Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бәләкәй БАМ-ды хәтерләтә”
“Бәләкәй БАМ-ды хәтерләтә”Тигеҙ юлдар ауылдарҙың төҙөклөгө күрһәткесе генә түгел, ә дәүләттең урындағы халыҡҡа ҡарата иғтибарлы булыуы, уларҙың проблемаларына битараф түгеллеге хаҡында һөйләй. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа республика, төбәктәр етәкселеге юлдарҙың торошона, уны төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлә. Бөгөн ҡала, район ауылдары буйлап асфальт, ҡырсынташ түшәлгән юлдарҙан елдерәбеҙ, соҡор-саҡырһыҙ араларҙы рәхәтләнеп үтәбеҙ.

Нуриман районында ла был тәңгәлдә эштәр яҡшы ҡуйылған, ауылдарҙы асфальт юлдар тоташтыра, халыҡ һикәлтәһеҙ, тигеҙ юлдар менән файҙалана. Әлбиттә, төҙөкләндерелгән, асфальт менән ҡапланған урамдар, майҙансыҡтар, тротуар-тыҡрыҡтар, предприятие-ойошмаларҙың матур участкалары — барыһы ла урындағы үҙидаралыҡ органының тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Төбәктә юлдарҙы ремонтлау, асфальт түшәү эше һис ҡасан туҡтағаны юҡ, ауыл халҡы бер аҙ маҡтанып “Беҙҙең район бәләкәй генә БАМ-ды хәтерләтә ул. Күрше райондар халҡы хатта беҙгә көнләшеп ҡарай”, – ти. Ысынлап та, был яҡтарҙа юлдар төҙөклөгө менән күптәргә өлгө булырлыҡ.
Бөгөн Вознесенский – Саруа автомобиль юлының 0 – 11,9 һәм Ҡыҙылъяр – Яңы Субай юлының 0 – 12,3 километр участкаларында ремонт эштәре бара. Был участкаларҙа тыйыусы юл билдәләре ҡуйылған, ауырлыҡ контроле пункты эшләй. Ремонт барһа ла, юлдар еңел транспорт йөрөү өсөн яраҡлы. Күләмле эштәрҙе “Региондорстрой”, “Корунд” яуаплылығы сикләнгән, “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәттәре башҡара. Әле юлсылар ҡом-таш ҡатнашмаһы ташыу, юлдарҙы грейдер менән тигеҙләү һәм нығытыу менән мәшғүл. Бынан тыш, юлдарҙың тирә-яғы ла төҙөкләндерелә, ағастар киҫелә, кәрәк урында бәләкәй күперҙәр һалына.
– Эш ике сменала ойошторолған, юлсылар үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡара. Юл төҙөүҙә 100-гә яҡын кеше ҡатнаша. Шуныһы мөһим: 53 берәмек ҡеүәтле һәм заманса техника йәлеп ителгән, шуға бер ниндәй тотҡарлыҡ юҡ. Республика, район етәкселеге тарафынан һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, бер генә үтенесебеҙ ҙә яуапһыҙ ҡалмай, – ти “Корунд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең участка начальнигы Сәлим Усманов. – Әлбиттә, юлдарҙың сифатын яҡшыртырға тырышабыҙ, соҡор-саҡырлы ерҙән йөрөү ниндәй ауырлыҡтар тыуҙырғанын яҡшы беләбеҙ бит.
Ә Нуриман юл ремонтлау-төҙөү идаралығы юлсылары әле Саруа ауылының ике үҙәк урамына асфальт түшәү менән мәшғүл. Тиҙҙән ауыл халҡы ауыр йөк машиналарының саң-туҙанынан ҡотолоп, саф һауа менән иркен тын аласаҡ.
Саруа ауылынан пенсионер Фаяз ағай Ғәлимәрүәнов та бөгөн юлсыларҙың эшенән ҡәнәғәт. “Оҙаҡ йылдар юлһыҙ интектек. Район үҙәгенә йомош менән барыу үҙе бер проблема була торғайны, балалар ҙа ошо сәбәпле ауылға һирәк ҡайтыр ине. Шөкөр, ремонт тамамланһа, юлдар асылһа, беҙ күргән михнәттәр төш кенә булып ҡалыр инде”, – ти хаҡлы ялдағы ағай. Уның һүҙҙәренә ҡеүәт өҫтәп, ауыл биләмәһе башлығы Миләүшә Иҙрисова ла, оҙаҡ йылдар юлһыҙ интеккән ауылдаштары исеменән һәр юлсыға рәхмәт һүҙҙәре еткереп: “Беҙҙең ауыл тиҙҙән төпкөлдәрҙән һаналмаҫ. Ситтә йәшәгән ауылдаштар, ҡунаҡтар, дуҫ-иштәр, олатаһы-өләсәһе янына ейән-ейәнсәрҙәр йыш ҡайтыр инде”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты.

Нуриман районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем тағы 33 ҡасабаға газ үткәрелә

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем тағы 33 ҡасабаға газ үткәрелә 30.06.2025 // Иҡтисад

Әле 39 ҡасаба-ара газ үткәргес файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 15

Башҡортостанда Белоруссияның Сауҙа йортон асыу мөмкинлеген ҡарайҙар

Башҡортостанда Белоруссияның Сауҙа йортон асыу мөмкинлеген ҡарайҙар 27.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда Белоруссияның Сауҙа йортон асыу мөмкинлеген ҡарайҙар...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан Башлығы Петербург иҡтисад форумының иң мөһим һөҙөмтәләрен әйтте

Башҡортостан Башлығы Петербург иҡтисад форумының иң мөһим һөҙөмтәләрен әйтте 23.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Петербург иҡтисад форумының иң мөһим һөҙөмтәләрен әйтте...

Тотош уҡырға 36

Башҡортостан инвестиция мөхите милли рейтингында 3-сө урынды һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите милли рейтингында 3-сө урынды һаҡлап ҡалды 20.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите милли рейтингында 3-сө урынды һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 38

Республикала йәшәүселәрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр

Республикала йәшәүселәрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр 20.06.2025 // Иҡтисад

Республикала йәшәүселәрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр...

Тотош уҡырға 33

Башҡортостан Петербург иҡтисад форумында БПЛА өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Башҡортостан Петербург иҡтисад форумында БПЛА өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө 19.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург иҡтисад форумында БПЛА өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө...

Тотош уҡырға 32

Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды

Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды 17.06.2025 // Иҡтисад

Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостанда иң юғары хеҙмәт хаҡы булған биш район билдәләнде

Башҡортостанда иң юғары хеҙмәт хаҡы булған биш район билдәләнде 17.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда иң юғары хеҙмәт хаҡы булған биш район билдәләнде...

Тотош уҡырға 36

Өфөлә бизнес-форумда Беларусь менән хеҙмәттәшлек тураһында 10 документҡа ҡул ҡуйылды

Өфөлә бизнес-форумда Беларусь менән хеҙмәттәшлек тураһында 10 документҡа ҡул ҡуйылды 11.06.2025 // Иҡтисад

Өфөлә бизнес-форумда Беларусь менән хеҙмәттәшлек тураһында 10 документҡа ҡул ҡуйылды...

Тотош уҡырға 39

Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы йәнә ҡиммәтләнә

Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы йәнә ҡиммәтләнә 10.06.2025 // Иҡтисад

Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы йәнә ҡиммәтләнә...

Тотош уҡырға 50

Республикала ағымдағы йылға бюджетҡа төҙәтмәләр индерелде

Республикала ағымдағы йылға бюджетҡа төҙәтмәләр индерелде 03.06.2025 // Иҡтисад

Республикала ағымдағы йылға бюджетҡа төҙәтмәләр индерелде...

Тотош уҡырға 69

Өфөлә вертолеттар өсөн аэропорт төҙөлә

Өфөлә вертолеттар өсөн аэропорт төҙөлә 30.05.2025 // Иҡтисад

Өфөлә вертолеттар өсөн аэропорт төҙөлә...

Тотош уҡырға 98