Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ите лә, икмәге лә... Үҙебеҙҙеке
Ите лә, икмәге лә... Үҙебеҙҙеке Бәрәңге, сусҡа, ҡош ите, шәкәр, үҫемлек майы, ярмалар... Бер нисә йыл элек был аҙыҡтарҙы ылау-ылау ситтән ташыһаҡ, хәҙер үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итәбеҙ. Кәштәләрҙе илдә етештергән аҙыҡ-түлек менән тултырыу йүнәлешендә алып барылған сәйәсәт матур һөҙөмтәләрен бирә. Ауыл хужалығы министры Александр Ткачев ошо хаҡта белдергән.
Тармаҡ етәксеһе әйтеүенсә, тағы ете йылдан бүтән илдәрҙән ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеге теләнсе­ләү­ҙе, беҙҙә үҫмәгән тропик емештә­ренән тыш, бөтөнләй онотасаҡбыҙ.
Әлбиттә, тиҫтә йылдар буйы ҡул һелтәп ҡуйылған тармаҡты бер нисә йыл эсендә тергеҙеү еңел булмаған эш. Мәҫәлән, быҙауҙы һыйыр итеп үҫтергәнгә, унан һөт алғанға ҡәҙәр өс-дүрт йыл талап ителеүе һәр кемгә мәғлүм. Йәнә ҡураларҙың, фермаларҙың шаҡтайы сафтан сыҡҡан. Тап шуға ла бөгөн Рәсәйҙә һөт дефицит булып ҡала. Аҡтың ете тоннаһы ситтән килтерелә. Был етешһеҙлекте алдағы биш - ете йылда хәл итергә иҫәп тотола. “Быға өлгәшеү өсөн 2020 йылға тиклем беҙ 800 һөтсөлөк фермаһы төҙөргә, йәғни йыл һайын 160 ферма файҙаланыуға тапшырырға те­йеш”, – тип белдерә министр.
Тармаҡтағы хәлде яҡшыртыу өсөн министрлыҡ ит, һөт етештереү менән мәшғүл булған фермерҙарға грант күләмен арттырыуҙы күҙаллай. Шулай уҡ етештереү­селәрҙе сифатһыҙ һөт менән кәсеп иткән, халыҡты алдаған компания­ларҙан яҡлау, һаҡлау саралары ла күрелергә тейеш.
2020 йылға Рәсәй экспортҡа ит оҙатыуҙы бер миллион тоннаға еткереүе мөмкин. Бының өсөн артабан да беҙгә Азия, Фарсы ҡултығындағы һәм башҡа төбәктәр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу кәрәк. Быйыл туғыҙ айҙа Рәсәй 150 мең тонна ит һатҡан (былтырғынан 60 процентҡа күберәк).
Әлбиттә, алда йәнә ҙур эштәр көтә. Әлегә емеш-еләк, йәшелсә менән үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итә алмайбыҙ. Был юҫыҡта алдағы биш йылда майҙаны ике мең гектар тәшкил иткән 400 теплица, 72 мең гектарҙа баҡса булдыраһы бар. Йәнә 2020 йылға ҡәҙәр 50 мең гектарҙа яңы виноград плантациялары үҫтереү зарур. Тағы үҙебеҙҙең вино әҙерләүселәргә ярҙам йөҙөнән ситтән килтерелгәндәргә хаҡты арттырыу мөһим. Шулай уҡ уларҙы бүтән илдәрҙән ташыуҙы бөтөнләй тыйыу мәсьәләһе ҡарала. Шуға ла Ткачев Рәсәй виноһына рекламаға рөхсәт биреү идеяһын тәҡдим итте. “Бәлки, киске сәғәт ундан һуң мөмкин булыр. Ҡурҡырға кәрәкмәй. Киреһенсә, был үҙебеҙҙең сифатлы эсемлекте әҙерләүселәргә һәм ҡулланыусыларға уңайлы аҙым булыр ине”, – тине ул.
Иген буйынса уңыш һәйбәт – быйыл 117 миллион тонна ашлыҡ бураларға һалынған. 1978 йылда 127 миллион тонна йыйылғаны – әлегә иң күбе булып тарихта ҡалғаны. Шуныһы үҙенсәлекле: иген сәсеүлектәренең ул саҡтағы майҙаны 78 миллион гектар булһа (бөгөн 47 миллион гектар), 200 миллион тонна ашлыҡ йыйыр инек.
“Әлбиттә, ҡасандыр юғалтҡан баҫыуҙарҙы бөтөнләй ҡайтарыу мөмкин түгел. Шулай ҙа 10 – 12 миллион гектарҙы сәсеү әйләнешенә индерергә мөм­кин булыуына ышанам. Был өҫтөнлөклө мәсьәлә”, – ти Александр Ткачев.
Йыйып алынған уңыштың 72 миллион тоннаһы бойҙай. Был юҫыҡта министр, үҙебеҙҙе сифатлы бойҙай менән тулыһынса тәьмин иттек, экспортҡа оҙатыу буйынса донъяла иң алдынғы илдәр иҫәбендәбеҙ, тип белдерә.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503