Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ер хужаһыУндайҙар хаҡында ер кешеһе, ер хужаһы тип әйтәләр. Бар ғүмерен тыуған Башҡортостаныбыҙ иҡтисадын үҫтереүгә, яңы биопрепараттар уйлап табыуға арнаған Вячеслав Кузнецовты ысын мәғәнәһендә ер хужаһы тип атарға була.

Вячеслав Кузнецовтың бөгөнгө уңыштары – 30 йыл фиҙакәр хеҙмәт һөҙөмтәһе. Ул бизнес артынан ҡыумай. Ғөмүмән, был төшөнсәләр уға ят. Үҙен ябай етештереүсе рәтенә индерә. Маҡсаты – ер эшенә һәм малсылыҡҡа бәйле тармаҡҡа ярҙам итеү, экологик яҡтан таҙа, химияһыҙ продукция үҫтереү.
Бөгөн Вячеслав Кузнецов ауыл хужалығы өсөн биопрепараттар, биоактив һәм микробиологик ашламалар етештергән “БашИнком” предприятиеһына етәкселек итә. Хужалыҡ 4,5 миллион гектарҙа, шул иҫәптән республиканың 350 мең гектар сәсеүлектәрендә файҙаланылған 250 төр биопродукция етештерә. Бындағы брендлы ашламалар Рәсәйҙең 60 төбәгендә, шулай уҡ Балтик буйы, йыраҡ сит илдәрҙә ихтыяж менән ҡулланыла. Йыл һайын 300 тонна биопродукция экспортҡа оҙатыла.
Әйткәндәй, биопрепараттар һәи биоактив ашламалар нигеҙендә “БашИнком” коллективы Рәсәйҙең ғилми-тикшеренеү институттары, аграр вуздар һәм ауыл хужалығы етештереүселәре менән берлектә экологик яҡтан таҙа, юғары уңышҡа килтергән биотехнология уйлап тапҡан. Ул ауыл хужалығы культуралары уңышын уртаса 15–25 процентҡа арттырырға ярҙам итә.
– Беҙ ағыулы химикаттарҙың ни тиклем зарарлы икәнен аңланыҡ һәм уларҙы ҡулланыуҙан тулыһынса баш тарттыҡ. Үҙебеҙ уйлап тапҡан биотехнология, тәбиғи һәм биологик алымдар ярҙамында таҙа уңыш алыуға өлгәшергә мөмкин.
Үткән йылда “Башинком” предприятие­һында “Ауыл хужалығында биоактив һәм микробиологик ашламаларҙы етештереү, ҡулланыу технологияһы” тигән Бөтә Рәсәй семинары ойошторолдо. Ә күптән түгел Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “БашИнком” предприятиеһында эш сәфәрендә булды. Төбәк Башлығы предприятие етәкселеге менән хужалыҡты үҫтереү юлдарын, дәүләт ярҙамы күрһәтеү, яңы технологияларҙы ҡулланыу тәжрибәһен киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
– Йыл һайын беҙ яҡынса өс миллион тонна ашлыҡ йыйып алабыҙ. Әгәр ҙә уртаса гектар ҡеүәтен тағы ун процентҡа арттырһаҡ, өҫтәмә рәүештә 300 мең тонна ашлыҡ аласаҡбыҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Һөйләшеү барышында Рөстәм Хәмитов айырыуса республика хужалыҡтарының был биотехнологияны ҡулланыуы менән ҡыҙыҡһынды. Әбйәлил районының “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Рәил Фәхрисламов инновациялы технология тураһында тик ыңғай фекерен еткерҙе.
– Һеҙҙең технология ауыл хужалығында бик файҙалы һәм кәрәкле. Ерҙе ашлама менән дөрөҫ туҡландырып, ҙур уңышҡа өлгәшәһегеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы эш сәфәре барышында.
“БашИнком” менән танышырға сит өлкәләрҙән дә киләләр. Мәҫәлән, күптән түгел Германия делегацияһы менән берлектә Саксонияның экология һәм ауыл хужалығы буйынса ер парламенты комитеты рәйесе Себастьян Фишер булған. Ҡунаҡтар өсөн предприятие буйлап экскурсия үткәрелгән. Улар тәжрибә туплау йәһәтенән пред­приятиеға тағы килергә теләк белдергән.
Вячеслав Кузнецов әйтеүенсә, предприятиела яҡынса 400 кеше эшләй.
– Етештереү базалары Күмертау, Благовещен һәм Өфөлә урынлашҡан. Ауыл хужалығы етештереүселәре әлеге технологияны ҡулланыуҙан файҙа ала, әммә уңышҡа ике-өс миҙгелдән генә өлгәшергә мөмкин. Бынан тыш, биотехнологияны ҡулланыу иҡтисади яҡтан отошло булыуға ҡарамаҫтан, күптәр ғәҙәтләнгән ашламаларға өҫтөнлөк бирә, – ти предприятие етәксеһе Вячеслав Кузнецов.
2017-2018 йылдарҙа Күмертауҙа микробиологик органик минераллы препараттар етештереү буйынса комплекс төҙөләсәк. Яңы предприятие 98 кешегә эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Предприятиеның ҡаҙаныштары халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм ауыл хужалығы йәрминкәләрендә алтын миҙалдар менән билдәләнгән.
Ни тиһәң дә, етәксенең ойоштороу һәләтенән күп нәмә тора. Күп йылдар дауамында тупланған тәжрибә, аҡыл, эшһөйәрлек, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү, ҡоростай характер кеүек сифаттар хас Вячеслав Ивановичҡа. Эргә-тирәһе уның ябайлығына хайран ҡала. Арҡаһына рюкзагын аҫып, республиканың төрлө һоҡланғыс урындарын байҡап сыҡҡан. Алтай тауына ла менгән, Памирҙа, Кольский ярымутрауында, Саха (Яҡут) республикаһында ла булған. Үҙенең коллегаларын да палатка тормошона йәлеп иткән.
Күптән түгел Вячеслав Кузнецов үҙенең уйланыуҙары тураһында китап нәшер иткән. Йәшәйеш мәсьәләләренә ҡағылған был китапта һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап табасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503