Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Бер тин түләмәй" кейем алдыҡ
"Бер тин түләмәй" кейем алдыҡ
Бөгөн затлы әйбер алырға саҡырған реклама ҡайҙа ғына юҡ?! Ҡайһы бер магазиндар үҙ тауарын әҙәм ышанмаҫлыҡ арзан хаҡҡа тәҡдим итә, шапыртып маҡтай. Нисек беләләрҙер һинең кеҫә телефоныңдың номерын – унда килгән хәбәр-рекламаларҙы тиҙ генә уҡып бөтөрөрлөк тә түгел. Ысын баҙар шарттары шулай булалыр, ахыры.

Сауҙа нөктәләренә барып инһәң, йылмайышып торған һылыу ҡыҙҙар үҙҙәре башлап һаулыҡ һораша, һине урата һалып, магазиндарында булған бөтә әйберен тәҡдим итә башлай. “Мин ҡарарға ғына ингәйнем” тип кенә ҡотолоп булмай. “Кейеп ҡарағыҙ, бәлки, оҡшап китер, бының өсөн аҡса алмайбыҙ бит”, тигән булып, һаман үҙ бурыстарын үтәмәкселәр.
Ә ҡатын-ҡыҙ кейем-һалымы һатылған ерҙә әүҙемлек күпкә юғарыраҡ. Шуғалыр ҙа беҙҙең ир-ат заты магазин-баҙарҙарға йөрөүҙе бик үк хуп күрмәй, һөйгән йәре ныҡ ҡыҫтаһа ғына, ризаһыҙлығын йөҙөнә сығармаҫҡа тырышып, ҡатындарына “әйбер ҡарашырға” кибеткә йүнәлә.
Хәләл ефетем ғинуарҙа үҙенә тун һатып алғайны. Аҡсаны ошо маҡсатҡа туплап барғас, өҫтәүенә “Яңы йыл ташламаһы” ла булғас, ҡатындың хыялын тормошҡа ашырырға етте лә ҡуйҙы. Яңы баҙар шарттарына яраҡлашып, тәжрибә туплаған һатыусылар ҡулаҡса менән иҫәпләшкәс, беҙгә бонус картаһы бүләк итте. Яҙға табан, ташламанан файҙаланып, тағы ла әйберҙәр алырға килегеҙ, тип саҡырып ҡалды мөләйем ҡыҙҙар.
Йылы мөғәмәләне иҫтә тотоп, март башында тағы юлландыҡ уларға. Беҙҙе күптәнге таныштарылай күреп, тағы ла йылыраҡ ҡараш менән ҡаршы алдылар. Сауҙа залында кеше апаруҡ. Һәр береһе эргәһендә кәм тигәндә бер һылыу ҡыҙ бөтөрөлә-бөтөрөлә өҫ кейемдәрен күрһәтә: төрлө төҫтә, фасонда, хатта ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙың йәшен дә иҫәпкә алып тегелгән. Бонус картаһын да иҫкә төшөрҙөләр. "Шулай булғас, беҙҙең шарттарға ярашлы, яңы куртканы бер тин түләмәй ҙә алып китә алаһығыҙ”, тип күңелде үҫтереп ебәрҙе һатыусыларҙың береһе. Беҙгә бары куртканы һайлайһы ғына ҡалды.
Мин, ысын ирҙәргә хас булғанса, байрам алдынан ҡатыныма бүләк алып бирергә тейеш бит инде. Шулай итеп, йәмәғәтем үҙенә заманса, матур куртка һайлап алды. Һатыусының тәҡдиме менән “бер тин дә түләмәйенсә” алынасаҡ тауарға тейешле документтар тултырырға улар залдың алыҫтараҡ мөйөшөндәге өҫтәлдәр янына китте. Оҙаҡланылар. Ул арала ир-егет курткалары эленгән рәттәрҙе бер нисә ҡат урап сыҡтым. Шунда һатыусыларҙың береһе мине “ҡаптырҙы” ла: “Барыбер көтәһегеҙ, әйҙәгеҙ, бынау куртканы кейеп ҡарағыҙ әле...” Ризалаштым. Минең тирәлә өйөрөлгән ҡыҙ-ҡырҡын өсәү булып китте. Көҙгө алдында күп борғоланғас, яңы кейем ысынлап та оҡшай башланы: материалы заманса, тегелеше лә матур, кеҫәләре лә күп.
— Һеҙгә бик килешә, — ти һатыусы ҡыҙҙар, һоҡланыуын йәшермәйенсә. – Ҡатынығыҙға күренегеҙ әле, танымай ҙа торор, моғайын. Хаҡы ла ҙур түгел – биш меңгә лә етмәй. Бөгөн һеҙ бер тин дә түләмәйһегеҙ...
Ул арала әллә нисә ҡағыҙ тотоп, ҡатыным үҙе лә килеп етте.
— Килешә, — тине ул, һатыусыларҙың һүҙҙәренә ҡушылып. – Хаҡы ла осһоҙ ғына, әйҙә, алайыҡ та ҡуяйыҡ.
Үҙенә ҡыш башында тун, әле куртка алғас, мине лә кейендергеһе килеп китте шикелле хәләл ефетемдең. Ризалаштым. Үҙемдеке булып тойола башлаған куртканы сисеп тә тормай теге өҫтәлдәр янына ыңғайланым.
Финанс эшмәкәрлеге менән аҙыраҡ таныш булған кешегә эштең нимәлә икәнен төшөнөргә күп кәрәкмәне. Банк хеҙмәткәрҙәре лә, магазиндыҡылар ҙа бергәләшеп, алдан һөйләшеп-килешеп эшләй, күрәһең. Һөҙөмтә иҫ китмәле. Һатып алыусы психологияһын яҡшы белеү, йылы мөғәмәлә һәм, әлбиттә, заманса кейем-һалым мөғжизә яһай. Кем үҙенә оҡшаған тун-куртканы бер тин дә түләмәйенсә алып китергә риза булмаһын... Күпселек үҙенең ниндәй тоҙаҡҡа эләккәнен аңламай ҙа ҡала хатта.
Эштең асылы шунда: алған тауарыңды “бер тин түләмәйсә” алып китергә документ тултырыу ул сауҙа залында урын алған банк хеҙмәткәрҙәренең һинең менән кредит килешеүе төҙөүе икән.
Курткаларҙы өйгә алып ҡайтып, кредит договорҙары менән ныҡлап танышҡас, шул асыҡланды: ҡатындың 14 мең 877 һумлыҡ курткаһы алты айға кредитҡа алынып, банк проценттары менән 17 мең 157 һумға төшә, йәғни өҫтәмә түләү — 2 мең 280 һум. “Буш”тың да сере асылды: тауар өсөн аванс магазин биргән бонус картаһынан тотоп ҡалынған һәм ул 2 мең һумға тиң.
Минең куртка күпкә осһоҙораҡ – 4 мең 490 һум, банк проценттары менән 5 мең 190 һумға төштө. Биш ай буйы түләнгән 700 һум — банкка "бүләк”.
Беҙгә ярҙам иттеләрме, әллә, киреһенсә, ярҙан эттеләрме? Төптән уйлап ҡараһаң, ике әйбер өсөн бер көндә 20 мең һумға яҡын аҡсаны сығарып һалыу, нисек кенә булмаһын, бер ҙә еңел түгел. Икенсенән, кейем алаһы бар тип аҙ-маҙ аҡса туплау ҙа беҙгә хас түгел. “Тимер ат"тың да кредитын түләргә кәрәклеген иҫкә төшөрһәң, көрһөнөргә теләмәһәң дә көрһөнөрһөң.
Бәлки, инфляция дауам иткән ваҡытта кредитҡа әйбер алыу отошлораҡтыр ҙа. Әйткәндәй, Көнбайышта күптәр кредитҡа йәшәй, тиҙәр бит. Беҙ уларҙан кәмме ни?! Тик шулай ҙа магазиндан нимәлер алыр алдынан кредиттың күпмегә төшәсәген һорашып-белешегеҙ, һеҙҙе банктар "тоҙаҡҡа эләктерергә” көтөп тормаймы икән?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090