Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Биш йыл эсендә — 500 һөтсөлөк фермаһы
Биш йыл эсендә — 500 һөтсөлөк фермаһыБашҡортостанда биш йыл эсендә 500 һөтсөлөк фермаһы тергеҙеләсәк һәм сафҡа индереләсәк. Республика программаһы 2012–2016 йылдарға иҫәпләнә. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында программаны тормошҡа ашырыу ентекле тикшерелеп кенә ҡалмай, республика буйынса был ҙур проектҡа ҡағылышлы күләмле саралар үткәрелә. Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко менән ошо темаға әңгәмәләштек.
— Николай Анатольевич, “500 ферма” программаһы тураһындағы идея нисек тыуҙы?
— Айырым маҡсатлы республика программаһы “Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012–2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк фермаһын комплекслы яңыртыу” тип атала. Ул Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса республика Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан эшләнде. 2011 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Рәсәй Федерацияһы һөт етештереүселәренең Милли союзы Башҡортостандың һөтсөлөк тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә ҡул Биш йыл эсендә — 500 һөтсөлөк фермаһыҡуйҙы. Республиканың 54 муниципаль районында кәмендә 500 ферманы комплекслы яңыртыу уның төп йөкмәткеһе тип билдәләнде.
— Программа ниндәй маҡсаттар ҡуя?
— Ул һөт малсылығының тотороҡло үҫеше өсөн иҡтисади, технологик һәм социаль шарттар булдырыу нигеҙендә ауыл хужалығы предприятиеларын финанс-иҡтисади яҡтан нығытыуға йүнәлтелә.
Анализ күрһәтеүенсә, республикала 564 һөтсөлөк фермаһы реконструкциялауға мохтаж. Улар әлеге программала ҡатнаша ала. Быйыл 105 ферма ошо маҡсатта аудит үтте. Әле республиканың Ауыл хужалығы министрлығына тапшырылған документтарҙы ентекле тикшереү бара.
Технологик аудитты республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостандың Һөтсөлөк союзы ойоштора. Башҡорт дәүләт аграр университетының, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының, “Де-Лаваль”, “Вестфалия”, “Фармтэк” компанияларының юғары квалификациялы белгестәре технологик аудитор булып тора.
Программа буйынса әүҙем эшләгән райондар бар. Ундайҙар иҫәбенә Баҡалы, Ҡариҙел, Илеш, Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм башҡаларҙы индерергә мөмкин. Әле Асҡын, Бәләбәй, Бөрйән, Хәйбулла райондары ғына ҡатнашмай, әммә улар ҙа теләк белдергән.
Программаны тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тиҙҙән республиканың Ауыл хужалығы министрлығында үткәреләсәк ҙур кәңәшмәлә ҡарау күҙаллана. Мәғлүмәт материалдарын әҙерләү буйынса эш алып барыла. Министрлыҡта ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнгән яңы бүлек ойоштороласаҡ.
— Программаны тормошҡа ашырыуҙа муниципаль райондарҙың ҡатнашыуы мөмкинме?
— Муниципаль райондарға инфраструктура объекттары төҙөү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, проект-смета документацияһын әҙерләү бурысы йөкмәтелә. Улар шулай уҡ залогка бирергә, һалым һәм ҡуртым түләүҙәре ставкаларын түбәнәйтергә, программаны тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә, һөт һәм һөт ризыҡтарын пропагандаларға, популярлаштырырға тейеш.
— Программаның яҡынса күрһәткестәре хаҡында әйтегеҙ әле. Ул ниндәй һөҙөмтәләрҙе маҡсат итеп ҡуя?
— Былтыр бөтә категориялағы хужалыҡтарҙа 1 миллион 680 мең тонна һөт етештерелгән. 2016 йылға, программаға ярашлы, уның күләмен 2 миллион 220 мең тоннаға еткерергә кәрәк. Малдар һанын — 9 процентҡа, продуктлылыҡты — 1,2 тапҡырға, хеҙмәт етештереүсәнлеген 25 процентҡа арттырыу күҙ уңында тотола. Программа уңайлы хеҙмәт шарттарын тәьмин итеү, бер меңгә тиклем яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Һәр һөтсөлөк фермаһы ҡарамағында ике йорт һалынһа, бер мең ғаилә торлаҡҡа эйә буласаҡ.
— Николай Анатольевич, һөтсөлөк фермаларын комплекслы яңыртыуҙың инвестиция проекттарына сығымдарҙы субсидиялау ҡараламы?
— Төҙөлөш-монтаж эштәренә, силос-сенаж һалыу ҡоролмалары төҙөүгә, ҡорамалдар һатып алыуға (50 %), ауыл хужалығы техникаһына (40%), тоҡомло мал һатып алыуға (бер килограмм тере ауырлыҡҡа — 40 һумдан) сығымдарҙы Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының рефинанслау ставкаһының 100 проценты күләмендә субсидиялау күҙ уңында тотола.
— Был программала кемдәр ҡатнаша ала?
— Унда ҡатнашыу шарттары: ауыл хужалығы етештереүсеһе статусына, кәмендә 300 баш һыйыр малына эйә булыу, технологик аудиттың ыңғай һығымтаһы, финанс яҡтан тәьмин ителеү. Бизнес-планда продуктлылыҡтың йыл һайын кәмендә 4 процентҡа үҫеүе, шулай уҡ һөт етештереүҙе арттырыу, йәш малдар аҫрау мотлаҡ күҙ уңында тотолорға тейеш.
Эш яңы, шуға күрә һорауҙар ҙа күп. Ҡурҡырға ярамай. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында барыһына ла ярҙам күрһәтеләсәк. Министрлыҡта махсус бүлек асыла. Программала ҡатнашырға теләгән һәр кеше унда мөрәжәғәт итә аласаҡ.
Валентина АПТИКАЕВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503