Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡса ла юҡ, сусҡа ла...
Аҡса ла юҡ, сусҡа ла...Ҡайһы бер "эшҡыуар"ҙарҙың эшмәкәрлегенән дәүләт алдана

Башҡортостанда дәүләт аҡсаһының маҡсатҡа ярашлы ҡулланылмауының сираттағы миҫалы асыҡланды. "Шишмә сусҡасылыҡ комплексы"н үҫтереүгә бүленгән миллиондарса һумлыҡ ярҙамдан бер ниндәй ҙә файҙа булмаған, киреһенсә, дәүләткә ҙур күләмдә зыян ғына килтерелгән.

2007 йылда "Төбәк фонды" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағында булған һәм 2 миллиард һумға "тартҡан" "Газпром"дың акциялар пакетын "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" өҫтөнлөклө милли проектында ҡатнашыусыларға кредит юллауҙа ярҙам булараҡ аманат рәүешендә ҡулланыу рөхсәт ителә. "Шишмә сусҡасылыҡ комплексы" "УралСиб" банкынан 250 миллион һум күләмендә кредит алғанда ошонан файҙаланырға ҡарар итә лә инде. "Төбәк фонды"ндағы "Газпром"дың акциялар пакеты (347,1 миллион һумлыҡ) ошо кредиттың залогына әүерелә.
Был ҡарар үҙ көсөнә ингәндә "Төбәк фонды" ҡарамағындағы "Газпром" акциялары "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" проектының залог фондына индерелмәгән була. Хөкүмәт раҫлаған "Залог фонды тураһындағы ҡағиҙә"нең башҡа талаптары ла үтәлмәй.
Ошоға ҡарамаҫтан, "Төбәк фонды"ның директорҙар советы "Газпром"дың үҙ ҡарамағындағы акцияларын "Шишмә сусҡасылыҡ комплексы" "УралСиб" банкынан алырға теләгән 250 миллион һумлыҡ кредит өсөн аманатлыҡҡа индерергә ризалығын бирә. Әйткәндәй, хужалыҡтың етәксеһе Андрей Медведев үҙ ваҡытында ошо банкта эшләгән икән. Шулай уҡ был мәлдә сусҡасылыҡ комплексының "Россельхозбанк"тың Башҡортостан бүлексәһе алдында ҡапланылып бөтмәгән 184 миллион һумлыҡ бурысы ла булған.
Банк менән акцияларҙы залогка биреү тураһында килешеү төҙөү "Төбәк фонды"ның генераль директоры И.Т. Шакиров иңенә һалына. Шуныһына иғтибар итәйек: Хөкүмәт ҡарарында бындай йөкләмәләрҙең срогы өс йылға тиклем генә тип билдәләнһә лә, банк һәм фонд араһындағы әлеге килешеү билдәһеҙ ваҡытҡа төҙөлә.
"Шишмә сусҡасылыҡ комплексы"ның ойоштороусыларын барлай башлаһаң, башың әйләнерлек. Төп ойоштороусылар булып "БашАгроИнвест" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, Александр Пташников һәм Андрей Медведев теркәлгән. Үҙ сиратында "БашАгроИнвест"тыҡы – шул уҡ Александр Пташников һәм "Кредо" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте. Ә "Кредо"ның биш ойоштороусыһы араһында Олег Ильин, "БашАгроЦентр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бар. "БашАгроЦентр"ҙы иһә үҙ сиратында быға тиклем беҙ телгә алып үткән Андрей Медведев, "БашАгроКомплекс" менән "БашАгроИнвест" ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәре ойошторған.
Шулай итеп, "Шишмә сусҡасылыҡ комплексы" 2008 йылда "БашАгро" идарасы компанияһының президенты Андрей Медведев йөҙөндә "УралСиб" банкы менән 250 миллион һумлыҡ кредит тураһында килешеү төҙөй. Бурысты хужалыҡ 2011 йылда ҡаплап бөтөргә тейеш була. "БашАгро" идарасы компанияһының ойоштороусылары "БашАгроИнвест" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, А.В. Медведев һәм Ю.П. Решетников икәнлеге лә һеҙгә мәғлүм булһын.
Килешеүгә ярашлы, кредит аҡсаһы хужалыҡты үҫтереүгә генә йүнәлтелергә тейеш. Уны башҡа маҡсатта ҡулланыу (шул иҫәптән бурысҡа биреү ҙә) банктың яҙма рөхсәте менән генә башҡарыла ала. Шулай итеп, 2008 йылдың 23 июне менән 23 сентябре араһында туғыҙ транш аша хужалыҡҡа 250 миллион һум күләмендә кредит аҡсаһы күсерелә.
Эште үҫтереүгә тотонолғанмы һуң был аҡса? Үкенескә, юҡ шул. "Шишмә сусҡасылыҡ комплексы" тарафынан уның 59,5 миллион һумы шул уҡ Андрей Медведев ойошторған "Экономторг" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә бурыс итеп күсерелә, ә 188,4 миллион һумы "Юнисейл" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә (ойоштороусылары – "Экономторг", "БашАгроИнвест" ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәре һәм А.В. Медведев) "оҙатыла". Икенсеһенең дә 180,5 миллион һумы бурыс рәүешендә теркәлгән. Шулай итеп, хужалыҡты үҫтереүгә тигән кредит аҡсаһының ни бары 15,8 миллион һумы маҡсатҡа ярашлы тотонола, ә ҡалғаны тулыһынса тиерлек башҡа ойошмаларға бурысҡа бирелә.
Аҙаҡ "Экономторг" менән "Юнисейл"дың "Шишмә сусҡасылыҡ комплексы" алдындағы бурысын "БашАгроИнвест" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ иңенә ала. Был аҙым ниндәй шарттарҙа башҡарылалыр – бөтөнләй ҡараңғы. Бурыстың бик аҙ өлөшө кире ҡайтарыла. Тиҙҙән "БашАгроИнвест" үҙенең бөлгөнлөккә төшөүен иғлан итә. Шулай итеп, был йәмғиәт "Шишмә сусҡасылыҡ комплексы"на дөйөм алғанда 225,3 миллион һум күләмендә бурыслы булып ҡала. Һөҙөмтәлә хужалыҡ тарафынан "УралСиб" банкына кредит һәм йыйылып киткән процент түләүҙәре ҡайтарылмай.
Шул сәбәпле Башҡортостан Хөкүмәте 2011 йылда сығарған ҡарарға ярашлы "Төбәк фонды" "Шишмә сусҡасылыҡ комплексы"ның банк алдындағы бурысы буйынса ҡарар ҡабул итергә тейеш була. Был мәлгә А.В. Медведев өҫтөнән тикшереү эштәре башлана.
"Төбәк фонды"ның директорҙар советы 2011 йылдың 26 июлендәге ултырышында, бының өсөн төплө нигеҙ булмаһа ла, "Шишмә сусҡасылыҡ комплексы"ның "УралСиб" алдындағы бурысын үҙ иңенә алыу тураһында ҡарар сығара. Ике көндән фонд банк иҫәбенә 274,1 миллион һум күләмендә (250 миллион һум – төп бурыс, 24,1 миллион һум – процент түләүҙәре) үҙ аҡсаһын күсерә. Ә "Шишмә сусҡасылыҡ комплексы" Башҡортостандың Арбитраж суды тарафынан банкрот тип табыла.
2008 йылда хужалыҡ банк алдында үҙ бурысын үтәмәгән һәм шул уҡ ваҡытта "Газпром"дың акцияларына дәғүә иткән хәлдә "Шишмә сусҡасылыҡ комплексы"ның мөлкәтен "Төбәк фонды"на аманатлыҡҡа ҡалдырыу тураһында килешеү төҙөлгән була. Был килешеүҙә хужалыҡтың дөйөм хаҡы 98,8 миллион һумға "тартҡан" сусҡалары залог булараҡ күрһәтелә.
Әммә банкротлыҡ эше асылғас һәм фонд суд аша ошо мөлкәткә дәғүә итеүен белдергәс, банкка залог булараҡ тапшырылған "Газпром" акцияларының тартып алынмауы сәбәпле, "Төбәк фонды"ның кредитор тип танылмауы асыҡлана. Шулай уҡ яуаплылыҡтың фонд иңенә ятыуы тураһында килешеүҙең дәүләт теркәүе үтеүенә дәлилдәр табылмай. Һөҙөмтәлә фонд кредитор тип билдәләнмәй һәм был хәл уны банкка түләгән аҡсаһын кире ҡайтарып алыу мөмкинлегенән бөтөнләй мәхрүм итә.
Шулай итеп, "Газпром"дың "Төбәк фонды" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағында булған һәм 2 миллиард һумлыҡ акциялар пакетын аманат рәүешендә ҡулланыу бары кире һөҙөмтәләргә килтерә: республика ҡаҙнаһы үтә лә ҙур күләмдә зыян күрә.
Ошо мәсьәлә үткән йыл аҙағында Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт милкенең һөҙөмтәле файҙаланылыуына йәмәғәт контроле буйынса совет ултырышында ла тикшерелде. Уның ағзалары фекеренсә, был хәлдең тәүҙән үк алдаҡҡа ҡоролғаны билдәле. "Бөтәһенең дә, шул иҫәптән "УралСиб" банкының да үҙ яуаплылығын боҙоп эш иткәне асыҡ", – тиелде бында. Ысынлап та, аҡсаның хужалыҡ тарафынан маҡсатҡа ярашлы тотонолоу-тотонолмауын тикшереп торорға тейеш булһалар ҙа, банкта был береһен дә ҡыҙыҡһындырмаған.
Ултырышта сусҡасылыҡ комплексына етәкселек иткән һәм, миллиондарса һумлыҡ кредит алып, уны бөлгөнлөккә төшөргән Андрей Медведевҡа ҡарата "маҡтау" һүҙҙәре яңғыраны. "Уның алдау юлына баҫып, афера ҡороуы хәҙер һәр кемгә мәғлүм", – тинеләр бында. Баҡһаң, был енәйәте өсөн ул үҙ язаһын алған. Әммә өс йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү һәм 150 мең һум күләмендә штраф "сәпәү" дәүләтте төп башына ултыртырға теләгәндәрҙе өркөтә аламы? Быға халыҡ нисек ҡарар – ошо турала уйланырға кәңәш итте Совет ағзалары.


Автор: И. АМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503