Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Егәрленең ҡулы ете
Егәрленең ҡулы ете Мәләүез ҡалаһындағы 4-се дөйөм белем биреү мәктәбендә балаларҙың төшкө аш ваҡытына тура килдек. Ашханаға килеп инеү менән бындағы таҙалыҡ, бөхтәлек иғтибарҙы йәлеп итә. Тәмле аш-һыу еҫе таралған. Ашнаҡсылар ризыҡтарҙы өлгөртөп, тәнәфес башланыуын көтә. Ул арала шау-гөр килеп балалар ҙа инә башланы. Аш-һыуҙы бер нисә ашнаҡсы бүлә, шуға ла сират һуҙылмай. Төшкө аш ғәҙәттәгесә өс төрлө блюдонан тора. Балаларҙың ризыҡтарҙы яратып ашауы һәм ҡәнәғәтлеге көләс йөҙҙәренән күренеп тора.

– Беҙҙең мәктәптә 1200 уҡыусы белем ала. Уларҙың бөтәһе лә төшкө ашты мәктәп ашханаһында ашай. Кадет кластары ла бар. Кадеттарҙы ике тапҡыр туҡландырыу ҡаралған. Туҡланыу йәһәтенән уҡыусылар ҙа, уларҙың ата-әсәһе лә ҡәнәғәт. Бер генә бала ла мәктәптә йылы аш-һыу менән туҡланыуҙан баш тартмай, – тип һөйләй мәктәп директоры, Рәсәйҙең һөнәри техник белем биреү отличнигы, Рәсәйҙең дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре Юрий Иванович Зайцев. – Уҡыусыларҙы тейешенсә туҡландырыуға ҙур иғтибар йүнәлтәбеҙ. Улар йәштән үк дөрөҫ, сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтенә өйрәнергә, һау-сәләмәт булып үҫергә тейеш. Мәктәп коллективына ошо мөһим бурысты үтәргә “Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәте булышлыҡ итә. Нәҡ улар уҡыусыларҙы йылы аш-һыу менән тәьмин итә һәм үҙ эштәрен ҙур яуаплылыҡ тойоп, юғары дәрәжәлә башҡара. Йәмғиәттең был йүнәлештәге эшмәкәрлеген мин йәш быуын тураһында оло хәстәрлек тип билдәләр инем. Бының өсөн беҙ булдыҡлы коллективҡа, шәхсән йәмғиәт советы рәйесе Илгиз Фәйзуллинға рәхмәтлебеҙ. Илгиз Ғәбделислам улы – эш өсөн янған етәксе. Минең был фекеремде башҡа мәктәп коллективтары ла ҡеүәтләр ине.
Эйе, Мәләүез ҡулланыусылар йәмғиәте Башпотребсоюз тармағында беренселәрҙән булып мәктәптәрҙә дөйөм туҡланыуҙы ойошторҙо. Улар Мәләүез ҡалаһындағы ун дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыусыларҙы йылы аш-һыу менән тәьмин итә. Уларҙа барлығы һигеҙ меңгә яҡын бала уҡый. Быйыл 1-се сентябрҙән аутсорсинг буйынса ун һигеҙ ауыл мәктәбендә балаларҙың туҡланыуын ойошторғандар. Йәғни уларҙың хеҙмәтләндереүенә йәнә ике мең бала өҫтәлгән. Бынан тыш, һигеҙ мәктәптә буфет эшләй.
Илгиз Ғәбделислам улы, етәксе булараҡ, ошондай принциптан сығып эш итә: балаларға аш-һыуҙы яҡшы сифатлы продукциянан ғына әҙерләргә, ә мәктәп ашханаларында иң оҫта ашнаҡсылар эшләргә тейеш. Бының ысынбарлыҡта шулай булыуына юғарыла телгә алған мәктәптә күреп ышандыҡ. Бында был яуап­лы эште повар-бригадир Лилиә Тимерәева етәкселегендәге коллектив башҡара (фотола). Наталья Афанасьева, Елена Карюгина, Рәзилә Шәйхетдинова аш-һыуҙы күңел йылыһын биреп әҙерләй. Уларҙың оҫталығы һәм продукция муллығы менюҙы даими төрләндереп торорға мөмкинлек бирә. Кухня эшселәре Рәмилә Арыҫланова, Лилиә Бикҡужина, буфетсы Гүзәл Шәһәрова ла уңғанлыҡтары менән коллективта абруйлы. Әйткәндәй, Лилиә Фәһим ҡыҙы – аш-һыу өлкәһендә тәрән белемле һәм тәжрибәле белгес. Ул К.Г. Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университетын тамамлаған. Әленән-әле ашнаҡсы һөнәри оҫталыҡ конкурстарында һәм күргәҙмәләрҙә, шулай уҡ ҡала һәм республика әһәмиәтендәге мөһим сараларҙы хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша. Мәләүез районы делегацияһы менән Мәскәүҙәге “Һабантуй” байрамдарын үткәреүҙә лә Лилиә Тиме­рәеваның тырышлығы лайыҡлы билдәләнгән. Үткән йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән. Башҡа мәктәптәрҙәге ашнаҡсылар коллективтары Лилиә Фәһим ҡыҙы етәкселегендәге һөнәр оҫталарынан үрнәк ала. Иң мөһиме, мәктәп ашханаларында аш-һыуҙы үҙҙәренең районында етештерелгән экологик саф һәм юғары сифатлы продукциянан ғына әҙерләйҙәр.
Егәрленең ҡулы етеМәләүез кооператорҙары бөтә эш йүнәлештәрендә лә булдыҡлылыҡ һәм әүҙемлек менән алдыра. Бөгөнгө Мәләүез ҡулланыусылар йәмғиәте ул комплекслы заманса сауҙа предприятиеһы булып тора. Йәмғиәттең утыҙҙан ашыу магазины бар, уларҙың егерменән ашыуы ауылдарҙа урынлашҡан. Үҙҙәренең продукцияһын һатыу өсөн ҡалала заманса киоск асҡандар. Йәмғиәт етәкселеге магазиндарҙа тауар төрҙәрен арттырыу, хеҙмәтләндереү мәҙәниәтен күтәреү, сауҙаны халыҡҡа яҡынайтыу һәм уның социаль йүнәлтелеүе хаҡында етди хәстәрлек күрә. Хәҙер улар ҡарамағындағы ауыл магазиндарының күпселеге үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереүгә ҡоролған, нәҡ ҡалалағыса. Ә инде сауҙа нөктәһе булмаған бәләкәй ауылдарға тәгәрмәс өҫтөндәге магазин – автолавка бара (фотола). Был маҡсатта йәмғиәт үткән йылда лизингка “Газель” автомобиле һатып алған. Ул һыуытҡыс, уңайлы витриналар һәм прилавка менән йыһазландырылған. Алдан төҙөлгән график буйынса автолавка аҙнаның һәр көнөндә егерменән алып йөҙ йортҡа ҡәҙәр булған торлаҡ пункттарына юллана. Ундай ауылдар, нигеҙҙә, ҡаланан йыраҡ урынлашҡан. Уларҙың һаны ун биштән арта. Автолавканы мөдир Светлана Ярошенко етәкселегендәге һатыусылар хеҙмәтләндерә. Улар ауылдарға тауарҙарҙың тулы ассортиментын алып сыға. Бер үк ваҡытта урындарҙа халыҡтан кәрәкле тауарҙарға заявкалар ҙа ҡабул итәләр. Заказдар кисектермәй үтәлә.
Йәмғиәт сауҙаға үҙе етештергән продукцияны ла мул тәҡдим итә. Предприятие цехында бешерелгән икмәк, икмәк-булка, кондитер изделиелары, ярымфабрикат­тарҙың ассортименты егерменән артып китә һәм халыҡта ҙур һорау менән фай­ҙалана. Цехтың алтын ҡуллы кондитер­ҙары өлгөрткән бәлештәр һәм башҡа төр изделиелар иң затлы табындарҙы биҙәрлек.
Йәмғиәт әҙерләүҙәр өлкәһендә лә тармаҡта алдынғы иҫәптә. Халыҡтан йәшелсә, ит, тире сеймалы, макулатура йыялар. Икенсел сеймалды ҡабул итеү-әҙерләү пункты һәм уларҙы һаҡлау өсөн махсус келәттәр булдырылған. Ауыл хужалығы продукцияһын тапшырған өсөн быйыл халыҡҡа һигеҙ миллион һум аҡса түләнгән. Тимәк, шәхси хужалыҡтар ошо ҡәҙәр табыш алған тигән һүҙ. Ағымдағы йылдың ун айында предприятиеға әҙерләүҙәр тармағына 50 миллион һум табыш кергән. Ә тулайым керем 150 миллион һумдан ашып китә. Был үткән йылдың ошо осорона ҡарата 102,5 процент тәшкил итә.
Коллективта 130-ҙан күберәк кеше эшләй. Улар – үҙ эшен ысынлап яратҡан, предприятиеның булмышына тоғролоҡло һөнәр эйәләре. Воскресенское ауылы магазины мөдире Л. Андреева, ревизия комиссияһы рәйесе Л. Лазарева, экспедитор В. Маркевич, кафе мөдире Р. Абдраҡова, әйҙәүсе хисапсы Л. Денисова, 13-сө мага­зин мөдире Р. Сөләймәнова, әйҙәүсе белгес Л. Гундорина үҙҙәренең 30 – 40 йыл хеҙмәт эшмәкәрлеген ҡулланыу­сылар кооперацияһына бағыш­лаған. Хисапсы Г. Бик­мөхә­мәтова, аш­наҡсы-бригадир Е. Кальянова, ашнаҡсы А. Казбакова ла намыҫлы хеҙмәттәре менән абруй яулаған. Магазин мөдирҙәре З. Асылбаева, Ф. Буран­ғолова, Г. Хис­мәтуллина ауыл халҡына заманса сауҙа хеҙмәте күрһәтеү ҙә өлгө булып тора. Йәмғиәттең финанс эшмәкәрлеген дөрөҫ һәм заманса ойоштороуҙа баш хисапсы И. Ха­лиҡованың һәм уның етәкселегендә эшләгән белгестәрҙең тырышлығы ҙур.
– Предприятиенең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге һәм кон­курентлыҡ һәләте – тотош коллективтың берҙәм тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Беҙҙең һәр хеҙмәт көнөбөҙ ҡулланыусылар кооперативының халыҡ өсөн кәрәкле һәм игелекле булыуын раҫлай, – ти йәмғиәт директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре Илгиз Фәйзуллин.
Мәләүез ҡалаһы.


Автор: Г. СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Информация о принятом Законе Республики Башкортостан от 5 июня 2019 года № 107-з «Об исполнении бюджета Республики Башкортостан за 2018 год»
Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 240

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 182

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 205

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 183

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 213

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 215

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 261

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 204

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 192

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 153

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 263