Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Танауҙы ҡытыҡлаған икмәк еҫе үҙенән-үҙе магазинға әйҙәй. Биналағы "Йылы икмәк" тигән яҙыуҙы күрмәһәң дә, был ризыҡтың тап ошонда әҙерләнеүенә инанаһың. "Көн һайын 1800 дана икмәк-булка бешерелеп, һатыуға сығарыла. Шуның 1600-ө — түңәрәк икмәк, ҡалғаны I сортлы бойҙай һәм арыш ононан әҙерләнә", — тип таныштырҙы үҙҙәре етештергән продукция менән магазин директоры Фәрит Яуышев.

"Йылы икмәк" тип аталғас, халыҡтың ышанысын аҡлау мотлаҡ, шуға күрә тиҙ арала һатып бөтөрлөк күләмдә генә бешерелә. Хәйер, был ризыҡҡа ихтыяж ҙур. Район үҙәгендә йәшәүселәрҙе лә, ауыл халҡын да тәьмин итәләр. Ул ғына ла түгел, икмәкте хатта күстәнәс итеп сит илдәргә алып китәләр. Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында ла тәмен күптән беләләр Бүздәк икмәгенең. Бар сере шунда — икмәк үҙҙәре яһаған сүпрәне ҡушып бешерелә. Ҡомалаҡты Арыҫлан ауылында йыялар. Билдәле, сүпрәле икмәк, тәмле булыуҙан тыш, оҙаҡ һаҡлана һәм ҡабарып бешә. Уңыу-уңмауы уны әҙерләүселәрҙең оҫталығына ла бәйле. Ә "Йылы икмәк" хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла эшен күңел йылыһын һалып атҡара.
— Бынан тыш, ондоң сифатлы булыуы ла мөһим. Уны Дүртөйлөнән алабыҙ. Төрлө етештереүселәр менән эшләп ҡараныҡ, ахыр сиктә өҫтөнлөктө уларға бирҙек. Хәҙер һыналған партнерҙарыбыҙ иҫәбендә дүртөйлөләр. Цехта биш кеше эшләй. Бүздәк икмәгенең тәме лә, даны ла уларҙың үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауына бәйле. Әҙер тауарҙы тейешле урындарға ваҡытында алып барыусы ике шоферыбыҙға һәм һатыусыларға ҡарата ла яҡшы һүҙҙәр генә әйтергә мөмкин. "Йылы икмәк" йәмғиәтендә йәмғеһе 11 кеше мәшғүл. Һатып алыусы көндөң ниндәй генә мәлендә инһә лә кәштәләрҙә йылы, хуш еҫле икмәк булһын өсөн, һәр ҡайһыһына байтаҡ тир түгергә тура килә. Эш сәғәте иртәнге 5-тә башлана һәм 6–7-лә ҡабарып бешкән ризыҡ мейестән сығарыла. Шуға ла халыҡ эҫе икмәкте иртә таңдан ҡулына ала, — ти Фәрит Фуат улы.
Икмәк бешереүселәрҙе беҙ ҙә бер аҙ күҙәттек. Береһе әүәләй, икенсеһе уны етеҙ генә итеп мейескә ҡуя, өсөнсөһө күпереп бешкән ризыҡты алып, кәштәләргә теҙә. Хәрәкәттәре күнегелгән, бер ниндәй ауырлыҡ тоймайҙар кеүек. Эш, нигеҙҙә, ҡул көсө менән башҡарыла, ә ҡамыр автоматлаштырылған ҡоролма ярҙамында баҫыла. Шулай итеп, беҙ ҙә икмәккә Тәнзилә Фәхретдинова, Илфира Мамалиева һәм Зилә Исмәғилеваның күңел йылыһы ҡушылыуына инандыҡ.
Фәрит Яуышев эшҡыуарлыҡҡа ҡатыны Светлана Валерьяновна менән тотонған. Элекке икмәк бешереү цехын һатып алғандар, әле уны яңырталар. Киләсәккә пландары ҙур — туҡмас етештерә башламаҡсылар. Дәғүәселек көслө, әлбиттә, шулай ҙа һыналған технология буйынса эшләгәндә, өҫтөнлөктө уларҙың продукцияһына бирәсәктәренә ышаналар.
Эшҡыуарҙы борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Шуларҙың береһе — онға хаҡтың күтәрелеүе. Ә икмәк һәр кем һатып алырлыҡ булырға тейеш. Он ҡиммәт булғас, халыҡ икмәкте үҙең бешереүгә ҡарағанда һатып алыу отошло тип иҫәпләй.
— Социаль аҙыҡ етештереүселәр өсөн электр энергияһына тарифты халыҡ өсөн билдәләнгән кимәлдә ҡалдырыу дөрөҫөрәк булыр ине. Ә икмәк хаҡын күтәреү, билдәле, иң элек мохтаж ғаиләләләрҙе һәм пенсионерҙарҙы ауыр хәлгә ҡуя. Шуға күрә етәкселәр һәммәбеҙгә ҡағылған ошо мәсьәләне лә иҫәпкә алһа ине, — ти Фәрит Фуат улы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503