Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңышҡа төплө нигеҙ һалынды
Уңышҡа төплө нигеҙ һалындыБашҡортостандың агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре, былтыр бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙан мул уңыш үҫтереп, дәүләт бураларына һаҡлауға 3 миллион 200 мең тонна ашлыҡ һалды. 1,4 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 260 мең тонна көнбағыш йыйып алынды. Картуф, йәшелсә, ҡарабойҙай ҙа ишелеп уңды. Был республика ихтыяжы өсөн йыл ярымға етерлек. Артып ҡалғанын ситкә һатырға ла мөмкин.
Мал аҙығы ла етерлек әҙерләнде. Һәр шартлы баш малға уртаса 33 центнер аҙыҡ тупланды. Хәҙер ауыл эшсәндәре алдында йыл дауамында тир түгеп үҫтергән уңышты әрәм-шәрәм итмәй һаҡлау бурысы тора. Республиканың 32 элеваторы, ашлыҡ ҡабул итеү пункты һәм икмәк продукттары комбинаты игенде һаҡлау мәсьәләһен ыңғай хәл итте. Улар тәүлегенә 46 мең тоннаға ҡәҙәр иген ҡабул итеп, ике миллион тоннаға тиклем ашлыҡ һаҡлау ҡеүәтенә эйә. Аграрийҙарҙың үҙ келәттәрендә шул тиклем үк күләмде һаҡлау мөмкинлеге бар.
Хәҙер ауыл хужалығы предприятиелары үтә ҡоролоҡло йылда ла республиканы етерлек күләмдә иген менән тәьмин итеү мөмкинлеге биргән технологияларға таянып эшләй. Башҡортостанда, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, машина-технология станциялары ойошторолдо, был үҙ сиратында аграр секторҙың техник ҡеүәтен бермә-бер арттырҙы. Улар ярҙамында барлыҡ майҙандың 40 проценты йыйып алынды. Әммә МТС-тарҙың техникаһы ла иҫкерә, ватыла, шуның өсөн уларҙың эшен барыбер яҡшыртыу зарур. Республика баҫыуҙарын Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә етештерелгән ауыл хужалығы техникаһы ла иңләй. Бынан тыш, баҫыуҙарҙа шәкәр сөгөлдөрө йыйыусы йөҙҙән ашыу комбайн эшләй. Мәҫәлән, былтыр республика аграрийҙары 2,7 миллиард һумлыҡ 2500 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алды.
Әлбиттә, ауыл хужалығында проблемалар ҙа етерлек. Уҙған йыл, белеүегеҙсә, уңыш мул булды, әммә туҡтауһыҙ яуған ямғыр баҫыуҙан уңышты тулыһынса йыйып алырға ҡамасауланы, хатта игене һуғылмаған ерҙәр ҡалды. Шәкәр сөгөлдөрө менән дә шундай уҡ хәл килеп тыуҙы. Бында ауыл хужалығы техникаһының етешмәүе сәбәпсе булды ла инде.
Шуныһы ҡыуаныслы: республиканың аграр секторы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың һәм Хөкүмәттең даими иғтибарын тойоп эшләй, ауыл хужалығын үҫтереүгә, ауыл ерендә социаль инфраструктураны яҡшыртыуға ҙур күләмдә аҡса бүленә.
Малсылыҡ күрһәткестәре буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге урындарҙың береһен биләй. Аҙыҡ-түлек етештереү һәм эшкәртеү сәнәғәте – республика аграр иҡтисадының мөһим тармаҡтарының береһе. Ит етештереүҙә беҙ илдә – икенсе, һөт етештереүҙә – беренсе урында.
Республикала агросәнәғәт комплексы ҡаҙаныштары ауыл эшсәндәренең фиҙакәр хеҙмәте менән яулана. Һәр районда 25-30 мең центнер иген һуҡҡан комбайнсылар, 20-30-ар мең гектарҙан ашыу ер эшкәрткән тракторсылар, һыйыр малынан 1000-1200-әр грамм тәүлек артым алған малсылар, һәр һыйырҙан йылына 6-7-шәр мең килограмм, хатта унан да күберәк һөт һауып алыуға өлгәшкән һауынсылар бихисап.
Бөгөн күп райондарҙа һөтсөлөк фермалары төҙөлә, иҫкеләре яңыртыла. Был тәңгәлдә ҡаҙнанан ҙур ғына аҡса бүленә. “Башҡортостан Республикаһында 2012 – 2016 йылдарға 500 һөтсөлөк фермаһын комплекслы модернизациялау” республика маҡсатлы программаһының тормошҡа ашырыла башлауы айырыуса һөйөнөслө.
Президент, бынан тыш, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға булышлыҡ итеү мәсьәләһен дә күтәреп сыҡты. Киләсәктә йылҡысылыҡ йүнәлешен тергеҙеү күҙаллана, ул республиканың визит карточкаһына әүерелергә тейеш. Умартасылыҡ һәм балыҡсылыҡты үҫтереү буйынса ла эшсе төркөм булдырылды.
Республика предприятиелары инвесторҙар өсөн ылыҡтырғыс булып ҡала, сөнки беҙҙә экологик яҡтан таҙа ауыл хужалығы сеймалы эшкәртелә. Мәҫәлән, “Разгуляй” компаниялар төркөмөнә (Шишмә, Благовар һәм Бүздәк райондарында төҙөлөүсе 13 миллиард һумға төшкән комплекстарҙың ҡеүәте 500 мең баш сусҡаға иҫәпләнгән), Ҡырмыҫҡалы районындағы ашлыҡ эшкәртеүсе “Биополимер” заводына ҙур өмөт бағлана.
Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары яңы технологияларҙы сафҡа индереү, ассортиментты киңәйтеү, продукцияның сифатын яҡшыртыу буйынса күп эшләй. Шул уҡ ваҡытта уларҙа фәнни-техник һәм технологик кимәл әүәлгесә түбән, сеймалды тәрән эшкәртеү аҡһай. Продукцияның конкурентлыҡ һәләтен күтәреү менән бер рәттән сауҙа сәйәсәтен яйға һалырға, дистрибьютор селтәрен дә әүҙем үҫтерергә кәрәк. Донъя баҙарына сығарыу маҡсатында продукцияның сифатына һәм хәүефһеҙлегенә контроль алымдарын камиллаштырыу инвестиция һалыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.
Ауыл хужалығы тауар етештереүселәренең Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә республикабыҙҙың ҡаҙаныштарын лайыҡлы күрһәтеүе – ҙур уңыштарыбыҙҙың береһе. Яҡташтарыбыҙ 277 алтын, 105 көмөш, 67 бронза миҙал яуланы. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән “Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы күргәҙмәне ойоштороуға ҙур өлөш индергәне өсөн Гран-при яуланы.
2011 йыл республика иҡтисадында аграр тармаҡтың көслө булыуын күрһәтте, һауа шарттары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ул мөһим бурыстарҙы хәл итә алды. Беҙ ауыл хужалығы хеҙмәтен, ауылда эшләүсе кешеләрҙең, яҙмышын аграр сәнәғәт менән бәйләргә теләгән йәштәрҙең, агросәнәғәт комплексына аҡсаһын һалырға әҙер инвесторҙарҙың, был тармаҡта эшләүсе ғалимдарҙың абруйын артабан да күтәрергә бурыслыбыҙ.
Самат ҒӘЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503