Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Итек “ашарға һорай”
Итек “ашарға һорай”
Иҡтисади үҫеш, инвестициялар мәсьәләһе йылдан-йыл ҡырҡыулаша барып, Рәсәйҙең иртәгәһен билдәләйәсәк ҡеүәтле факторға әйләнде. Баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында иҡтисади үҫештең тик эшҡыуарлыҡты һәр яҡлап үҫтереүҙә икәнлеген яҡшы аңлаған власть даирәләре ике һүҙҙең береһендә яңы синыф вәкилдәре ишәйһен өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу кәрәклеген тәҡрарлай. Әммә теләк менән ысынбарлыҡ йыш ҡына тап килмәүсән. Рәсәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Бөтә донъя банкы рейтингында 92-се урында, тип хәбәр итә “Независимая газета”. Был – уртаса алғанда, ә төҙөлөшкә рөхсәт алыу йәһәтенән ил 178-cе, халыҡ-ара сауҙа шарттары буйынса – 157-cе, инвесторҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙа – 115-cе һәм кредит алыу йәһәтенән 109-cы урынды биләй. Бындай “ҡаҙаныштар” менән, әлбиттә, сит илдәр капиталына иҫәп тотоу урынһыҙ.


Беҙ нисәнсе урында?

Былтыр эре компаниялар сәнәғәткә инвестиция йүнәлтеүҙе кәметте. Ил буйынса был күрһәткес, “Новые известия” гәзите мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 14 процент. Инвестицияларҙың 22 проценты сеймал сығарыу тармағына, 16-һы эшкәртеү сәнәғәтенә тура килә. Төҙөлөшкә капитал йәлеп итеү, киреһенсә, кәмегән – 22 процент. Ауыл хужалығында ла шундай уҡ хәл – 15 процент.
“Независимая газета” шулай уҡ Федерация субъекттарындағы хәлдәрҙе лә байҡап сыҡҡан. 2013 йылда инвестиция йәлеп итеү буйынса Әстрхан, Һамар, Ростов өлкәләре, Пермь һәм Краснодар крайҙары, Татарстан һәм, әлбиттә, Мәскәү ҡалаһы күләмдәрҙе ярайһы арттырған. Себер, Алыҫ Көнсығыш, Төньяҡ Кавказ һәм Төньяҡ-Көнбайыш федераль округтар, киреһенсә, һиҙелерлек кәметкән. Вологда, Ленинград, Кемерово өлкәләрендә, Хабаровск крайында хәлдәр айырыуса ҡатмарлы.
Башҡортостан ике исемлектә лә күренмәй. Уның ҡарауы, “Аргументы недели” аҙналығында сыҡҡан аналитик мәҡәләгә ярашлы, республикабыҙҙа инвестиция, йән башына иҫәпләгәндә, 50 мең һумдан артмай. Гәзит был хәлдең сәбәптәрен асыҡлау менән дә шөғөлләнгән. Беренсенән, беҙҙә эре бизнес инвестициялар тураһында ҡайғыртмай һәм иҡтисадты үҫтереү йәһәтенән хөкүмәт менән хеҙмәттәшлек итергә ашыҡмай, тиелә мәҡәләлә. Икенсенән, Башҡортостанда капитал йәлеп итеү менән шөғөлләнеүсе дәүләт структураһы юҡ. Өсөнсө сәбәп – эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙамы бик аҙ, өҫтәүенә, һалым түләү йәһәтенән ташламалар ҙа сикләнгән.

Силәгенә күрә – ҡапҡасы

Башҡортостандың Сәнәғәт һәм иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ғинуар-июндә дөйөм капитал йәлеп итеү 90 миллиард, йәғни, йән башына иҫәпләгәндә, 22 мең һум булған. Уның да 61,5 проценты предприятиеларҙың үҙ килеме булһа, 34 проценты йәлеп ителгән. Эшкәртеүсе тармаҡтарҙың өлөшө – 27,1, транспорт һәм элемтәнеке – 15,8, сеймал сығарыусыларҙыҡы – 15,2 процент.
Силәгенә күрә – ҡапҡасы тигәндәй, инвестициялар күләме буйынса Өфө ҡалаһына етеүсе юҡ. Баш ҡала хакимиәте сайтынан күренеүенсә, былтыр туғыҙ айҙа сәнәғәткә 66,8 миллиард һум йүнәлтелгән. Йән башына иҫәпләгәндә, уртаса республика күрһәткесенән өс тапҡырға күберәк. Бының, әлбиттә, бер ғәжәбе лә юҡ, сөнки һуңғы 25 йылда Башҡортостандың бөтә иҡтисади ҡеүәте ошонда туплана килде. Баш ҡалала инвестиция йәлеп итеү буйынса беренсе урынды эре һәм урта ҙурлыҡтағы предприятиелар – 36,5 миллиард һум – биләй. Шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә 11 миллиард һум тура килә. Кесе эшҡыуарлыҡтың да өлөшө күренә – 3,7 миллиард һум. Был йәһәттән Өфө сит илдәр менән ярыша ала, тип фекер йөрөтә ҡала хакимиәте иҡтисадсылары. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа ҡалалар һәм райондарҙа бындай ҡәнәғәтлек ишетелмәй.
Рәсәй Президенты Владимир Путин күптән түгел уҙғарған иҡтисад кәңәшмәһендә инвестициялар йәлеп итеүҙе 2015 йылда тулайым эске продукттың – 25, ә 2018 йылда иһә 28 процентына еткереү бурысын ҡуйҙы. Маҡсат ғәмәлгә ашырлыҡмы һуң? “Новые известия”ның мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2012 йылда нисбәт 9,5 процент булған. Быйыл Рәсәй иҡтисады 2,5 процентҡа үҫергә тейеш, тип фаразлай Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы. Былтыр был күҙаллауҙың 3,6 процент менән билдәләнеп, ғәмәлдә өс тапҡырға кәмерәк килеп сығыуын иҫәпкә алғанда, яланғас оптимизм менән мауыҡмаған белгестәр уны бер проценттан арттырмай.

Сәбәп һәм эҙемтә

Ни өсөн? Беренсенән, илдән капитал сығарыу көсәйеп, тәүге кварталда уҡ 2008 йылдан һуңғы рекордлы күрһәткес – 60 миллиард долларға етте. Иҡтисади үҫеш министрлығы уны йыл аҙағына – 100 миллиард, ә элекке финанс министры Алексей Кудрин 150 миллиард доллар менән баһалай. Бындай шарттарҙа инвестициялар йүнәлтеү түгел, иҡтисади үҫештең дә етди тотҡарланыуы ихтимал.
Икенсенән, Ҡырымға бәйле ваҡиғаларҙың иҡтисади үҫешкә хәл иткес йоғонто яһаясағын хәҙер ялҡауҙар ғына юрамай. Федераль ҡаҙнаның яртыһын тиерлек тәшкил иткән “нефть долларҙары” күләме биш тапҡырға кәмеһә... Дөрөҫ, сәнәғәт үҫеше Европаның алдынғы илдәрендә лә шәптән түгел. Мәҫәлән, былтыр Италия иҡтисады 1,1 процентҡа “сүккәндә”, Францияла үҫеш – 0,2, Германияла 0,9 проценттан артмаған. Улар рәтендә Рәсәйҙең 1,3 проценты, әлбиттә, беҙҙең етәкселәр фекеренсә, яҡшы күренә.
Беҙгә, ти Рәсәй Президенты, иҡтисадты үҫтереү өсөн инвестиция йәлеп итеү шарттарын яҡшыртырға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтерергә, иҡтисади үҫеш проекттарын финанслаусы институттарҙы яҡларға кәрәк. Өҫтөнлөклө йүнәлештәр рәтендә Владимир Путин ҡаҙна аҡсаһын бәрәкәтле тотоноуҙы, инфляцияны “ауыҙлыҡлау”ҙы, сәнәғәт үҫеше өсөн яңы стимулдар булдырыуҙы, яңы эшкәртеү производстволарын сафҡа индереүҙе атай.
“Коммерсантъ” гәзите хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы хәҙер ҡарашын Азия илдәренә төбәй, улар менән сауҙа бәйләнештәрен әүҙемләштерергә тәҡдим итә. Финанс министрлығының да иҡтисади үҫеште тәьмин итеү буйынса үҙ планы бар, ләкин ни өсөндөр эске ихтыяжды дәртләндереүҙән баш тартып, сит илдәргә сығарылған капиталды ҡайтарыу менән шөғөлләнмәксе. Был, йәнәһе, инвесторҙар өсөн етди өлгө буласаҡ.
Өсөнсөнән, иҡтисади үҫеш һумдың көсһөҙлөгө менән дә тотҡарлана. Мартта ғына Үҙәк банк уның тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә 24 миллиард доллар тотонорға мәжбүр булған. Иҡтисадты инвестициялар ярҙамында үҫтереү буйынса күрелгән саралар рәтендә башҡарма власть структураһында махсус вазифалар, мәҫәлән, хакимиәт башлығы урынбаҫары, вәкил булдырыу, инвестициялар ҡабул итеүгә һәләтле объекттарҙың паспортын әҙерләү, сайттар асыуҙы һ.б. атарға мөмкин булыр ине. Тик был сараларҙың әһәмиәте бармы, иң мөһиме – улар ярҙамында инвесторҙар табып булырмы?

Йөк һаман да урынында

Ошо хаҡта “Известия” гәзитенең махсус сайттарҙың һөҙөмтәлелеге тураһында йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү мәғлүмәттәре иғтибарға лайыҡ. Был алымдың үҙ-үҙен аҡларына өмөт юҡ дәрәжәһендә, ти “Уверенность” аудитор компанияһының генераль директоры Максим Гладких-Родионов. Беҙгә сайт юҡлығы түгел, ә суд власының йомшаҡлығы, һалым ҡағиҙәләренең яраҡһыҙлығы, хосуси милектең дәүләт тарафынан тейешенсә яҡланмауы ҡамасаулай. Теге йәки был проекттың уңышы ла власть даирәләрендә файҙалы бәйләнештәрҙең булыуынан тора. Рәсәй төбәктәренә килгәндә, ти Гладких-Родионов, уларҙың “оҙон” аҡсаһы юҡ, һәм бында сайттарҙың ярҙамы бик шикле. Эйе, туҙып эштән сыҡҡан итек “ашарға” һорай, ә хужаһының кеҫәһе – тап-таҡыр.
Йомғаҡлау рәүешендә шуны әйтеү урынлы: беҙгә, совет осоронда формалашҡан граждандарға, буржуаз йәмғиәт ҡанундары тураһында ғәҙел фекер йөрөтөүе ауыр, хатта мөмкин дә түгел. Шул иҫәптән капитал йәлеп итеү буйынса ла. Ә бына атап үтелгән проблемаларҙың иҫкергәнлеге власть даирәләре өсөн дә, белгестәргә лә яңылыҡ түгел. Коррупция, административ кәртәләр, иҡтисадтың әле һаман иҫке ҡалыптар буйынса эш итеүе, властарға ышаныстың самалы булыуы һәм башҡалар – тотош бер система хасил иткән төп проблема. Ул төрлө кимәлдәге властарҙың, Рәсәй Конституцияһында нығытылыуынса, граждандар тарафынан туранан-тура һайланып ҡуйылмауы, закон сығарыу, башҡарма һәм суд властарының бойондороҡһоҙлоҡ ҡанундары буйынса эшләмәүенә бәйле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503