Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Кәртәләр" ҡамасаулай...
"Кәртәләр" ҡамасаулай...Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең төбәк үҫеше министры урынбаҫары Илья Пономарев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Улар төҙөлөш тармағының үҫеше, халыҡты социаль торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре тураһында фекер алышты.
Республика башлығы белдереүенсә, беҙҙә төҙөлөш тармағы, дөйөм алғанда, йылдам үҫешә. Мәҫәлән, былтырғы күрһәткестәр 2010 йыл менән сағыштырғанда һиҙелерлек яҡшырған. Быйыл да ошо йүнәлештә эш әүҙемләшәсәк.
Хәл ителеүҙе көткән мәсьәләләр араһында алданған өлөшсөләргә ҡағылышлыһы бигерәк тә мөһим. Республикала зыян күргән ошондай 1600 кеше бар, бюджеттан уларға ярҙамға миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Төҙөлөп бөтмәгән күп ҡатлы 12 йорт булһа, шуның унауһы Өфөлә икән. Һигеҙ йорт "Кәртәләр" ҡамасаулай...тапшырылыу алдында, икәүһе буйынса ҡатмарлыҡтар етерлек. "Әммә бер нимәгә ҡарамай был эште дауам итәсәкбеҙ", – тине Президент. Уныңса, енәйәтселәрҙе фашлау һүлпән бара, бихисап зыян күреүселәрҙән (ә улар меңдәрсә) һорау алыу оҙайлы ваҡыт талап итеүенә һылтанмалар күп. Тегеләр үҙ сиратында һаман да шул уҡ эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүен дауам итә.
***
"Кәртәләр" ҡамасаулай...Торлаҡ төҙөлөшө – Башҡортостан һәм дөйөм ил өсөн иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Әлегә, үкенескә ҡаршы, ул тейешле күләмдә алып барылмай. Шуға ла халыҡты арзан торлаҡ менән тәьмин итеү – алдағы йылдарға ил етәкселегенең төп маҡсаттарының береһе. Рәсәй Федерацияһының Төбәк үҫеше министрлығының Өфөлә үткән күсмә ултырышында ла ошо турала һүҙ барҙы.
Форумда Рәсәйҙең төбәк үҫеше министры урынбаҫары Илья Пономарев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин ҡатнашты. Бында ла шулай уҡ алданған өлөшсөләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, хәрби хеҙмәттән отставкаға сыҡҡандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында ла фекер алышыу булды. Күп балалы ғаиләләргә ер биләмәләре бүлеп биреү мәсьәләһе лә ҡаралды.
2012 йылда республика халҡын торлаҡ менән тәьмин итеү кимәле йән башына 22,5 квадрат метр тирәһе тәшкил итергә тейеш. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн "Кәртәләр" ҡамасаулай...быйыл 2310 мең квадрат метр күләмендә торлаҡ төҙөү күҙ уңында тотола.
– Был беҙҙең төҙөлөш комплексы өсөн үтә лә ҙур маҡсат, уға өлгәшеү башҡарма власть органдарынан һәм төҙөүселәрҙән бер-береһе менән килешеп эшләүҙе талап итәсәк, – тине Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов. Уның фекеренсә, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүҙә ҡатмарлыҡ тыуҙырыусы һәм үҫеш темптарына аяҡ салыусы мәсьәләләр бихисап. Төҙөлөшкә рөхсәт алыу, йортто коммуникацияларға тоташтырыу, уны ҡулланыуға тапшырыуҙағы бихисап административ "кәртәләр" аша үтеү ҙур көс талап итә. Мәҫәлән, урын һайлау һәм төҙөлөш өсөн рөхсәт алыуға иң яҡшы осраҡта йыл ярым – ике йыл ваҡыт кәрәк.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Информация о принятом Законе Республики Башкортостан от 5 июня 2019 года № 107-з «Об исполнении бюджета Республики Башкортостан за 2018 год»
Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 238

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 181

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 204

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 181

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 211

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 213

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 260

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 202

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 191

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 150

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 262