Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Кеше капиталына идара итеү: 2030 стратегияһының төбәк талаптары” – 27-28 апрелдә Өфөләге Конгресс-холда үтәсәк форум шулай тип атала. Уның маҡсаты – хеҙмәт ресурстарына идара итеү буйынса төбәк сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен асыҡлау.
Һәйбәт йолаға ярашлы, форумда дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, ҙур компанияларҙың топ-менеджерҙары, ҙур һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, фән һәм мәғариф белгестәре, персоналға идара итеү хеҙмәттәре һәм консультанттары ҡатнашасаҡ.
* * *
Башҡортостан банктарының предприятиеларҙың инвестиция эшмәкәрлегенә индергән өлөшө рәсми сығанаҡтарҙа күрһәтелгәнгә ҡарағанда байтаҡҡа ҙурыраҡ.
Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов хеҙмәтләндереү сифаты буйынса Өфөлә уҙғарылған конференциялағы сығышында белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, банк кредиттарының өлөшө предприятиеларҙың үҙҙәре һалған финанс сараларына ҡарағанда ла күберәк. Билдәле булыуынса, былтыр республикала инвестиция үҫеше 4,5 процент тәшкил иткән, ә, дөйөм алғанда, бөтә төр сығанаҡтар иҫәбенә ошо күрһәткес 360,9 миллиард һумға еткән.
* * *
“Рәсәй бөгөн” сайтында “Абитуриент навигаторы-2017” эшләй башланы. Был сервис Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарын белем алыу хаҡтары буйынса һайлау, шулай уҡ абитуриенттарҙың Берҙәм дәүләт имтиханында алған уртаса балы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе сағыштырып ҡарау мөмкинлеген бирә.
Навигатор күрһәтеүенсә, коммерция нигеҙендә уҡыу хаҡтары буйынса иң түбән урындарҙа Өфө авиация техник университетының “Математика”, М.Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының өс фәне һәм Башҡорт дәүләт аграр универси­те­тының “Хеҙмәтләндереү өлкәһе” һөнәр­ҙәре тора – уларҙа быйылдан башлап йылына 64,4 мең һум ғына түләү индерелә. Авиация университетындағы информатика һәм бизнес-информатика, аграр университеттағы иҡтисад һөнәрҙәре өсөн дә йылына 70-әр мең һум билдәләнә. Иң ҡиммәтле белем сифатында Өфө дәүләт нефть техник университетындағы архитектор һөнәре аталған: уға уҡыу өсөн йылына 150 мең һум сығым китәсәк.
* * *
Рәсәйҙең Юстиция министрлығы “үҙаллы эшләүсе” төшөнсәһен анығыраҡ билдәләгән тәҡдимдәр әҙерләне. Бығаса ҡануниәттә был төр хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында асыҡ ҡына яҙылмағайны.
Бөгөн үҙаллы эшләгәндәр ҡану­ниәттә өлөшләтә генә сағылдырылған – былтыр ноябрҙә Дәүләт Думаһы йорт йыйыштырыусылар, репетиторҙар һәм бала (йәки сирлене) ҡараусылар өсөн һалым каникулы тураһындағы ҡануни төҙәтмә ҡабул иткәйне.
Үҙаллы эшләгәндәр ҡаҙнаға һалым түләмәй, шуға күрә Хөкүмәт уларҙы “күләгәнән” сығарырға тырыша, ә бының өсөн ҡануни нигеҙ кәрәк. Юстиция министрлығы аңлатыуынса, был эш һалым түләгән кешеләрҙе күбәйтеү өсөн генә түгел, уларҙы хоҡуҡи яҡлау маҡсатында ла башҡарыла. “Опора России” эш­ҡыуарҙар берекмәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн илебеҙҙә 15 миллион самаһы кеше үҙаллы эшләй, һәм уларҙың хеҙмәте бер ҡайҙа ла теркәл­мәгән.
* * *
Рәсәй Үҙәк банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Швецов белдереүенсә, граждандарҙың пенсияға иғәнәһе яҡын киләсәктә эш хаҡының 12 процентына етеүе ихтимал, ләкин был күрһәткес яңы пенсия системаһының ныҡлығына ышаныс булғанда ғына тормошҡа ашасаҡ.
Пенсионерҙарҙың VIII Бөтә Рәсәй конгресындағы сығышынан аңлашы­лыуынса, Швецов бының өсөн махсус механизмдар, мәҫәлән, кешегә аҡса туплау графигының асылын бөгөнгө хаҡтарҙа иҫәпләп ҡарарға ярҙам итеүсе калькулятор кәрәк тип иҫәпләй. Пенсия иғәнәләрен арттырыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу өсөн Хөкүмәт физик шәхестәрҙең килеменә һалымды (НДФЛ) кәметергә уйлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503