Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тағы ла икмәк хаҡында
Тағы ла  икмәк хаҡында Икмәк – табыныбыҙ­ҙың йәме. Өҫтәлдә әллә ниндәй ҡыйбатлы ризыҡ тулып ултырһа ла, ҡаласһыҙ
табынды күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.



Ғәмәлдә һуңғы тиҫтә йылда икмәкте аҙыраҡ ашай башла­ғанбыҙ. Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров билдәләүенсә, уны сирек өлөшкә кәмерәк ҡулланыуыбыҙ асыҡланған. Тармаҡ етәксеһе фекеренсә, был, әлбиттә, халыҡ ярлыланған да хәҙер икмәк алырҙай аҡсаһы юҡ тигән һүҙ түгел. Бының сәбәбен ҡайһы берәүҙәр икмәк ризыҡтарының тәме үҙгәреүе менән аңлатһа, бойондороҡһоҙ эксперттар йәнә хаҡы артыуы һәм уның сифатҡа тап килмәүенә бәйләй.
Һуңғы тиҫтә йылда илдә бер кешенең икмәк ҡулланыуы 66 килограмдан 49-ға тиклем кәмегән. Аҙыҡ-түлек сифаты буйынса эксперт Максим Кадушкин быны халыҡтың, имеш, һаулығын хәстәрләүе, икмәктә углевод күп тигән фекергә үтә ҡолаҡ һалыуы менән аңлата. Нимә генә тимә, радионан, телевидениенан икмәк ашау зарарлы тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. “Күп ҡыҙҙар матур буй-һынлы булып ҡалыу өсөн икмәктән бөтөнләй баш тарта”, – тип аңлата белгес. Әлбиттә, был ауыл халҡына ҡағылмай. Башлыса ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәр ошондайыраҡ ҡарашта.
“Алор Брокер” аналитигы Кирилл Яковенко ла был фекер менән риза. “Ун йылда магазин кәштәләре бығаса хатта ишетмәгән, белмәгән төрлө ризыҡтар менән тулды. Халыҡҡа кинәнеп һайлау мөмкинлеге бар. Был, әлбиттә, яҡшы. Тап шуға ла кеше икмәк менән генә туҡланмай. Йәнә хәҙер ауырлығы, ҙурлығы йәһәтенән уның төрө бихисап. Аҙаҡҡы ун йылда Рәсәйҙә икмәк етештереү 18 процентҡа кәмегән. 2007 йылда һигеҙ миллион тонна әҙерләнһә, хәҙер алты-ете миллион тонна самаһы.
Санитария һәм микробиология йәһәтенән икмәк хәүефһеҙерәк була башлаған. Ул оҙаҡ һаҡлана. Ҡайһы бер белгестәр, һуңғы осорҙа икмәк насар әҙерләнә, тигән ҡараш менән килешмәһә лә, Кирилл Яковенко ризалашып бөтмәй. “Икмәктең тәмһеҙ булыуы иҡтисади хәлгә лә бәйле. Ул әллә ни табыш килтермәй, килем артынан ҡыуып, арзан ингредиенттар, төрлө ҡабартҡыстар, ҡатнашмалар ҡушалар, – ти ул. – Эште бойҙайҙың сифатын тикшереүҙән башларға кәрәк, сөнки күп етештереүселәр, шул иҫәптән сит илдәрҙеке лә, был йәһәттән тейешле талаптарға яуап бирмәй”.
Икмәккә хаҡ ҡулланыу кәрзинендәге башҡа аҙыҡ-түлектәр менән йәнәш арта, шулай ҙа әкренерәк, сөнки ул – көндәлек тормошобоҙҙағы мөһим ризыҡ. Власть әһелдәре уға инфляцияны тотҡарлап килә.
Әйткәндәй, бөгөн икмәктең тәме, сифаты тураһында һорауҙар күп. Тап шуға ла Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы икмәктең 50 күрһәткес буйынса сифатын һәм хәүефһеҙлеген тикшереү буласағын вәғәҙә итә. Был сара элекке күпереп һәм бөтә халыҡ яратып, маҡтап ашаған әпәкәйҙе кире ҡайтара алырмы икән?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503