләү, уның килемен арттырыу, медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, белем биреүҙе яңы баҫҡысҡа күтәреү, туризмды үҫтереү һәм башҡалар – киләсәктә лә ҙур көсөргәнешлек һәм эш күләме талап иткән йүнәлештәр.
Беҙҙең республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең 2030 йылға тиклемге стратегияһы тураһында ултырышта Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов сығыш яһаны. Уның раҫлауынса, ошо осорҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын һәр мең кешегә ҡарата әле булған 30 берәмектән 46-ға еткереү, тауар әйләне­шен, 2014 йыл менән сағыштырғанда, 2,5 тапҡырға үҫтереү ҡарала. Халыҡтың ошо төр предприятиеларҙа эшләгән өлөшөн 35-36 процентҡа тиклем арттырыу ҙа планлаштырыла. Иҡтисадтың был өлкәһенең төп механизмдары – дәүләт идараһының сифатын яҡшыртыу һәм эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын камиллаштырыу.
– Башҡортостандың сәнәғәт тармаҡта­рын үҫтереү программаһы ҡулланыусы­ларға оҙатылған тауар күләмен 2024 йылға саҡлы 230 миллиард һумға тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота, – тине үҙенең сығышында республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин. – Был осорға сәнәғәттә төп капиталға инвестиция күләме, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 1,9 тапҡырға артырға тейешле.
Бөгөн сәнәғәт республиканың тулайым эске продуктының 37 процентын тыуҙыра, эшләгән һәр дүртенсе кешене мәшғүллек менән тәьмин итә, табыштың 80 процентын һәм төбәк ҡаҙнаһына килгән һалымдың 46 процентын бирә.
Министр раҫлауынса, 2030 йылға нефть эшкәртеүҙең тулылығы, хеҙмәт етештереү­сәнлеге буйынса беҙ Рәсәйҙең иң яҡшы ун төбәге, ә юғары етештереүсәнле эш урындарының мәшғүл халыҡтың уртаса йыллыҡ һанына ҡарата нисбәте буйынса иң һәйбәт егерме субъект иҫәбенә инергә тейешбеҙ. Бынан тыш, юғары технологиялы һәм фәнни эшләнеш талап иткән продукцияның төбәк буйынса өлөшөн әлеге 22,8 проценттан 35 процентҡа еткереү, төп фондтарҙың туҙыу кимәлен 55 проценттан 45-кә төшөрөү күҙаллана.
Әгәр ҙә ошоға саҡлы дәүләттең сәнәғәткә ярҙамы субсидия биреүгә һәм сеймал, материалдар һатып алыуға ҡайтып ҡалһа, был программала предприятие­ларға Башҡортостандың быйыл ойошторолған Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша ярҙам итеү ҡарала.
Тағы ла бер программа – Башҡортос­танда физик культураны, спортты һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү – менән ултырышта республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса министры Андрей Иванюта сығыш яһаны. Бындай йүнәлештәге программалар беҙҙә элек тә бар ине, ләкин быйыл уларҙың вәкәләте тамамлана, ә яңыһы структур яҡтан Рәсәйҙең ошондай уҡ дәүләт программаларына тура килә. Уның төп үлсәме – халыҡтың физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән өлөшөн арттыра барыу (таблицаны ҡарағыҙ). Шулай уҡ һаулығы сикләнгән кешеләрҙең һәм инвалидтарҙың спорт менән даими шөғөлләнергә ынтылышы ла иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Андрей Иванович бының тап шулай буласағына ышандырҙы. Һәр 100 мең кешегә тура килгән спорт ҡоролмалары һаны буйынса Башҡортостан 2012 йылда Волга буйы федераль округында дүртенсе урында булһа, былтыр ошо йәһәттән бишенсе урында ҡалды. Тимәк, эшләйһе бар әле. Беҙҙең республиканан Рәсәйҙең йыйылма командаларына кандидат исемлегенә индерелгән спортсылары былтыр 250 кеше булһа, быйылғы йомғаҡтар буйынса 255 булыуы көтөлә. Физик культура һәм спортты финанслауға аҡса ла аҙ бүленмәйәсәк: 2018 – 2020 йылдарҙа ул 7,6 миллиард һум тәшкил итәсәк һәм шуның 4,3 миллиардын – республика ҡаҙнаһынан, 2,7 миллиард һумды – урындағы бюджеттарҙан һәм 0,5 миллиардын ҡаҙнанан тыш сығанаҡтарҙан биреү планлаштырыла.
– Бындай мөһим стратегик документтарҙы ҡабул итеп, беҙ уларҙы эштә ҡулланма итеп файҙаланырға тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов ултырышта. – Министрҙар, Хөкүмәт ағзалары һәр төрлө үҙешмәкәрлеккә юл ҡуймаҫҡа, ә бөгөн беҙ тикшергән стратегияларға таянып эш итергә бурыслы. Был – иң мөһим шарт. Иҡтисадты үҫтереү юлын аныҡ күрәбеҙ. Бөлгөнлөк күренештәре бөтөп етмәгән, әммә улар хәҙер дөйөм хәлгә йоғонто яһарлыҡ роль уйнай алмай. Ғөмүмән, илебеҙ ярайһы уҡ әүҙем үҫешәсәк һәм үҙенең иҡтисади күрһәткестәрен яҡшыртыуҙа йылдам эшләгән, тимәк, халыҡтың тормош сифатын да яҡшырта барған төбәктәргә таянасаҡ.
– Барыһы ла киң фронт менән хәрәкәт итһен өсөн норматив-хоҡуҡи ҡағиҙәләрҙең бөтә комплексы киләһе йылдың тәүге яртыһында эшләнеп бөтөргә тейеш, – тине Башҡортостан Башлығы һәм раҫланған документтарҙың йөкмәткеһен дәүләт органдарына, сәнәғәтселәргә, эшҡыуарҙарға һәм киң йәмәғәтселеккә еткерергә ҡушты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090