Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәләгә әүерелгән байлыҡ
Бәләгә әүерелгән байлыҡ Белгестәр 30 – 40 йылдан тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында тотолған балыҡ ите, бөгөн айыу, ҡабан сусҡаһыныҡы кеүек үк, экзотик аҙыҡ булыуы ихтимал тип фаразлай. Әле донъяла диңгеҙ аҙыҡтарының 60 проценттан ашыуы быуаларҙа, бүтән яһалма һыу ятҡылыҡтарында үрсетелә, һәм был һан йылдан-йыл арта бара. Әммә диңгеҙ балығының муллығы менән дан тотҡан Рәсәйҙә быға әллә ни әһәмиәт бирелмәй. Етди шөғөлләнгәндә, беҙҙең тиҙ арала донъяла балыҡ етештереү буйынса ҙур уңыштарға өлгәшеү мөмкинлеге бар.


Рәсәйҙең балыҡ тотоу буйынса федераль агентлығы мәғлүмәттәренән күрене­үенсә, былтыр илдә 4,33 миллион тонна табыш алынған. Бында сөсө һыу ятҡылыҡ­тарының өлөшө бик аҙ – ни бары 190 мең тонна. Был дөйөм һандың биш процентын ғына тәшкил итә.
Мәғлүм булыуынса, сөсө һыу балыҡ­тары ғәҙәти йәки диетик аҙыҡ әҙерләгәндә файҙалы һәм организмда тиҙ эшкәртелгән ризыҡ булараҡ мөһим. Мәҫәлән, ашҡаҙан-эсәк, йөрәк ауырыуҙарынан яфаланғанда, ул туҡланған аҙыҡ рационының алыштыр­ғыһыҙ өлөшө булырға тейеш. Балыҡта шулай уҡ ҡиммәтле аминокислоталар, йәнә организм өсөн кәрәкле калий, фосфор бар. Тағы иммун системаһын һәм яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булған бихисап витаминдар тупланған. Әлбиттә, диңгеҙ балығынан айырмалы, унда йод, фтор, марганец, цинк кеүек элементтар юҡ тиерлек. Тағы сөсө һыу ятҡы­лыҡтары ярайһы уҡ бысранған, ундағы балыҡтарҙың төрлө ауырыу тыуҙырған микробтар менән зарарланыуы ихтимал.
30 йыл элек СССР йылғаларында һәм күлдәрендә йыл һайын һигеҙ-ун миллион тонна балыҡ һөҙөлөп, йыллыҡ балыҡ тотоу табышының 10 процентын тәшкил итә ине. Әммә үҙгәртеп ҡороу йылдарында был тармаҡ та ныҡлы үҙгәрештәргә дусар булды. Мәҫәлән, Волгоград өлкәһендә лә эш күләме шаҡтай кәмегән. Бындағы йөҙәрлә­гән күл, Волга-Балтик каналы йылына бер океан траулеры бер рейдта алған балыҡты бирә ине. Өлкәлә йылына 1,2 мең тонна балыҡ тотола, йәнә браконьерҙар 400 мең тоннаны урлай. Эшсән балыҡсылар бөгөндән икеләтә, өсләтә күберәк тоторға әҙер, әммә келәттәрҙә ятҡанын ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр, ҡайһылары сереп әрәм була. Бының сәбәбе ябай – эшкәртеүсе заводтар урындағы продукцияны бөтөнләй ҡабул итмәй тиерлек. “Волгоград өлкәһендә өс балыҡ заводы эшләй. Уның икәүһе тулыһынса диңгеҙ балығына күсте, өсөнсө­һө лә бик аҙ күләмдә генә йылғаныҡын эшкәртә”, – ти бындағы “Рыбак” балыҡ тотоу артеле рәйесе Владимир Черепанов.
Әлбиттә, һәр кем үҙенә уңайлы, аҙ аҡса түгеп, күберәк табыш алыу юлын эҙләй. Шуға ла эшкәртеүселәр, урындағы ҙур булмаған артелдәрҙән тиҙ боҙолоп барған балыҡты йыйып йөрөү­гә ҡарағанда, Нор­вегияның туңдырылған һөмба­шын күмәр­тәләп алыуҙы хуп күрә. Ә ябай балыҡсыларға уңышын урындағы аҡсаһыҙ халыҡҡа йәки алыпһа­тарҙарға бирергә тура килә. Улары ла барыһын түгел, ә иң тәмлеһен генә һай­лап ала. Шуға ла Волга-Балтик каналының 90 процент табышын балыҡтың өс төрө – ҡорман, һыла, суртан тәшкил итә. Ҡорман­дың килограмын сей килеш 25 – 30, ә тотоуы ауырыраҡ булған һыланы 130 һумға һаталар. Алабуға, сабаҡ кеүек ваҡ-төйәкте бөтөнләй һөҙмәйҙәр тиерлек, сөнки килограмы 10 – 15 һум торған балыҡтың табышы ла шул сама ғына.
Илдең барлыҡ төбәк­тәрендә ошондай уҡ хәл тиерлек. Совет осоро менән сағыштыр­ғанда, йәйен, хан балығын тотоу ике-өс тапҡырға кәмегән, Европа өлө­шөндә һаҙан менән һыла промыслалары – икелә­тә. Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта ала­ба­лыҡ һө­ҙөү ҡыҫ­ҡарған. Бында, әлбит­тә, уны һатыу түгел, браконьер­ҙар эшмә­кәрле­генең киңәйеүе лә сәбәпсе. Һөҙөмтәлә төбәктәрҙә был ба­лыҡ­тар төрө хатта ике-ун тап­ҡырға кәмегән.
Шулай ҙа балыҡсылар сөсө һыу балығы промыслаһын тергеҙеү ниәте менән йәшәй. “Әммә бының өсөн үҙебеҙҙең эшкәртеү сәнәғәтен юлға һалырға кәрәк”, – ти улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны легаль ойоштороу – мөмкин булмаҫтай шөғөл. Эш башлағанда тәүҙә кредит мәсьәләһе килеп тыуа. “Балыҡсының банктан аҡса алыр өсөн залогка һалырҙай активы юҡ. Кәмәне һалып булмай, уның батып ҡуйыуы бар. Әйткән­дәй, банктар бары күсемһеҙ милекте генә залогка ала. Мәҫәлән, фатирҙы, балыҡ келәттәрен”, – ти Константин Згуровский.
Йәнә балыҡ ыҫлау цехы асыу өсөн чиновниктар менән бихисап килешеү төҙөргә кәрәк. Шулай уҡ продукцияға даими сертификат йәки яраш­лылыҡ хаҡында декларация алыу өсөн йылына 20 – 30 мең һумлап аҡса сыға. Эш­кәрткәндән һуң да санитар сик­ләүҙәр күп сығым талап итә. Мәҫәлән, балыҡты электр спи­ралендә генә ыҫларға рөхсәт ителә. Йәнә предприятиеға электр энергияһы өсөн ярайһы уҡ аҡса сығарып һалырға тура килә.
Шуға ла йылына 50 – 100 тонна балыҡ тотҡан артелдәргә эшкәртеү предприятие­лары асыу файҙалы түгел. Балыҡсыларҙың продукцияһын эшкәртмәйенсә лә, осон-осҡа ялғап йәшәүҙәре ап-асыҡ күренә. Килгән табыш әйләнешенең 35 – 40 проценты һалымға, шулай уҡ ветеринария хеҙмәтенә һәм чиновниктарҙың башҡа ҡыҫымына түләүгә китә. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә балыҡсыларҙың эш хаҡы йылына ҡайһы бер осраҡта ғына 120 мең һумдан ашып китә.
Шулай итеп, аҙ һөҙгәс, һыу ятҡы­лыҡ­тарында тәңкәлеләр саманан тыш күбәйә. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, тап ошолай ил үҙенең сөсө һыу ятҡылыҡ­та­рын­дағы байлығын юғалта. Һыуҙағы тығыҙ­лыҡ ба­лыҡ­ҡа тейешенсә үҫергә мөм­кин­лек бирмәй. Бынан тыш, күлдәр бындай бай­лыҡ­тан тиҙерәк ләм­ләнә һәм төрлө үҫем­лектәр менән ҡаплана. “Балыҡ­тарҙың саманан тыш күплеге, йәй­ҙең эҫе килеүе күлдәрҙә кис­ло­родтың аҙа­йы­уы­на һәм терек­лектәрҙең күпләп һәләк булыуына килте­рә”, – ти “Русский Север” милли паркы директоры Алексей Кузнецов.
Ҡоролоҡ йыл­дарында ҡайһы бер күл­дәр ныҡ кә­меп, ундағы балыҡтарҙың яртыһы үлгән осраҡтар ҙа бар. Һыу ятҡылыҡтарын таҙартмау һәм артыҡ балыҡты тотмау бындай йылдарҙа ҙур юғалтыуға килтерә. Күлдең бары биш-ун йылдан һуң ғына үҙенең әүәлге хәленә ҡайтыуы ихтимал.
Белгестәр әйтеүенсә, Көнбайыш илдә­рен­дә экологик йәһәттән таҙа йылғаларҙа то­толған балыҡ нәзәкәтле ризыҡ тип иҫәп­ләнә. Уны ҡыйбатҡа һаталар, һәм юғары вазифа биләгән етәкселәрҙең өҫтәлендә йыш күрергә була. Ә беҙҙә сөсө һыу ятҡы­лыҡтарындағы балыҡ баш бәләһенә әүерелгән...


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503