Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эште белеп ойошторһаң...
Эште белеп ойошторһаң... Фермер Александр Степанов, яҡшы сифатлы бесән әҙерләп, һатыуҙан ғына ла миҙгелдә 1,5 миллион һум табыш ала Шаран районының Юность ауылы фермеры Александр Степановтың ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында үҙе етәкселек иткән крәҫтиән-фермер хужалығын тотороҡло үҫеш юлына сығарыуы хаҡында ишетеп өлгөргәйнем инде. Быға уның агросәнәғәт өлкәһендә оло тәжрибәгә эйә булыуы, алдынғы технологияларҙы биш бармағы кеүек белеүе, заманында Мичурин исемендәге совхозда баш инженер һәм директор булып эшләп, ҙур хужалыҡ мәктәбен үтеүе ярҙам итмәй ҡалмағандыр.


– Районда ла ныҡлы ышаныс күрһәттеләр. Һуңғы ике йылда хужалыҡтың ер биләмәһен тағы 500 гектарға киңәйтергә мөмкинлек бирҙеләр, – тине беҙгә Александр Аввакумович. – Хәҙер беҙҙә эшкәр­телгән һәм сәсеү әйләнешенә индерелгән ерҙәр 1077 гектарға тула. Шуның 545 гектарында бөртөклө культуралар үҫтерәбеҙ. Үҙемдең тәжрибәмә таянып, хужалыҡта алдынғы агрокульту­раға киң юл астым. Яҡшы сифатлы иген етештереү өсөн тәү сиратта орлоҡсолоҡ һәм селекция буйынса эште яҡшыртыуҙы алғы планға ҡуйҙыҡ, тип әйтергә була. Мәҫәлән, былтыр арпаның “cаша” тигән супер-элиталы сортына баҫыу түренән урын биргәйнем. Гектар ҡеүәте 37 центнер тәшкил итте. Тик быйыл беҙҙең яҡтарҙа йәйҙең ҡоролоғо бәкәлгә ныҡ һуҡты, шуға бөртөклө культураларҙың төшөмө лә күпкә ҡайтышыраҡ булды. Әммә беҙҙе сираттағы тапҡыр “памяти Кунакбаева” сортлы арыш ҡот­ҡарҙы, гектарынан 18 центнер төшөм бирҙе. Алдағы уңыш хаҡында хәстәрләп, беҙ былтыр “волжская качественная” сортлы көҙгө бойҙайҙың 1-се репродукциялы орлоғон сәскәйнек. Шул ергә ашламаһын да мул ғына индерҙек, ләкин йәйге айҙарҙағы ҡоролоҡ культураның уңышын да кәметте. Беҙҙе бөгөн тағы шул борсоуға һала: киләһе йылдың уңышы өсөн ужым культураларын сәсеп ҡалдыра алырбыҙмы-юҡмы? Дым булмаған ергә класлы орлоҡ күмдереүҙән бер ниндәй фәтүә юҡ. Шулай ҙа өмөтөбөҙҙө өҙмәй­беҙ, тәбиғәт Шаран игенсеһенә үҙенең мәрхәмәтлеген күрһәтһә, сентябрь баштарында көҙгө сәсеүҙе үткәрә алырбыҙ, тип үҙебеҙҙе йыуатҡан булабыҙ.
Александр Степанов ғибрәт өсөн тағы шуны телгә алып үтте. Быйыл улар ҡарабойҙайҙың “светлана” тигән яңы сортын 50 һәм 30 гектарлыҡ ике баҫыуҙа үҫтергән. “Йәй ерҙе дымға туйындырған ҡойма ямғырҙар беҙҙә бер тапҡыр ғына булды. Иртәрәк сәселгән 50 гектарлыҡ ҡырҙа ҡарабойҙай дәррәү генә шытым бирҙе. Әле бына шул майҙанда яҫмаларға һалынған уңышты йыйып алыу өсөн Саҡмағош МТС-ынан комбайн килгәнен көтәбеҙ. Ә инде 30 гектарлыҡ баҫыу сәсеүҙән һуң ҡоролоҡҡа эләкте, шытымы йәй уртаһындағы шифалы ямғырҙан һуң ғына ҡалҡып сыҡты. Әле ул яңы сәскә атып ултыра. Бәлки, тәбиғәт быйыл Шаран игенселә­ренең ихтыяр көсөн һәм ныҡыш­малылығын шулай һынай торған­дыр?” – тине ул, аптырауын белдереп.
Ләкин хужалыҡ баҫыуҙарында алдынғы агрокультураны, яңы сорттарҙы индереү барыбер үҙенең емешен бирмәй ҡалмаған. Юность фермеры һатыуға тәү башта уҡ 1000 центнер күләмендә ужым уңышын әҙерләп ҡуйған. Әйтеүенсә, быйыл яҡшы сифатлы ашлыҡҡа һорау бар. Әгәр ураҡ осоронда әҙерләүселәр арыштың тоннаһын 4500 һум менән алырға теләһәләр, хәҙер шул хаҡ 6000-6500 һумға ҡәҙәр күтәрелгән.
– Ләкин мин йыйып алынған һәм елгәртелгән уңышты һатып ебәрергә ашыҡмайым, – ти Александр Аввакумович. – Яңы йылдан һуң ғына иген баҙарына сыға­саҡ­мын. Февралдә арыштың тонна­һына хаҡ 9 мең һумдан кәм бул­маясаҡ. Көҙгө байлыҡты һаҡ­ларға беҙҙә урын етерлек. Өҫтә­үенә мин элекке совхоздың Мичурин ауы­лындағы 1,5 мең квадрат метр май­ҙанлы гаражын һатып алғай­ным. Әле ике бригада шул бинаны үҙгәртеп ҡороу һәм тәртипкә килтереү менән мәшғүл. Аҙаҡ ул келәттәргә кәмендә 1,2 мең тонна ашлыҡ индереп һала аласаҡбыҙ.
Эйе, сәсеү әйләнешен яҡшыр­тып һәм алдынғы яңы сорттарға өҫтөнлөк биреп, “Степанов” хужалығында юғары класлы иген һәм таҙа орлоҡ етештереүгә йүнәлеш алғандар. Хәҙерге шарт­тарҙы был эш үҙен иҡтисади яҡтан да аҡлай. Әйтеп үтеүенсә, Юность фермеры баҙар ихтыяжы өсөн ҡарабойҙай игеү менән дә уңышлы шөғөлләнә. Алдағы йыл иһә ҡиммәтле ярма культураһы биләгән майҙандарҙы 150 гектарға тиклем киңәйтергә ҡарар иткән.
– Ҡарабойҙайҙың “светлана” ти­гән элиталы сортын алып ҡайт­ҡайным. Өмөтөбөҙ тулыһынса аҡ­ланды. Былтыр бер тонна орлоҡ­тан 48 тонна уңыш үҫтереп алдым, – ти ул. – Тимәк, үҫем­лексе­лектең был тармағында рентабеллелек бик тә яҡшы. Шуныһы мөһим: һеркәләндереү ҡарабой­ҙайҙың уңышын бермә-бер күтәрә. Ә беҙҙең яҡтарҙа ҡорт­солоҡ менән шөғөлләнмәгән шәхси хужалыҡтар һирәктер, күптәр 100 – 200 баш умарта тота. Йәй татлы продукцияны күберәк алыу өсөн ҙур умарталыҡтарын баҫыу ситенә сығарып ҡуялар. Был эш ике яҡ өсөн дә файҙалы. Һуңғы йылдарҙа ҡулланыу баҙарында ҡарабойҙайға хаҡтарҙың һиҙелерлек күтәрел­гә­нен һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Был­тыр ярма культураһының тонна­һын 21000 һум менән һатҡайным. Әле бына яңы уңышты 35 мең һум менән тәҡдим итергә мөмкин. Ләкин был осраҡта ла ашығырға ярамай. Ҡыш башында ҡарабой­ҙайҙың хаҡы 45 мең һумға етәсәк. Баҙарҙағы шул хәл беҙҙең файҙаға эшләй ҙә инде. Быйыл да шул культураны реализа­циялауҙан яҡшы табыш көтөлә. Мин былтыр ҙа ҡарабойҙай аҡсаһына хужалыҡтың барлыҡ йыйылған бурыстарын ҡапла­ғайным.
Икенсенән, күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәрен киңәйтеп, юғары сифатлы бесән әҙерләп һатыу ҙа хужалыҡ өсөн ышаныслы аҡса сығанағына әйләнгән. Аҡһымға бай ҡуҙаҡлы культуралар — кәзә үләне, люцерна, йылҡы борсағы бында 500 гектарға яҡын майҙанда үҫтерелә. Бынан тыш, ҡандала үләне менән клевер ҡатнашмаһын биләүле пар ерендә йәшел ашлама итеп файҙаланыу өсөн сәсәләр.
– Әле бына кәзә үләнен һәм люцернаны икенсе ҡатҡа бесәнгә саптыҡ, – ти Юность ауылы фермеры. – Бакуйҙар йоҡараҡ булһа ла, йыйып алынған бесәндең сифаты яҡшы. Бер нисә йыл элек Италияла етештерелгән пресс-йыйғыс һатып алғайныҡ. Бик тә уңайлы һәм юғары етеште­реүсәнле агрегат, бесәнде рулон­дарға яҡшы итеп тығыҙлай. Шуға беҙ етештергән шул төр мал аҙығы үтемле тауарға әйләнде, тиһәм дә бер ниндәй арттырыу булмаҫ. Ҡайҙан ғына заказ бирмәйҙәр: һыйлы мал аҙығын көнбайыш төбәктәге Борай, Дүртөйлө, Илеш, Баҡалы, Саҡмағош, Бүздәк, Туймазы яҡтарына, үҙебеҙҙең ра­йон­дағы хужалыҡтарға оҙатабыҙ. Былтыр 1 мең рулон бесән йыйып ал­һаҡ, быйыл да шунан кәм бул­мая­саҡ. Әле 300 йәшел төргәкте һа­тырға өлгөрҙөк. 450-500 килограмм тартҡан бер рулондың хаҡы — 1200 һум, шуға араның алыҫ­лы­ғына ҡарап 100, 200 һум күлә­мен­дә юл сығымдары өҫтәлә. Бе­сәнде беҙ хужалыҡтарҙа үҙебеҙҙең ун төргәк тейәгән “КамАЗ” менән илтеп бирәбеҙ. Шул хеҙмәт өсөн тү­ләнгән хаҡты водителдәрҙе дәртләндереүгә тотонабыҙ, йәғни бер рейс яһаған өсөн уларҙың ҡу­лына 1000 – 2000 һум аҡса эләгә.
Фермер Степановтың һәр эште белеп ойоштороуы, баҙар иҡтиса­дының яҙылмаған ҡанундарын яҡшы үҙләштереүе күренеп тора. Телгә алыуынса, хужалыҡ быйыл төргәкле бесән һатыуҙан ғына ла 1,5 миллион һум керем аласаҡ, саф табыштары иһә шуның өстән берен тәшкил итәсәк.
– Алыш-биреш итеүҙән ирекле аҡса барлыҡҡа килһә, уны техника паркын яңыртыуға тотонабыҙ, – ти ул. – Алты йыл элек эште бер “Беларус”тан башлағайным, хәҙер техника паркында ҡеүәтле биш трактор бар. Мөмкинлек тыуыу ме­нән иген комбайны һәм үҙйө­рөшлө сапҡыс алырға теләйбеҙ. Сөнки МТС-тың филиалдары ме­нән эшләү ауырлашты. Хужалыҡта тағы малсылыҡ тармағын тер­геҙергә ниәтләйбеҙ. Әле ит то­ҡом­ло һарыҡтар алып ҡайттыҡ. Шулай ҙа хыялым — табун йыл­ҡысылығы менән шөғөлләнеү, башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү. Был йәһәттән тәжрибәм дә юҡ түгел.
Ҡасандыр элекке совхоздың Михайловка бүлексәһендә юртаҡ аттар аҫрағайныҡ. Күмәк хужалыҡ бөлгәс, эш тә һүнеп ҡалды. Аттарҙы өйөрҙә йөрөтөп аҫрау өсөн беҙҙә шарттар яҡшы ғына. Ә бына сәсеү әйләнешендәге ерҙәрҙең майҙанын арттырырға йыйынмайым. Хәҙер гектар ҡеүәтен үҫтереү хаҡында уйларға кәрәк. Йыл ҡатмарлы килһә лә, беҙҙең хужалыҡтың үҫеш перспективаһы өмөтлө тип иҫәпләйем. Етештереү базаһы яҡшы булғаны өсөн дә үҙемде ышаныслы ғына тоям. Шуны әйтә алам: эште белеп ойошторғанда, алдынғы технологияларҙы ҡулланғанда, аграр тармаҡта ла бөгөн матур ғына һөҙөмтәләргә өлгәшергә була.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503