Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман менән бергә атлайҙар
Заман менән бергә атлайҙарЗаман талаптарына тура килгән, йылдар дауамында төрлө үҙгәрештәргә яраҡлашып баҙар иҡтисады шарттарында һаҡланып ҡалған район ҡулланыусылар йәмғиәте бөгөн ғәҙәти күренеш түгел. Шулай ҙа яңы һулыш һәм йүнәлеш менән йылдам үҫешкән, уңышлы эшләп килгән ойошмалар бар әле.

Федоровка районында, мәҫәлән, ҡулланыусылар кооперацияһы 1932 йылда ойошторола. Ул саҡта Райпотребсоюздың рәйесе итеп Константин Яценко һайлана. Районда Федоровка, Тәнәй, Бүләкәй, Балыҡлы, Дедов, Новоселка, Златоустовка ауыл ҡулланыу йәмғиәттәре барлыҡҡа килә. Сеймал ҡабул итеү бүлеге һәм әҙерләү контораһы ла булдырыла.
1945 йылдан алып төрлө йылдарҙа район ҡулланыусылар союзының эшмәкәрлеге Т. Дементьев, С. Какурин, Г. Зөбәйеров, Т. Лысенко, Р. Ҡадиров, К.Максимов, А. Волков кеүек тырыш етәкселәрҙең исемдәре менән бәйле. Ул саҡтарҙа ҡулланыу йәмғиәтенә барлыҡ тауарҙы районға яҡын урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ылауҙар менән 1953 йылдан тракторҙарҙа ташыйҙар. 1953 йылдан һуң иһә районға ике машина бүленеп, тауарҙы Мәләүез ҡалаһы ойошмаһынан да еткерәләр.
1963 йылда ойошманың рәйесе итеп Х. Мортазин тәғәйенләнә, ул сауҙа эшен 1985 йылға тиклем алып бара. Ошо йылдарҙа ойошманың матди-техник базаһы яҡшыра – 27 магазин, 105 урынға иҫәпләнгән ашхана, универмаг, етештереү ҡеүәте тәүлегенә 15, 4 тонна тәшкил иткән икмәк комбинаты төҙөлә.
Һуңғараҡ етәксе вазифаһына Т. Баҡыев килә. Сауҙа өлкәһендә уның дөйөм эш стажы – 30 йыл. Уның эшләү дәүерендә районда 13 магазин, кондитер әйберҙәре һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү комбинаты, колбаса эшләү цехы, келәттәр төҙөлә, автогараж бинаһы ҙурайтыла.
Т. Согумова, И. Ҡормаев, И. Нурлы­ғаянов етәкселек иткән йылдарҙа ла ҡулланыусылар йәмғиәте тотороҡло үҫешә. Универсаль баҙар асыла, “Федоровка”, “Гермес” тип аталған яңы ҡулланыусылар ойошмалары барлыҡҡа килә.
Заман менән бергә атлайҙарБөгөн кооперацияға Илһам Баҡыев етәкселек итә һәм ойошма “Гермес” ҡулланыусылар йәмғиәте һәм “Уңыш” кооперативы исеме менән билдәле.
– Район кооперацияһы – күп тармаҡлы структура. Бында бөгөн икмәк, кондитер аҙыҡтары әҙерләнә, кулинар һәм ит ярымфабрикаттары етештерелә.
Ҡулланыусылар кооперацияһының 86 йыллыҡ данлы юлы бар, – ти Илһам Шамил улы.
Әйткәндәй, бөгөн бында ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү, икмәк һәм кондитер аҙыҡтарын, шулай уҡ ярымфабрикаттар етештерәләр.
Шәхси продукцияһын “Гермес” ҡулланыу йәмғиәте 20 магазинында, Федоровка, Көйөргәҙе райондары һәм Салауат ҡалаһы эшҡыуарҙарының 30 сауҙа нөктәһендә һатыуға сығара. Шулай уҡ 128 урынға иҫәпләнгән ашхана эшләй. Сифатлы, экологик яҡтан таҙа продукция оло һорау менән ҡулланыла.
Предприятиелар130-ҙан ашыу кешене эш менән тәьмин итә. Былтырҙан алып райондың 20 мәктәбендә туҡланыу ойошторғандар. Ашханаларҙа эшләгән бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә тулы социаль пакет менән тәьмин ителгән.
Ҡаҙаныштары өсөн “Гермес” төрлө кимәлдәге грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнгән.
Заман менән бергә атлайҙар– Киләсәктә яңы ҡоролмалар һатып алыу, сауҙа объекттары селтәрҙәрен киңәйтеү һәм төрлө тармаҡтағы етеш­тереү өлкәһенә яңы технологияларҙы индереү маҡсаты тора. Берҙәм тырышлыҡ менән быларҙың барыһына өлгәшербеҙ тип ышанам, – ти Илһам Шамил улы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 490