Район үҙәгенә ингән оло юл буйындағы урынды күреп, һәр кем күҙҙең яуын алырлыҡ матур сәскәләргә ҡарап һоҡланмайынса үтә алмай. Был матурлыҡты Йылайыр район үҙәгенең төрлө ойошмаларында эшләүсе етәксе ҡатын-ҡыҙҙар ҡулы тыуҙырған. Уларҙың башланғысын райондың йәштәр эштәре буйынса комитеты, ветерандар советы, инвалидтар ойошмаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла хуплап сыҡты.
Бер нисә сәғәт эсендә нәфис заттар, эш ҡоралдары алып, төрлө түтәлдәр яһап, сәскәләр ултыртты. Райондың биҙәгенә әүерелгән йәнлектәр скульптураһын ҡайтанан буяп, тағы ла күркәмерәк итеп ҡуйғандар. Район хакимиәтенең кадрҙар менән эшләү һәм аналитика-мәғлүмәт бүлеге начальнигы Флүрә Сарбаева әйтеүенсә, “Йылайыр ҡатын-ҡыҙҙары – тыуған төйәктең гүзәллеге һәм сәскә атыуы өсөн” девизы аҫтында ойошторолған өмәгә барыһы ла ихлас ҡушылған. Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте тип аталһа ла, акциянан ирҙәр ҙә ситтә ҡалмаған.
— Һәр ойошманан етәксе ҡатын-ҡыҙҙың үҙ хеҙмәткәрҙәре менән өмәгә сығыуы һоҡландыра, — ти Флүрә Айҙар ҡыҙы. — Тимәк, улар тыуған тәбиғәтебеҙгә битараф түгел, тирә-яғыбыҙҙың таҙалығы һәм матурлығы өсөн борсола һәм ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Тиҙҙән Йылайырҙың 265 йыллыҡ оло юбилейын билдәләргә йыйынабыҙ, шуға күрә райондың йөҙөн билдәләүсе был майҙансыҡ үҙенең матурлығы менән юлаусыларҙы арбап торорға, тирә- яғыбыҙға һәр кемдең һаҡсыл ҡарашта булыуына ярҙам итһен ине.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге (етәксеһе Галина Бегун), Пенсия фонды идаралығы (Любовь Грунина), ЗАГС бүлеге (Саҙиҡа Рәмова), район мәҙәниәт йорто (Оксана Шаранова) хеҙмәткәрҙәре ҙур әүҙемлек күрһәтте.