Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эше уңғандың ашы ла уңған
Эше уңғандың  ашы ла уңғанИбрай ауылында бик шәп умартасы бар тигәндәре ҡолаҡҡа салынып-салынып ҡала-ҡалыуын, әммә үҙен күргән юҡ тип, юлға сыҡтым. Күргән юҡ тип әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ, 90-сы йылдар булһа кәрәк, бригада подряды ойошторолған ваҡытта ул районда атаҡлы кукуруз үҫтереүсе булараҡ танылғайны. Алдынғы механизаторҙың фотоһүрәте район гәзитенән төшмәй ине.

Ҡыш бит, ауылға килеп инһәң, урамда берәйһен осратырмын тимә. Алан-йолан ҡаранып, урынымда бер аҙ тапаныуға бире яҡҡа килгән "Беларусь" күренде. "Мәктәпте үткәс, икенсе тыҡрыҡ мөйөшөндә блоктарҙан һалынған ике ҡатлы аҡ йорт шул Ғөбәйтулла Иҫәнсуриндыҡы булыр", — тип өйрәтеп ебәрҙе тракторсы.
— Хужа өйҙә юҡ: умарталығына киткәйне. Белмәйем, ҡайтҡан хәлдә лә, берәй нәмәгә өлгәшә алырһығыҙмы икән? Үҙе тураһында һөйләргә лә, яҙғандарын да яратмай. Әллә күпме хәбәрселәр кире боролоп китергә мәжбүр булды. Анау һынлы ерҙән килгәс, шулай ҙа көтөгөҙ, үҙе нимә тиер, — тип икеләнде ҡаршыға сыҡҡан ҡатыны Миңзифа.
Яҙһаң, һәр кешенең, ғаиләнең тормошо үҙе бер китап бит ул. Билдәле умартасыны көткән арала хужабикә менән уларҙың берлектәге кисергән ғүмер юлына бер аҙ байҡау яһаныҡ. Миңзифа 18 йәшендә генә кейәүгә сыҡҡан Ғөбәйтуллаға. Колхоз ҡырҙарынан ҡайтып инмәгән 24 йәшлек механизатор. Ә Миңзифа һауынсы ла, мәктәптә йыйыштырыусы ла булып эшләгән. Бер-бер артлы өс балалары тыуған. Уларҙы кеше итергә тырышҡан Иҫәнсуриндар. Элек-электән мал, ҡош-ҡорт аҫрағандар. Атаһы Рәхмәтулланың умарталығы булған, шуға ла бәләкәйҙән бал ҡортона эйәләшкән Ғөбәйтулланың күңелендә һис юғында бер нисә генә булһа ла умарта тотоу теләге йәшәгән. Колхоз системаһы аңҡы-тиңке килә башлағас, тәүәккәлләй ғаилә башлығы. Йәй эсендә бер күстән икегә, икенән өскә еткерәләр. Уңыш менән ҡанатланған хужа дәртләнеп китә һәм, күмәк хужалыҡ бөткәс, был кәсепкә бар күңелен, бар һәләтен һәм көсөн һала. Әле уларҙың 300 умартаһы бар.
— Ошо кәсеп бар ғаиләне – улдарыбыҙ менән киленемде, ҡыҙыбыҙ менән кейәүемде, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе берләштерә лә инде. Умартасылыҡ – төп килем сығанағыбыҙ ҙа. Шуға күрә лә үҙемдең иңемә төшкән бөтөн хәстәр-мәшәҡәттәрҙе шатланып, ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡарам, — тип ҡыуанысын йәшерә алманы Миңзифа. – Атайлы бала – арҡалы бала, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Ғөбәйтулламдың тырышлығы, йүнселлеге арҡаһында һәммәбеҙ ҙә ҡотло йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ ҡалала ҡалһа, кеше тупһаһында йөрөр, тип үҙ яныбыҙға тарттыҡ. Шөкөр, уларҙан уңдыҡ – барыһы ла атайҙан килә. Ауылда мәктәп директоры булып эшләгән улыбыҙға ла, Иҫәнғолда йәшәгән ҡыҙыбыҙға ла йорт һалыштыҡ. Әле үҙебеҙгә өй төҙөй башланыҡ. Кесебеҙ Әнүәр ҡышын Себерҙә эшләһә лә, һәр йәй һайын атаһына ярҙамға ҡайта. Ул бигерәк тә ҡорт йәнле инде. Уныһының да, Аллаһы Тәғәлә бойорһа, үҙ мөйөшө булыр.
Тиҙҙән тышта трактор тауышы ишетелде.
— Ғөбәйтулла ҡайтты. Иртә үк сығып киткәйне ул. Умарталығыбыҙ ауылдан өс-дүрт саҡрым алыҫлыҡта. Шунда ҡуртымға ер алғайныҡ. Умарталарҙы ҡышҡа индерерлек бинабыҙ бар. Йәй йәшәр өсөн өй ҙә һалдыҡ. Иремдең ғүмере шунда үтә. Ҡыш бауыры оҙон тиһәң дә, март етеү менән ҡорт сығам ти башлай. Умарталарҙың тирә-яғына тупраҡ һибеп, ҡарҙы иретәбеҙ ҙә сығара башлайбыҙ. Һәр нәмәнең үҙ хәстәре бит, — тип һөйләй-һөйләй, хужабикә табын әҙерләне.
Ҡарасәле, был Ғөбәйтулла бер ҙә үҙгәрмәгән. Хәйер, ҡорт ҡараған кеше ҡартаймай тигәндәре хаҡтыр – йәп-йәш элекке алдынғы механизатор. Колхозда һаман бил яҙмай эшләһә, күптән бөксәйгән булыр ине, тип уйлап ҡуйҙым ирекһеҙҙән. Ә, бәлки, үҙенә эшләү шундай ҡеүәт өҫтәйҙер әҙәм балаһына. Көн үтһен, сабата туҙһын, тип түгел, ә күңелеңде һалып, ысын ҡәнәғәтлек алып тир түгеүҙән киләлер был торош.
— Хәтерләһәгеҙ, элек беҙ кукуруз үҫтереүҙә Мансур Уликанов менән икәүләп шөғөлләнгәйнек. Осрашһаҡ, һаман тракторҙа йөрөһәк, ни хәл булыр ине икән, тип һөйләшеп алабыҙ. Элек колхозда механизатор булып эшләгәндәр пенсияға сығып, рәхәтен күреп тә өлгөрмәҫтән, баҡыйлыҡҡа күсер ине. Ә былай, тәбиғәт ҡосағында йәнеңә рәхәтлек кенә алаһың. Бер уйлап ҡараһаң, колхозды бөтөрөп, бик арыу иттеләр. Юғиһә, эшләгәне лә, эшләмәгәне лә бер үк хеҙмәт хаҡы алыр ине, — тип йүнсел тарихҡа һәм бөгөнгө көнгә үҙ баһаһын бирҙе.
Ҡыҙыҡ, эшләй-эшләй, умартасылар хатта агрономлыҡҡа ла өйрәнә. Бал биреүсе тәбиғи һәм сәселгән күп йыллыҡ, бер йыллыҡ үләндәр хаҡында улар яҡшы белә. Ғөбәйтулла Иҫәнсурин, мәҫәлән, ҡуртымға алған еренә ике йыллыҡ донник, фацелия, күгүлән (синяк), күп йыллыҡ мордовник сәскән. Был баҫыуҙарҙың бер гектары йәй буйы 1000 — 1200 килограмға тиклем бал бирә икән. Тәбиғи бал сығанаҡтарынан умарталығын уратып алған йүкәлек, был яҡтарҙа яландарҙа мул үҫкән мәтрүш, клевер, бөтнөк (мята) яҡшы һөҙөмтә бирә.
— Былтыр Ғөбәйтулла балын һата алмаған тигән хәбәр ишетелеп ҡалғайны. Балығыҙҙы ҡайҙа атҡараһығыҙ? – тип һорамайынса булдыра алманым, сөнки умартасыларҙың күбеһе өсөн етештергән продукцияһын мәсьәләһе ауыр хәл ителә.
— Бал һата алмай ултырған сағым булманы. Һатам тип, әллә ҡайҙарға баҙарға йөрөмәйем, өйөмдән генә килеп алалар. Даими клиенттарым да бар, — тип көлөмһөрәне эшҡыуар. – Ҡорттарымды ябып, тыныс тормош башланым инде. Хәйер, тыныс тип әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ, сөнки ҡыш буйы умарта, рамдар эшләп сығам. Ҡул ҡаушырып ултырып булмай бит. Тырышһаң ғына ауылда етеш йәшәргә мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503