“Бишенде”лә хәлдәр “бишле”лек22.06.2018
“Бишенде”лә хәлдәр “бишле”лекТуймазы районындағы “Бишенде” хужалығы тотороҡло үҫеш юлына баҫҡан өлгөлө предприятиелар иҫәбендә. Ул бер нисә йүнәлештә уңышлы эшмәкәрлек алып бара: тоҡомло мал үрсетәләр, иген, мал аҙығы культуралары үҫтереп, етештерелгәнде эшкәртеп һаталар.

“Бишенде” — районда ғына түгел, республика кимәлендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хужалыҡтарҙың береһе. Бында 80-гә яҡын кеше эшләй, күмәкләп мул уңышҡа өлгәшәләр. Әйткән­дәй, улар һәйбәт хеҙмәт хаҡы, шулай уҡ торлаҡ менән дә тәьмин ителә.
Игенселектә алдынғыларҙан һаналған хужалыҡта малсылыҡ тармағы мөһим урында тора. Селекция һәм тоҡомсолоҡ эше лә юғары кимәлдә.
– Сәсеүлек майҙандарында мал аҙығы культураларына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Кукурузды йыл һайын 250 гектарҙа күбәйтәбеҙ. Күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы үләндәр – эспарцет һәм люцернаға баҫыу түренән урын бирәбеҙ. Йәй көндәрендә 800-900 тонна яҡшы сифатлы бесән, ете мең тонна йәшел аҙыҡ әҙерләмәй ҡалға­ныбыҙ юҡ, – ти хужалыҡ етәксеһе Вингаль Фазләх­мәтов. Шуға ла ҡыш көндәрендә малдар алдынан туҡлыҡлы аҙыҡтың өҙөлгәне юҡ. Һөттө арттырыу өсөн шәкәр заводынан сөгөлдөр һығынтыһын ташып ашатабыҙ. Мал аҙығын етештереү өсөн техника етерлек. Был инде, үҙ сиратында, уңышты ваҡытында йыйып алып, юғары сифатлы аҙыҡ туплау мөмкин­леген бирә, – ти ул.
Шуға ла “Бишенде” хужалығы йыл әйләнәһенә һыйырҙарҙан мул һауым ала. Бында ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар аҫрала. Тәүлегенә көндәлек һауым 20 килограмдан кәм булмай. Көн һайын эшкәртеүселәргә 4,5 тонна һөт тапшыралар. Ферма заманса йыһазландырылған. Цехта юғары талаптарға яуап биргән ҡорамалдар ҡуйылған — һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар бар. Бөгөн малсыларға эшләүе күпкә еңел. Оҫта ойоштороусы, халыҡ­тың ихтирамын яулаған бөтмөр етәксе Вингаль Усман улы хужалыҡтың эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт – унда тейешле ғәмәл­дәрҙең барыһы ла юғары кимәлдә башҡарылған.
Тоҡомсолоҡ репродукторы булараҡ, симменталь тоҡомло таналар, үгеҙҙәр ҙә үрсетеп һаталар. Вингаль Фазләхмәтов әйтеүенсә, фермер хужалыҡ­тарынан йыш мөрәжәғәт итәләр. Әйткәндәй, бына инде 30 йылға яҡын фермала яһалма ҡасырыу уңышлы башҡарыла. Бында зоотехник-селекционер Геннадий Әбдүшевтең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Хужалыҡта махсус белемле кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм башҡа райондарҙан эшкә килеп, ошонда төпләнгән ғаиләләр күп. Һөҙөм­тәле хеҙмәт өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Һәр ғаиләгә торлаҡ йорт бирелә, ауылда мәктәп, мәсет, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы эшләй. Туймазы һәм Октябрьский ҡалалары яҡын булғанға, балалар колледж, юғары уҡыу йорттарына йөрөп уҡый.
Бөгөн күрше ауылдарҙан да эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бихисап, тимәк, йәмғиәт эшмәкәр­леге хаҡында күптәр хәбәрҙар. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Көслө хужалыҡтың эшсәндәре, ғөмүмән, яҡлаулы, һәр ҡайһы­һының киләсәге ышаныслы.

Туймазы районы.


Вернуться назад