Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һалым полицияһын иҫкә алғанда...
Һалым полицияһын  иҫкә алғанда...Президент Владимир Путин күптән түгел Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексына үҙ эшен асҡан, әммә шәхси эшҡыуар сифатында теркәлмәгән шәхестәрҙең хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән үҙгәрештәр индергән 199-сы федераль законға ҡул ҡуйҙы. Граждандарҙың яңы закон буйынса теркәлгән был категорияһы тәүге ике йылда физик шәхестәрҙең килемдәренә һалымдан (НДФЛ) азат ителә. Закон 6 августа ғәмәлгә инде.
Яңы закон криминал составы булмаған “күләгә” эшҡыуарлығы масштабын кәметеүгә йүнәлтелә. Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы (РАНХиГС) Социаль-сәйәси мониторингы үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, илдәге барлыҡ эшләгән граждандарҙың 45 проценты күрһәтелгән категорияға инә — ваҡытлыса йәки даими рәүештә рәсми теркәлмәгән килемле эш менән шөғөлләнә.
Граждандарҙың проблемалы йәнә бер категорияһы — илдә 33 миллион хеҙмәткәр эш хаҡын тулыһынса йәки өлөшләтә “конвертта” ала. Килеп тыуған ауыр хәлдең төп сәбәбе илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡҡа һәм хеҙмәткәрҙәрҙең реаль килемдәре кәмеүгә бәйле. Рәсми рәүештә теркәлмәйенсә, “конвертта” алынған эш хаҡынан һалымдар, Пенсия фондына һәм башҡа түләүҙәр, әлбиттә, иҫәпләнмәй.
Федерация Советының Бюджет һәм финанс баҙарҙары буйынса комитеты әҙерләгән закон проектына ярашлы, “физик шәхес” төшөнсәһен, мәҫәлән, “шәхси эшҡыуар” төшөнсәһенә тиңләп, Һалым һәм Граждандар кодекстарына индереү күҙ уңында тотола. Закон проекты авторҙары фекеренсә, “физик шәхестәр” ул осраҡта ваҡ эшҡыуарлыҡ өлкәһен ишәйтеп, һалым сәйәсәте өлкәһендәге балансты көйләүҙә ҡатнаша ала. Был эштә льготалы (алты процентлыҡ ставкалы) кредит төп стимул булырға тейеш. Әммә был проект “физик шәхес” төшөнсәһенә өҫтәмә йөкмәтке һалып, буталсыҡ индерәсәк — тимәк, яңы хоҡуҡ боҙоуҙарға юл асасаҡ.
Эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын боҙоуҙың яңынан-яңы схемаларын эҙләп таба һәм уларҙы камиллаштырып, закондарҙағы етешһеҙлектәргә яраҡлаштырып тора. Мәҫәлән, эшкә урынлашыусыға: “Беҙ хеҙмәт килешеүе (“трудовой договор”) буйынса, хеҙмәт кенәгәһенә теркәүһеҙ алабыҙ”, — тип тәҡдим итәләр. Ғәмәлдә иһә бер ниндәй килешеү төҙөлмәй, һалым органдарына, Пенсия фондына түләүҙәр күсерелмәй, хеҙмәт кенәгәһендә стаж теркәлмәй. Эш хаҡы тулыһынса “конвертта” бирелә. Тимәк, киләсәктә ундай хеҙмәткәрҙәргә пенсия билдәләүҙә бик ҙур проблемалар буласаҡ.
Ҡайһы берҙә хеҙмәткәргә эш хаҡының ҙур өлөшөн “конвертта” биреп, “рәсми” өлөшө минималь эш хаҡы (МРОТ) күләмендә генә иҫәпләнә, йәғни һалымдар, Пенсия фондына һәм башҡа түләүҙәр шул МРОТ күләменән генә алына. Әгәр етәкселәр шундай махинацияға бара икән, уларҙың һалымдарҙы, түләүҙәрҙе тейешенсә башҡарыуына ла ышанырға ярамай.
Йәнә бер ысул — подряд килешеүе. Был ысул аша, ғәҙәттә, сит ил граждандарын төҙөлөш эштәренә йәлеп итәләр. Уға ризалашҡан хеҙмәткәр бөтөнләй хоҡуҡһыҙ ҡала.
Был төр хоҡуҡ боҙоуҙар, 2003 йылда Рәсәй Федерацияһы Һалым полицияһы федераль хеҙмәте (ФСНП) юҡҡа сығарылғас, киң таралды һәм илдең финанс системаһына етди хәүеф менән янай башланы. ФСНП функциялары Эске эштәр министрлығына һәм Федераль һалым хеҙмәтенә тапшырылды, әммә улар элекке Һалым полицияһы функцияларын тулы күләмдә үтәй алмай. Шул сәбәпле Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитеты, мәҫәлән, киң вәкәләтле структура — Финанс полицияһы ойоштороу мәсьәләһен күтәрә. Был структура булдырылһа, ул элекке Һалым полицияһы функцияларын да үҙ эсенә аласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503