Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » яңыса эшләргә өйрәнәбеҙ
яңыса эшләргә өйрәнәбеҙ
яңыса эшләргә өйрәнәбеҙ Кемдер заманды хурлай, кемдер ҙурлай. Шарттар бер иш, әммә ниндәйҙер йүнсел уңа, ҡайһыһылыр туңа. Нилектән шундай ҡапма-ҡаршылыҡтар тыуа? Сөнки кемдер заманға яраҡлаша белә, ә кемдер уны ҡыуып етергә өлгөрмәй.
Былтырғы йыл тамам­ла­ныу­ға Башҡортостан Республикаһы РИА-Рейтинг агентлығының “Росстат” мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлгән фәнни-техник үҫеш рейтингында Рәсәй субъект­тары араһында дүрт баҫҡысҡа күтәрелеп, шул иҫәптән күрше Силәбе өлкәһен уҙып китеп, 15-се урынға сыҡты. Фәнни-техник үҫеш индексы, төбәктәрҙең кеше ресурстарын, техник базаһын, фәнни-техник эшмәкәрлектең масштабын һәм иң мөһиме – һөҙөмтәлелеген баһалаған 19 күрһәткес буйынса иҫәпләнеп, 100 баллыҡ шкала үлсәмендә күрһәтелә. Башҡортостандың индексы 50,38 балл тәшкил итә.

Рейтинг лидеры, әлбиттә, бар­лыҡ ресурстарҙы, таланттарҙы, финанстарҙы үҙенә тартып тор­ған Мәскәү ҡалаһы (80,06 балл), артабан Санкт-Петербург (71,46), Татарстан (65,53), Түбәнге Новгород (65,35) һәм Һамар (63,74) килә. Аутсайдерҙар – фәнни-техник үҫешкә бөтөнләй иғтибарһыҙ Чечен (10,34) һәм Ингуш (7,77) республикалары. Эксперттар һәм аналитиктар фекеренсә, лидер­ҙар араһында айырыуса Татарстан, Һамар һәм Түбәнге Новгород тәжрибәһе ҡиммәтле, сөнки уларҙың һуңғы йыл­дарҙағы йылдам үҫеше яңы институциональ структураларға таянып өлгәшелә. Был өс төбәк кластер системалары, айырым иҡтисади зоналар (ОЭЗ), алдынғы социаль-иҡти­сади үҫеш биләмәләре (ТОСЭР, ТОР) ойоштороуҙа башлап йө­рөгән алдынғылар булды. Иң мөһиме – улар, яңы структуралар ойоштороп, үҙҙәрендәге сәнәғәт предприятиеларына үҙҙәре хужа булып ҡалды, Федераль үҙәктең милек өлкәһендәге көслө баҫы­мына ҡаршы тороп, үҙ мәнфәғәт­тәрен яҡларлыҡ кимәлгә күтәрелә алды. Был өс лидер иң тәүҙә ошо сифаттары менән башҡа­ларҙан айырылып тора. Беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы институциональ структуралар ҡороу эшенә һуңлап тотондоҡ һәм, күрше төбәктәр менән сағыштыр­ғанда, старт мөмкинлектәребеҙ, әлбиттә, күп түгел. Шуға ла беҙгә хәҙер был ярышҡа ҡушылып, лидерҙар артынан ашығырға, йылдамыраҡ эшләргә кәрәк буласаҡ.
Күршебеҙ Татарстанда бөгөн “Алабуға” айырым иҡтисади зонаһы һәм технопаркы, Ҡазан ҡалаһы эргәһендә “Химград” технополисы, “Иннополис” университеты һәм айырым иҡтисади зонаһы уңышлы эшләп килә. “Алабуға”ла айырым таможня посы ойошторолоп, сит илдәрҙән килтерелгән сәнәғәт продукцияһы өсөн НДС һәм импорт пошлинаһы түләнмәй. Ташламалар 2055 йыл­ға тиклем ғәмәлдә ҡаласаҡ, таможня посы резиденттары “бер тәҙ­рә” системаһы буйынса хеҙ­мәт­ләндерә. Резиденттар иҫәбе­нә автомобилдәр етештереү клас­теры (“КамАЗ”), авиация кластеры (Ҡазан авиация һәм вертолет заводтары), химия, төҙөлөш ин­дустрияһы, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, оптик сүс етештереү, станоктар эш­ләү һәм фармация кластер­ҙа­ры инә. ОЭЗ системаһында 16 мең яңы эш урыны ойошторола. Яңы структуралар Татарстан ҡаҙнаһына ҙур өҫтәмә биреп тора.
Түбәнге Новгородта ОЭЗ резиденттары – “ГАЗ” автоконцерны һәм Саров ҡалаһындағы Федераль ядро үҙәге (Арзамас-16) инә.
Һамар өлкәһендәге ОЭЗ сос­тавында автомобилдәр эшләү кластеры һәм илдәге иң эре авиакосмик кластер уңышлы эшләй.
Ҡеүәтле институциональ струк­туралар төҙөп, Татарстан Республикаһы, Һамар һәм Тү­бәнге Новгород өлкәләре бынан тиҫтә йыл элек үк перспективалы үҫеш өсөн ныҡлы нигеҙ ҡороп өлгөрҙө. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов былтыр уҙға­рылған парламент ултырышында, республиканың заманында институциональ структуралар төҙөү проектынан ситләшеүенә, айырыуса ОЭЗ тәжрибәһенә иғтибар бирелмәүенә күрһәтеп, бик һуңлап булһа ла, хәҙер ТОСЭР (ТОР) проектына иғтибар­лыраҡ булырға саҡырҙы.
ТОСЭР статусы биләмәләргә 10 йылға бирелеп, аҙаҡ биш йыл­ға оҙайтылырға мөмкин. Бындағы предприятиеларға һалымдар, ҡуртым һәм башҡа ҡайһы бер түләүҙәр буйынса ҙур ташламалар бирелә. Был төр структуралар моноҡалалар иҡтисадын тергеҙеү өсөн уңайлы иҫәпләнә. Мәҫәлән, “КамАЗ” берекмәһе “Алабуға” айырым иҡтисади зо­наһы резиденты, Татарстан ав­томобилдәр эшләү кластеры ағзаһы булараҡ, льготалар алһа, Яр Саллы ҡалаһы үҙе моноҡала сифатында ТОСЭР структуралары аша ташламаларға эйә буласаҡ.
ТОСЭР структуралары, ОЭЗ менән сағыштырғанда, һуңыраҡ – 2014 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән федераль закон буйынса ойошторола. 2005 йыл­дың 22 июлендә ҡул ҡуйылған федераль закон буйынса ойош­торолған ОЭЗ проектына яңы резиденттар ҡабул ителмәй. Баш­ҡортостанда бөгөн ТОСЭР статусы алыуға Күмертау һәм Бә­ләбәй ҡалалары әҙерләнә. Улар­ҙың етәксе команда вәкилдәре “Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды” махсус программаһы буйынса уҡыу курсы үтә.
Әле был ике моноҡала күрше төбәктәргә бәйле ҡыйынлыҡтар кисерә: Бәләбәйҙәге төп предприятие “Автонормаль” – Яр Сал­лылағы “КамАЗ” һәм Тольят­тиҙағы “ВАЗ” заводтарының, Күмертау вертолет заводы Ҡа­зандағы эрерәк заводтың “эйәр­сен предприятиеһы” булып ҡала. Башҡортостандағы был ике ҡала­ның социаль хәле, әлбиттә, күр­шеләрҙе һис борсомай. Барлап сыҡһаң, республикалағы күпселек машиналар һәм приборҙар төҙөү заводтары күрше төбәктәрҙәге автомобиль һәм авиация заводтарына комплектлаусы деталдәр, агрегаттар, двигателдәр, при­бор­ҙар эшләү менән генә сикләнеп, шул күршеләрҙән заказ һәм аҡса көтөп, уларға буйһонған хәлдә ҡала.
Баҙарға самолеттар, вертолеттар, автомобилдәр, космос аппараттары сығарған данлыҡлы бренд, сауҙа маркалары эйәләре – Һамар һәм Ҡазан предприятиелары – хужа. Һөҙөмтәлә әҙер продукция етештергән Татарстан, Һамар өлкәһе социаль-иҡтисади рейтингтарҙа, Мәскәү менән Санкт-Петербургтан ғына ҡалы­шып, һәр саҡ лидер позицияһын биләп килә.
Беҙҙәге бер яҡлы иҡтисад структураһы менән бөгөнгө ли­дерҙарға яҡынлашыу мөмкин түгел. Уларға тиңләшергә теләһәк, төбәк сәнәғәт струк­тураһында совет йылдарында уҡ билдәләнгән беҙҙең өсөн бик уңайһыҙ хәлде үҙгәртеү талап ителә. Әлегә Башҡортостан иҡ­тисады, күршеләрҙекенә буйһон­доролған хәлдә ҡалып, һаман да улар мәнфәғәтендә эшләүен дауам итә.
Был осраҡта күршеләрҙең ал­дынғы тәжрибәһенә иғтибарлы булыу айырыуса мөһим. Татарстан менән Һамар өлкәһе, мәҫәлән, инновация структуралары йүнәлешендәге тәүге аҙым­дарҙы клас­терҙар ойоштороуҙан башлай. Әлбиттә, бындай ҙур эш­тәрҙә өлгө күрһәтерҙәй шә­хес­тәр булыуы мөһим. 2007 йыл­дың авгусында Һамарҙа губернатор вази­фаһына һайланған иҡтисад фәндәре докторы, профессор Владимир Артяков: “Эште дүрт “И”-ҙан башлайбыҙ: инвестициялар, инновациялар, инсти­туттар һәм инфраструктура! Бишенсе “И” – үҙебеҙҙең инициатива!” – тип үҙенә эшлекле команда тупларға тотона.
Шул уҡ осорҙа, 2007 йылдың сен­тябрендә, иҡтисади үҫеш министры вазифаһына тәғәйен­ләнгән Эльвира Нәбиуллина тәүге сәфәрен Һамарға яһай. Яңы иҡтисади структуралар – кластерҙар, ОЭЗ идеяһы шул осорҙа формалаша. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Һамар өлкәһенең иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм сауҙа министры Ғәбибулла Хисаев был эштә айырыуса ҙур өлгөрлөк күрһәтә. АҠШ-тың “Дженерал Моторс”, “Кока-Кола”, “Германияның “Хейнкель”, “Байер”, “Франция­ның “Рено”, “Таркетт”, Швеция­ның “Икеа” кеүек сәнәғәт гиганттары иң ҙур инвестицияларҙы һала.
Оҙаҡламай Һамар башланғы­сына Ҡазан менән Түбәнге Новгород ҡушыла. Тәүге ойоштороу йәһәтенән хәл иткес йыл­дарҙа Башҡортостан был инициативанан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ситтәрәк ҡалды. Иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина ошо мәсьә­лә буйынса 2010 йылдың но­ябрендә республикабыҙ етәк­сеһе Рөстәм Хәмитов менән осрашты һәм “Рәсәй төбәктәрендә инвес­тиция әүҙем­леген күтәреү” те­маһына кәңәшмә үткәрҙе. Иғтибар үҙәгендә был юлы ла институциональ структуралар төҙөү темаһы булды.
2016 йылдың 29 сентябрендә – 2 октябрендә Сочи ҡалаһында үткән ХV халыҡ-ара инвестиция форумында ил Премьер-министры Дмитрий Медведев һуңғы осорҙа инвестиция климатының сәйәсиләшеүенә, инвестициялар­ҙың кәмеүенә ишараланы. Сит ил капиталына юлды иҡтисади санкциялар тотҡарлаһа, ил эсен­дәге капитал өсөн дә уңайлы шарттар булдырылмаған. Инвес­торҙар, оҙайлы проекттарҙан сит­ләшеп, аҡса массаһы әйләнеше тиҙерәк барған сауҙа өлкәһе кеүек тармаҡтарға мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, ябайлаштырып әйт­кәндә, һыйыр ите етештереү өсөн малды ике йыл үҫтерергә кәрәк, ә ит консервалары цехы продукцияны бер аҙнала етештереп, һатып, аҡсаһын һыйыр малы үҫтереүсенән күберәк алырға ла өлгөрә.
Дәүләттең бурысы – әҙер продукция етештереүсенән һәм сау­ҙа өлкәһенән алынған һалымдың бер өлөшөн мал үҫтереүсегә ҡай­тарып, ғәҙел иҡтисади мөнәсәбәт­тәр урынлаштырыу. Быны иҡти­садтағы оҙайлы инвестицияларға тиңләп булыр ине. Дәүләт үҙенең функцияларын үтәмәгәс, оҙайлы инвести­цияларға айырыуса мохтаж фән, юғары технологиялы тармаҡтар деградация хәленә килә. Анығыраҡ күрһәткәндә, Рәсәй Федерацияһында оҙаҡ йылдар дауамында олигархик капиталдың нигеҙен тәшкил иткән нефть долларҙары йылына бер триллион долларға яҡын күләмдә офф-шорҙар аша Көнбайышҡа оҙатылып торҙо, шул уҡ ваҡытта юғары технологиялы тармаҡтар, финанс етешмәү сәбәпле, тарҡалыу сигенә еткерелде.
Совет осоронда сәнәғәт тар­маҡтарының үҫеш процесын министрлыҡтар көйләп килде. Башҡортостандағы байтаҡ заводтар СССР Авиация сәнәғәте һәм Автомобиль сәнәғәте ми­нистрлыҡтарына ҡараны. СССР тарҡалғас һәм министрлыҡтар бөтөрөлгәс, сәнәғәт үҫешен көй­ләгән институттар юҡҡа сыҡты, ә яңылары булдырылманы – бөтәһен дә баҙар шарттары хәл итәсәк һәм көйләйәсәк тип иҫәпләнде. Юҡҡа сыға башлаған предприятиеларҙы берләштереү өсөн төҙөлгән дәүләт корпорациялары ла өмөттәрҙе аҡламаны.
Федераль үҙәк тейешле инс­титуциональ структуралар төҙөй алмағас, көслөрәк төбәктәр үҙ­ҙәре тармаҡ кластерҙары ойоштора башланы. Һамарҙа ойошто­ролған авиакосмик кластер илдәге беренсе шундай структура булды.
Кластерҙар системаһы айырым сәнәғәт тармағына ҡараған предприятиеларҙы, ғилми-тикше­ренеү институттарын, юғары уҡыу йорттарын берләштерһә, төбәк­тәрҙең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттарын финанслау өсөн дә махсус структура төҙөү көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Илдә беренсе ундай структура Һамар өлкәһе үҫеш корпора­цияһы булды. Аҙаҡ башҡа тө­бәктәрҙә лә оҡшаш структуралар ойоша башланы, әммә Һамар ысулы иң уңыш­лыһы иҫәпләнә. Уның нигеҙендә – инвесторҙарға өлкә хөкүмәте гарантиялары биреү. Хөкүмәт административ ресурс аша инвестиция проекттарын һәм инвестор капиталын яҡлауға ала. Был алым оҙайлы проекттарға ла юл аса.
ХV Халыҡ-ара инвестиция форумында Премьер-министр Дмитрий Медведев, һуңғы осорҙа инвестицияларҙың күләме генә түгел, уларҙың һөҙөмтәлелегенең дә кәмеүен билдәләп, төбәк етәк­селәрен инновациялар өлкәһендә әүҙемлекте арттырырға саҡырҙы. Инвестиция сәйә­сәтенең нигеҙен технологиялар үҫеше тәьмин итер­гә тейеш. Был йүнәлештә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән лидерҙар ҙа бар, бөгөнгө ауыр иҡтисади шарттарҙа уларҙың тәжрибәһе айырыуса мөһим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503