Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Титандан ныҡ, алюминдан еңел
Рәсәй етештереүселәре әленән-әле төрлө тармаҡтағы асышы, уңышы менән ҡыуандыра. Күптән түгел генә автоматлаштырылған кер йыуыу машиналарын ылау-ылау сит илдән һатып алһаҡ, хәҙер үҙебеҙ донъяның бихисап илдәренә оҙатабыҙ.

Рәсәй сәнәғәтендә углерод революцияһы башланыуы ла ҡыуаныслы ваҡиға. Донъяла углесүс етештереү буйынса иң ҙурҙарҙан һаналған линияның икенсеһе асылды. Был материал беҙ йәшәгән быуаттың иң ышаныслыһы булараҡ тарихта ҡалыр, моғайын. Белгестәр уның алмаштырғыһыҙ булыуын билдәләй. Иң яҡшы сорттары титандан алты тапҡырға ныҡлыраҡ, шул уҡ ваҡытта юғары сифатлы ҡоростан – биш, алюминдан 1,5 – 2 мәртәбәгә еңелерәк. Карбон оҙаҡ йылдар оборона тауары булараҡ ҡулланылды, әммә хәҙер ул күҙгә күренмәй торған самолеттарҙы һәм космик антенналарҙы көпләү өсөн генә түгел, ә тормоз дисктары, подшипниктар, двигатель деталдәре һәм бетон плитә арматуралары өсөн дә файҙаланыла.
Статистика буйынса, космос һәм авиасәнәғәт 20 процент самаһы композит ҡуллана, 40 проценты транспортҡа һәм төҙөүселәргә, 15-е электроника менән машина төҙөлөшөнә йүнәлтелә. Бөтә йүнәлештә лә ихтыяж арта бара. Карбонға хаҡ шулай уҡ үҫә, бер нисә йыл элек уға ҡытлыҡ хасил булғас, хаҡы хатта ике тапҡырға артып киткәйне. 2020 йылда донъяла углесүс етештереү бөгөнгә йылына 90-дан 260 мең тоннаға етәсәк тик күҙаллана.
Әлегә углепластиктың иң яҡшы сортын башлыса немецтар менән япондар етештерә, әммә уларҙы Ҡытай уҙып бара. Был шөғөл бында дәүләт кимәлендәге мөһим әһәмиәткә эйә. 2010 йылда тамамланған 11-се биш йыллыҡта йылына углесүс сығарыуҙы өс мең тоннаға еткерһәләр, 12-сеһендә 10 – 13 тонна йөкләмә алынған.
Рәсәйҙә бөгөнгәсә углепластик әллә ни күп булманы. Был материал барыһынан алда хәрбиҙәргә кәрәк ине, сөнки ҡорал эшләгәндә ҡулланылды. Тап шуға ла уны иң тәүҙә атом өлкәһендә мәшғүл булғандар үҫтерҙе. 1970 йылдарҙа углесүс етештереү буйынса сер итеп тотолған өс предприятие төҙөлдө. Улар 1998, 2008 йылдарҙағы көрсөк афәтен кисереп, һуңынан “Росатом”ға тапшырылған дәүләт холдингына берләштерҙеләр. Бынан һуң эш алға ла барманы, артҡа ла китмәне. “Росатом” был йүнәлеште үҫтерергә ашыҡманы, сөнки иҡтисадта углесүскә ул тиклем ихтыяж булманы. Рәсәй сәнәғәте өсөн йылына 350 тонна самаһы композит ситтән алынды, был донъяла ҡулланылғандың 0,4 процентын тәшкил итә. Әлегәсә “Энергия-Буран” йыһан комплексы углепластик проектын киң ҡулланған ҙур тармаҡ булып ҡала.
“Росатом”дың үҙенең ихтыяжы өсөн йылына 120 тонна материал етә. Әммә был киләсәк перспективаһы өсөн көлкө тойола. Мәҫәлән, “Аэробус А350”, “Боинг-787” лайнерҙары ауырлығының яртыһын композит, 20 процентын – алюмин, 15-ен титан тәшкил итә. Бындай һәр машина өсөн 30 – 50 тонна углепластик кәрәк. Әле 160 заказ йыйып өлгөргән “МС-21” Рәсәй лайнеры композит ҡанаттар алды. Беҙҙең хәрбиҙәр был материалды ҡулланыу юҫығында сит илдәрҙән ҡалышмай. Бишенсе быуын истребителдәренең сирек өлөшө углепластиктан торһа, көпләүгә 70 процент самаһы заман тауары ҡулланыла. Киләсәктә хәрби-һауа көстәре ошондай 60 истребителгә заказ биреүе көтөлә (һәр береһе алты миллиард һум тора), ә уларҙы төҙөү өсөн 300 тонна самаһы композит кәрәк буласаҡ.
Күренеүенсә, заман материалына ихтыяж ҙур буласаҡ. Әле был юҫыҡта эштәр алға бара. Мәҫәлән, “Росатом” Татарстандағы яңы төҙөлгән “Алабуға” предприятиеһына дүрт миллиард һум аҡса йүнәлтте. Уның тәүге линия ҡеүәте – 1,7 мең тонна. Төҙөлөш 2012 йылда башланып, 2015-тә үҙенең тәүге тауары менән ҡыуандырҙы. Дөрөҫ, әлегә был эштең башы ғына. Киләсәктә йәнә өс-дүрт ошондай линияны эшкә ебәреү күҙаллана. Ул сағында тиҙҙән йылына ете-һигеҙ мең тонна углесүс етештерә аласаҡбыҙ. Тимәк, Ҡытай менән ярышыр көндәр, үҙебеҙҙең ихтыяжды үҙебеҙ ҡаплап, ҡалғанын ситкә һата башлар ваҡыт алыҫта түгел.
Әлбиттә, был ил иҡтисады өсөн үтә отош­ло буласаҡ. Мәҫәлән, донъя баҙарында бер мең тонна углепластик 80 миллион доллар (4,8 миллиард һум) тирәһе тора. Был материалдың хаҡы донъяла Рәсәй күпләп сығарған һәм экспортҡа оҙатҡан титандан юғары. Шулай булғас, бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң бөгөнгө титанға өҫтәмә рәүештә углепластик та барлыҡҡа килеүе мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503