Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәскәләрҙән ҡылдым тамаша
Сәскәләрҙән ҡылдым тамашаРайон үҙәгенә ингән оло юл буйындағы урынды күреп, һәр кем күҙҙең яуын алырлыҡ матур сәскәләргә ҡарап һоҡланмайынса үтә алмай. Был матурлыҡты Йылайыр район үҙәгенең төрлө ойошмаларында эшләүсе етәксе ҡатын-ҡыҙҙар ҡулы тыуҙырған. Уларҙың башланғысын райондың йәштәр эштәре буйынса комитеты, ветерандар советы, инвалидтар ойошмаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла хуплап сыҡты.

Бер нисә сәғәт эсендә нәфис заттар, эш ҡоралдары алып, төрлө түтәлдәр яһап, сәскәләр ултыртты. Райондың биҙәгенә әүерелгән йәнлектәр скульптураһын ҡайтанан буяп, тағы ла күркәмерәк итеп ҡуйғандар. Район хакимиәтенең кадрҙар менән эшләү һәм аналитика-мәғлүмәт бүлеге начальнигы Флүрә Сарбаева әйтеүенсә, “Йылайыр ҡатын-ҡыҙҙары – тыуған төйәктең гүзәллеге һәм сәскә атыуы өсөн” девизы аҫтында ойошторолған өмәгә барыһы ла ихлас ҡушылған. Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте тип аталһа ла, акциянан ирҙәр ҙә ситтә ҡалмаған.
— Һәр ойошманан етәксе ҡатын-ҡыҙҙың үҙ хеҙмәткәрҙәре менән өмәгә сығыуы һоҡландыра, — ти Флүрә Айҙар ҡыҙы. — Тимәк, улар тыуған тәбиғәтебеҙгә битараф түгел, тирә-яғыбыҙҙың таҙалығы һәм матурлығы өсөн борсола һәм ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Тиҙҙән Йылайырҙың 265 йыллыҡ оло юбилейын билдәләргә йыйынабыҙ, шуға күрә райондың йөҙөн билдәләүсе был майҙансыҡ үҙенең матурлығы менән юлаусыларҙы арбап торорға, тирә- яғыбыҙға һәр кемдең һаҡсыл ҡарашта булыуына ярҙам итһен ине.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге (етәксеһе Галина Бегун), Пенсия фонды идаралығы (Любовь Грунина), ЗАГС бүлеге (Саҙиҡа Рәмова), район мәҙәниәт йорто (Оксана Шаранова) хеҙмәткәрҙәре ҙур әүҙемлек күрһәтте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521