Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөмкинлек күп, файҙалан ғына!
Мөмкинлек күп, файҙалан ғына! 2011 йылда республикала көньяҡ-көнсығыш райондарҙы иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса комплекслы программа ҡабул ителгәндән һуң Сибайҙа ике тапҡыр төбәк-ара инвестиция форумы үтте, һөҙөмтәлә байтаҡ яңы проектҡа башланғыс һалынды, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килде, капитал һалыу күләме артты. Ошо көндәрҙә ҡалала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, “Урал аръяғы” программаһының координация советы рәйесе Илшат Тажетдинов етәкселегендә күсмә кәңәшмә-семинар булды. Унда Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, республиканың урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов, Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәге директоры Илһам Закиров һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Тәүҙә Илшат Азамат улы Сибай элеваторында күптән түгел сафҡа ингән яңы тирмән менән танышты. Республикала ғы­на түгел, хатта Рәсәйҙә тәүгеләрҙән бу­лып заманса ҡорамалдар менән йыһаз­лан­ды­рылған был объектта тәүлегенә 300 тонна иген эшкәртергә мөмкин. “СИТНО” агрохолдингы ҡарама­ғын­дағы элеваторҙың эшенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе Азамат Тажетдинов.
Артабан элекке һөт-консерва комбинаты нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңы предприятие – Сибай быраулау реагент­тары заводы – эшмәкәрлеге менән таныштылар. Йәмғиәттең төп бурысы – нефть һәм газ скважиналары быраулау, төҙөлөш тармағы һәм көнкүреш ихтыяждары өсөн продукция етештереү. Киләсәктә предприятиеның эш­мәкәрле­ге көйләнһә, яҡынса 300 эш урыны булдырылыуы ихтимал.
Ҡунаҡтар “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес үҙәгендә Бәләкәй эшҡы­уарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәгенең яңы офисын асыу тантана­һын­да ла ҡатнашты. Ошонда уҡ көньяҡ-көн­сығыш райондарҙағы хакимиәт баш­лыҡ­тарының иҡтисад буйынса урын­баҫарҙары, эшҡы­уар­ҙар, бизнес структуралары вәкилдәре ҡатнашлығында “тү­ңә­рәк өҫтәл” ойошторолдо. Республикала йыл һайын йүнсел­дәргә ярҙам прог­раммалары уңышлы үтәлә: төрлө суб­си­диялар, займдар бирелә, яңы эш башлаусылар өсөн бушлай курстар үткәрелә, эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең муниципаль саралары билдәләнә.
– Йылына 8-12 процентлыҡ ставка ме­нән 1 миллион һумғаса займдар бирәбеҙ. Микрофинанслау үҙәктәре Әбйәлил, Бай­маҡ, Ейәнсура, Учалы райондарында һәм Сибай ҡалаһында асылған. Әгәр республика буйынса 1,3 миллиард һум ярҙам күрһәтелһә, шуның 300 миллион һумы Көньяҡ Урал райондарына тура килә, – тине Илһам Закиров.
Артабан ҡунаҡтар төбәктәге төҙөүсе­ләр әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йортонда – Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында – булып, уҡыусыларҙың ҡул эштәре күргәҙ­мәһен ҡараны һәм йәштәрҙең эшҡыуарлыҡ үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Ағас­ты тәрән эшкәртеүсе заманса станоктар һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған оҫтахананы күргәс, ошо эш менән шөғөл­ләнгәндәр бер аҙ көнләшеп ҡуйғандай тойолдо хатта. Бөгөн бында белем алған уҡыу­сыларҙың оҫта, тәжрибәле төҙөүсе, ағас эше менән яҡшы таныш белгес булып сығасағына ышаныс ҙур.
Илшат Тажетдинов көньяҡ-көнсығыш ра­йондарҙы иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең ҡыҫҡа сроклы комплекслы програм­маһы­ның үтәлеше, проблемалары һәм тор­мош­ҡа ашырылған проекттарҙың һө­ҙөм­тәһе менән таныштырҙы. Төп док­лад менән Башҡортостандың Эш­ҡыуар­лыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжет­динов сығыш яһаны.
– Ҡалала йәки районда эшҡыуарҙар күп икән, был урында ҡаҙна керемдәре тото­роҡло һәм эшһеҙлек мәсьәләһе ыңғай хәл ителә тигән һүҙ. Республика күрһәт­кән ярҙамдан тыш, һәр муниципаль берә­мек­тең бәләкәй һәм урта биз­нес­ты үҫтереү буйынса үҙ программаһы бар. Му­ни­ци­па­литеттар йыл һайын үҙ программаларын финанслауға конкурста ҡатнаша һәм шәхси эш асыусыларға субсидиялар биреү мөмкинлегенә эйә була. Һеҙҙең төбәк туризмды үҫтереү йәһә­тенән бигерәк уңайлы, әммә был юҫыҡта эш башлаусылар бик аҙ, – тине ул.
Артабан сығыш яһаусыларҙың һәр бе­реһе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам булырлыҡ төрлө фәһемле кәңәштәр бирҙе, бихисап проект менән таныштырҙы. Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ҙур проблемалары булыуын да, юлда төрлө кәртәләр осрауын да, ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн үҙеңә ны­ҡыш­мал булыу кәрәклеген дә телгә алдылар. Кәңәш­ле эш тарҡалмаҫ тигәндәй, күп йүнселдәр үҙҙәрен борсоған һорау­ҙарға аныҡ яуап алды. Фәһемле фекер алы­шыуҙан һуң уңышлы хеҙмәт күрһәт­кән­дәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503