Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Банкротлыҡ ниңә шөрләтә?
Илдә физик шәхестәрҙең банкротлығы тураһында закон ғәмәлгә ингәндән алып ошо йылдың 1 октябренәсә Башҡортостандың Арбитраж судына бурысын ҡаплай алмаған граждандарҙы матди ауырлыҡтарҙан ҡотҡарыу үтенесе менән 1109 ғариза килгән, шуның 831-е – быйыл. Был турала “Росреестр”ҙың республика идаралығындағы коллегия ултырышында ведомствоның үҙаллы көйләнеүсе ойошмалар өлкәһендә контроль (күҙәтеү) бүлеге етәксеһе Динара Мәһәҙиева хәбәр итте.
Банкрот тип таныһындар өсөн судҡа үҙаллы мөрәжәғәт иткәндәр дөйөм һандың 84 процентына тиң булһа, ғаризаларҙың 3,6 проценты – банктарҙан, 1,1 проценты – һалым органынан, 10,7 проценты башҡа тарафтан (граждандарҙан, ойошмаларҙан) алынған. Ғаризаларҙың 569-ы (51 %) буйынса физик шәхестең мөлкәтен һатыу хаҡында ҡарар сығарылған, 44 (4 %) кешенең генә бурысын реструктуризациялау мөмкин тип табылған. Бынан күренеүенсә, яңы ҡануниәттән файҙаланырға теләгәндәрҙең күпселеге финанс проблемаларынан милкенең бер өлөшөн ҡорбан итмәйенсә арына алмай.
Белгестәр фекеренсә, бурыслы граждандарҙың хоҡуҡи хәлен көйләгән ҡануниәтте, әлегә әллә ни ҙур һөҙөмтәгә өлгәштермәһә лә, перспективалы тип һанарға була. Уның арҡылы ысынлап кредит ҡолона әүерелә барған, үҙен ҡараңғы мәмерйә эсендә аҙашып йөрөп, яҡтылыҡҡа сығыу юлын таба алмағандай хис иткән байтаҡ кеше киләсәккә өмөт менән ҡарай башланы. Динара Мәһәҙиева әйтеүенсә, Башҡортостанда шәхси банкротлыҡҡа бәйле ғаризаларҙың аҙлығын ике төрлө баһаларға мөмкин: бер яҡтан, яҡшы һымаҡ, сөнки ул ниндәйҙер кимәлдә бурыслыларҙың яуаплылыҡ тойғоһо ҙур булыуын, эш судҡа барып етмәҫ борон уҡ финанс ауырлыҡтарынан арыныу юлын табырға ынтылыуын күрһәтә; икенсе юҫыҡтан ҡарағанда иһә хәлде күптәрҙең банкротлыҡ процедураһын башларға аҡсаһы йәки был хеҙмәтте башҡарған юристарға кисектереп түләү өсөн тиҙ арала һатып ебәрерлек милке юҡлығына бәйләргә нигеҙ бар.
Мәғлүм булыуынса, банкротлыҡ процедураһын кешенең бурыс­тары 500 мең һумдан артһа, түләй алмаған осор өс айҙан күберәккә һуҙылһа, матди проблемалар һаҙлығынан сығыуҙың башҡа ысулдары табылмаһа ғына башларға мөмкин. Был турала ғаризаны арбитраж судҡа кеше үҙе лә яҙа ала, шулай уҡ кредиторҙың (мәҫәлән, кредит биргән банк), һалым органының мөрәжәғәт итеүе ихтимал. Бурыслы вафат булғандан һуң да уның банкротлығы тураһында эш ҡуҙғатылыуы бар. Ундай осраҡтарҙа суд ҡарары буйынса билдәләнгән хоҡуҡтар һәм яуаплылыҡ мәрхүмдең мөлкәтен мираҫҡа алған кешеләргә күсә.
Рәсәй буйынса дөйөм һандарға ҡарағанда, судтың гражданды бурыстарынан ҡотолдороуҙан баш тартыу осраҡтары бик һирәк була, ти “Росреестр” белгестәре. Законлылыҡ һағында тороусылар бындай аҙымға банкрот тип танылырға теләүсенең намыҫһыҙ ҡыланыуы, кредиттары, милке һәм килемдәре тураһында ялған йәки хаталы мәғлүмәттәр биреүе асыҡланған хәлдә генә бара икән.
Банкротлыҡ тураһында мәғлүмәттәрҙең берҙәм федераль реестры күрһәтеүенсә, илдә был хаҡта ҡануниәт ғәмәлгә ингәндән алып быйылғы 1 октябргәсә Рәсәй судтарына бурыслы граждандарға ҡарата процедура башлау үтенесе менән 33 мең ғариза бирелгән, шуның 14 меңе буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителгән. Дүрт мең ярым кеше бурысын реструктуризациялау мөмкинлегенән файҙаланған. Ҙур илебеҙ өсөн был һандар күлдәге тамсы ғына һымаҡ, әммә матди ауырлыҡтарҙан ҡотолоуҙың әлеге механизмы менән ҡыҙыҡһыныусылар артыуы күҙәтелә, ти. Әлегә күптәр банкротлыҡтың ни икәненә яҡшылап төшөнөп етмәйҙер, тағы ла тәрәнерәк упҡынға эләгермен тип ҡурҡалыр. Бәлки, бурыстарҙан үҙаллы арыныуға өмөт итәләрҙер.
Рәсәй Милли банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе биргән мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, республикала кредит түләүҙәренең 7,1 проценты тотҡарлана. Тимәк, судтарға банкротлыҡ тураһында ғариза биреүселәрҙең ҙур бер ағымы ябырылыр тип фаразларға нигеҙ бар. Ләкин, әлеге лә баяғы финанс мөмкинлектәре сикләнгән булыу сәбәплелер инде, күптәр бурыстан арыныуҙың яңы механизмын файҙаланырға ашыҡмай. Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы ундай граждандар өсөн банкротлыҡ башлауҙың ябайлаштырылған юлын тәҡдим иткәйне. Ҡануниәткә үҙгәреш, күҙалланыуынса, киләһе йылда индереләсәк һәм 1 июлдән ғәмәлдә буласаҡ.


Автор: Даян МӘЖИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 2

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 3

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 4

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә