Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Элек тә һыр бирмәгәндәр, әле лә бирешмәйҙәр
Элек тә һыр бирмәгәндәр, әле лә бирешмәйҙәр
Ер кешеһе, ауыл эшсәне. Йыл әйләнәһенә бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәр менән йәшәй ул. Мал-тыуарҙы йәшел үләнгә сығарыуға йәнә киләһе йыл хаҡында уйлана башлайһың. Аллаға шөкөр, Ғафури районында был йәһәттән эштәр көйлө бара. Хужалыҡтарҙа, шәхси ихаталарҙа ла мал һаны арта. Ужым һәйбәт ҡышлаған. Яҙғы сәсеүҙе ойошҡанлыҡ менән тамамланылар.


Элек тә һыр бирмәгәндәр, әле лә бирешмәйҙәр Ер ҡәҙерен беләләр бында. Сәсеүлектәр майҙаны быйыл да арттырылып, барлығы 25 мең гектар ерҙә яҙғы культуралар бураҙнаға һалынды. Шәкәр сөгөлдөрө – табышлы тармаҡ. Шуға ла һуңғы йылдарҙа районда “татлы тамыр” үҫтереү майҙанын арттырыуға ҙур иғтибар бирелә. Был культура бөтәһе 2 мең 600 гектарҙы биләй.
Яҙғы сәсеүҙә айырыуса “Сатурн” (етәксеһе – Марат Рәхмәтуллин), “Зенит”, Ленин, (Риф Мөкминов), “Ағиҙел” (Тимерйән Кинйәбаев), “Урожай” (Нәжип Хисаметдинов), “Восход” (Руслан Бәкиров) хужалыҡтары тырышып эшләне.

Элек тә һыр бирмәгәндәр, әле лә бирешмәйҙәр Тереһыу сыҡҡан ерҙә

Красноусол минераль һыуын кемдәр генә белмәй икән! Магазиндарҙа йыш ҡына тәбиғәттең тап ошо шифалы эсемлеген һорағандарын ишеткән бар. Был аңлашыла: мөғжизәле һыу ғәжәп сихәт көсөнә эйә. Бына беҙ ошо тереһыу сыҡҡан ерҙә, “Красноусол” минераль һыу сығарыу һәм ҡойоу заводында йөрөйбөҙ. Әллә ни ҙур булмаған бинала эш ҡайнай. Һәр кем үҙ бурысын белеп, дәртләнеп атҡара. Конвейерҙа төрлө ҙурлыҡтағы полимер шешәләргә һыу ҡойола. Күренеп тора: егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың үҙ эшенән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо йөҙҙәренә яғылған.
Үҙен Рәдиф Әхмәтов тип таныштырған егет бында бишенсе йыл эшләй. Үзбәкстандан ҡайтҡан.
– Эш хаҡы һәйбәт, оҡшай, – тине ул, ихлас йылмайып.
Завод асылғандан тиерлек ошонда тир түккән Сергей Макаев та риза.
– Зарланырлыҡ түгел. Эшкә махсус автобуста килеп алалар, илтеп ҡуялар. Ғаилә ҡорған йәштәргә, бәлә-ҡазаға тарыған ғаиләләргә матди яҡтан ярҙам итәләр.
Элек тә һыр бирмәгәндәр, әле лә бирешмәйҙәр Бығаса төҙөлөштә йөрөгән Филүз Нәзиров та бында килеүенә ҡәнәғәт.
Ойошманың управляющийы Ирек Әбдрәшитов үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында ҡыуанып һөйләй:
– 2005 йылда эш башлағанда завод сәғәтенә ике мең шешә һыу етештерһә, ҡеүәтен арттыра барып, бөгөн тотороҡло эшләй. Завод йылдан-йыл заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Бөгөн бында 100-ҙән ашыу кеше эшләй. Хеҙмәт хаҡы һәйбәт булғас, коллектив тотороҡло. Киләсәктә заводты тағы киңәйтеү хыялы менән йәшәйбеҙ. Ул сағында йәнә 50 кешегә эш урыны буласаҡ. Бөгөн беҙ – район ҡаҙнаһын тулыландырыусы төп предприятиеларҙың береһе. Завод төрлө сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, мәктәптәргә, ҡарттар йортонда йәшәүселәргә, интернаттарға ярҙам итә, байрамдарҙа бүләктәр тарата.
Эҫе йәй мәле етте. Был көндәрҙә заводта йәнә эштәр ҡыҙа төшә, сөнки сихәтле һыуға ихтыяж арта. Республиканың төрлө төбәктәренән генә түгел, күрше өлкәләрҙә лә, алыҫ Себер тарафтарында да “Красноусол” минераль һыуын күпләп алыуҙары шуға дәлил. Абруйлы күргәҙмәләрҙә уның юғары наградалар менән бүләкләнеүе, “Башҡортостан тауары” дипломы, “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” билдәһенә лайыҡ булыуы ла уның сифатына яҡшы баһа.


Элек тә һыр бирмәгәндәр, әле лә бирешмәйҙәр “Ағиҙел” уңғандары

Эш сәфәре менән йөрөгәндә республиканың һәр төбәгендә төрлө хәлдәргә осрарға тура килә. Ҡайһыларында сүп үләне баҫҡан баҫыуҙар, бына тигән ҡураларҙың ҡыйралып, ҡутарылып ятыуы кәйефте ҡыра. Ә бит уларҙы берәү ҙә ситтән килеп ботарламаған. Урындарҙа булдыҡлы хужаларҙың булмауы, халыҡтың битарафлығы ғәйепле быға. Ә үҙебеҙ эш юҡ, колхозды бөтөрҙөләр, тип илайбыҙ, кемделер әрләйбеҙ.
Замандың төрлө йылдарында ла бирешмәгән “Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бөгөн дә районда үҙенең эшсәнлеге менән дан тота. Уны 18 йыл инде Тимерйән Кинйәбаев етәкләй.
Элек тә һыр бирмәгәндәр, әле лә бирешмәйҙәр – Һәр кем үҙе тыуып үҫкән ергә тоғро булырға тейеш, – тип башланы һүҙен Тимерйән Миҙхәт улы. – Беҙҙең “Ағиҙел” колхозы электән районда айырылып торҙо. Ошонда эшләгән коллектив, халыҡтың эшсәнлеге менән хужалығыбыҙҙы тарҡатыуға юл ҡуйманыҡ. Хөкүмәтебеҙ ҙә эшләгән кешегә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер тора, субсидиялар бар, программалар ҡабул ителә, беҙ уларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Һуңғы ике йылда ғына 40 миллион һумлыҡ техника һатып алдыҡ. Шуға күрә хужалыҡта кәрәк булған бөтә техникабыҙ бар, әле “500 ферма” программаһына документтар туплайбыҙ. Ғаилә һөтсөлөк фермаһы программаһына инеп, Ибраһимдағы элекке бинаны ремонтлап, ферма астыҡ. Үзбәк һөтсөлөк фермаһы районда икенсе урында килә, Яңы Ерек фермаһы ла уңышлы эшләй. Сәсеүҙе һәйбәт тамамланыҡ, тик бына хәҙер ай самаһы ямғыр булмауы кәйефте ҡыра. Ауыл кешеһенең хеҙмәт емеше тәбиғәткә ныҡ бәйле бит.
Быйыл “Ағиҙел”дәр 1 мең 200 гектарҙа – яҙғы культуралар, 430 гектарҙа – сөгөлдөр, 300 гектар самаһы көнбағыш, силос өсөн 300 гектарҙа кукуруз сәскән.
Хужалыҡта 850 баш һыйыр малы аҫрала, бөгөн көнөнә 3 тоннанан ашыу һөт тапшыралар. Сер түгел: йәштәр күберәк ҡалаға ынтыла. Шуға ла уларҙы ауылда ҡалдырыу, тракторсы һөнәренә уҡытыу хәстәре күрелә. Әле ете кеше һөнәрселек училищеһында белем ала.
...Ошо көндәрҙә бесәнгә төшәсәк “Ағиҙел” уңғандары. Ауыл хужалығында бер эш икенсеһенә ялғана бара шул.






Автор: Венер ИСХАҠОВ.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 266

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503