Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көрсөктән сығыу юлдары һәм... Өфөнән сығыу юлы
Көрсөктән сығыу юлдары һәм... Өфөнән сығыу юлы“Сочи-2017” инвестиция форумының тәүге көнө республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы өсөн уңышлы булды һәм бер нисә мөһим документ ҡабул итеү менән тамамланды.
Форумдың пленар ултырышында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев “Рәсәй төбәктәренә инвестициялар: төбәк­тәр сәйәсәте өҫтөнлөктәре” тип исемләнгән сығыш менән мөрәжәғәт итте. Д. Медведев төбәктәрҙең иҡтисади үҫешен йәнләндереү өсөн инвестициялар йәлеп итеү, дәүләт стандарттарын камиллаштырыу, хеҙмәт ресурс­тарын файҙалы ҡулланыу һәм һалымдар системаһын артабан көйләү талап ителеүенә баҫым яһаны. Был йүнәлештәрҙә төбәк­тәргә ярҙам Рәсәй Феде­рация­һының 2017 – 2025 йыл­дарға иҫәпләнгән Комплекслы эш планына ярашлы күрһәтеләсәк. Әммә һәр төбәк үҙенең үҫеш йүнәлеш­тәрен анығыраҡ бил­дәләргә, ҡабул ителгән инфраструктура проекттары гаран­тияланған финанс ярҙамы алырға, инвестициялар йәлеп итеү өсөн өҫтөнлөклө үҫеш биләмәләре, технопарктар, индустриаль парктар, кластерҙар кеүек һыналған структуралар һәм институттар әүҙемерәк ҡулла­нылырға тейеш. Был эштә ал­дын­ғы төбәктәрҙә тупланған ыңғай тәжрибәне киңерәк ҡуллана башлау мөһим. Үҙенең сығышын тамам­лап, Премьер-министр: “…Киләсәк быуын “артта ҡалған Рәсәй” төшөнсәһен белмәҫкә тейеш!” – тигән һүҙҙәрен девиз итеп ҡуйҙы.
Көрсөктән сығыу юлдары һәм... Өфөнән сығыу юлыФорумда ҡабул ителгән документтар араһында Рәсәй Һаҡлыҡ банкы менән төҙөлгән хеҙмәт­тәшлек тураһындағы меморандум Башҡортостан иҡтисады өсөн киләсәктә киң мөмкинлектәр асыуы менән мөһим. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов раҫлауынса, Һаҡлыҡ банкы менән элегерәк төҙөлгән барлыҡ килешеүҙәр уңышлы үтәлеп килә. Яңы ҡул ҡуйылған меморандум юл, социаль объекттар төҙөүҙә, “Баш­ҡортостан Республикаһында йәшәүсе картаһы” пилот проектын тор­мошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәш­лекте күҙ уңында тота. Ислам банкингы проектында ҡатнашыу киләсәктә республикаға мосолман илдә­ренән ҙур инвестициялар йәлеп итеүҙә уңышлы башланғыс булыуы ихтимал.
Республика делегацияһының “МЕТРО Кэш энд Кэрри” ком­панияһы генераль директоры Джери Калмис менән осрашыуы шулай уҡ яҡшыға өмөт уята. Дж. Калмис әфәнде ком­панияның 2005 йылда асылған сауҙа үҙә­генең уңышлы эшләүен билдә­ләне һәм киләсәктә республикала төбәк-ара күмәртәләп һатыу үҙәге тө­ҙөү, етди инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлегенә күрһәтте.
“МЕТРО Кэш энд Кэрри” ком­панияһы – Германияның МЕТРО АГ сауҙа фирмаһы струк­тураһы. Фирма тауар әйләнеше буйынса донъяла дүртенсе урынды биләй. Унда 255 мең кеше эшләй, йыллыҡ килеме 65 миллиард евроға етә. Фирманың планетала 2200 сауҙа үҙәге бар. Рәсәй ҡалаларында уның электроника менән сауҙа иткән “МедиаМаркт” үҙәктәре лә уңышлы эшләп килә. Илебеҙҙә бөгөнгә 87 “МЕТРО” һәм 63 “МедиаМаркт” асылған.
Форумдың тәүге көнөндә уңышлы хәл ителгән йәнә бер проект – Өфөлә төҙөләсәк “Көн­сығыш сығыу юлы”. Концессия проектына ВТБ банкы идараһы президент-рәйесе Андрей Костин менән Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы. Яңы юл, М-5 һәм М-7 федераль автомобиль трассаларын тоташтырып, Өфө ҡалаһы аша үтәсәк. Проектҡа ярашлы, Ҡариҙел йылғаһы аша яңы күпер һалыу, Менделеев урамы һәм Салауат Юлаев проспекты ара­һындағы 1249 метрлыҡ тоннелде төҙөп бөтөү ҡарала. Эш күләме яҡынса 40 миллиард һумға баһалана. Яңы юл, байтаҡ транспорт мәсьәләләрен еңеләйтеүҙән тыш, Ҡариҙел йылғаһы аръя­ғындағы ҙур майҙандарҙы үҙләштереп, унда байтаҡ торлаҡ, сәнәғәт предприятиелары төҙөүгә булышлыҡ итәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503