Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табыш алыу ғына маҡсат түгел
Аҙна уртаһы һәм көндөң тәүге яртыһы булыуға ҡарамаҫтан, Языков ауылындағы “Юлиә” төҙөлөш материалдары магазинында һатып алыусылар байтаҡ ине. Берәүҙәр ҡаҙаҡ кеүек нәмә менән ҡыҙыҡһынһа, икенселәр йортона ремонт яһарға уйлай икән, өсөнсөләре яңы тауарҙар менән таныша.

Магазин директоры Зилә Йосопова әйтеүенсә, һәр кем үҙенә кәрәк нәмәне таба ала, сөнки тауар күп. Булмаған осраҡта ла кәйефе төшөп сығып китмәйҙәр, заказ биреп, бер нисә көндән килеп алалар.
Зилә Рәмзил ҡыҙы һуңғы йылдарҙа төҙөлөш материалдарына ла, көнкүреш кәрәк-ярағына ла ихтыяж артыуын билдәләй. Район үҙәге Языков ауылында ошондай тауарҙар менән сауҙа иткән өс-дүрт магазин бар. Күренеүенсә, дәғүәселек көслө һымаҡ. Әммә уларҙы был мәсьәлә хәүефләндермәй, сөнки һатып алыусыларҙың ышанысын күптән яулағандар.
Шәхси магазин асыу менән бергә туғыҙ кешене эшле иткән Зилә Рәмзил ҡыҙы. Әлбиттә, эшҡыуарлыҡҡа тотондом тип әйтеүе генә еңел. Башлағансы әллә күпме мәшәҡәтте атҡарып сығырға, бина хәстәрләргә йәки төҙөргә кәрәк. Унан инде халыҡҡа кәрәкле тауарҙарҙы өйрәнеү, сауҙа серҙәренә төшөнөү өсөн дә байтаҡ ваҡыт сарыф ителә. Барлыҡ ошо эштә ире Булат Әнис улы — төп таянысы. Тәүәккәлләүе, батырсылыҡ итеүе нәҡ уның ярҙамына бәйле. Ә Булат Йосоповтың был тәңгәлдә тәжрибәһе ифрат ҙур, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе ул. Бына шулай, бер-береһенә таяныс булып, йәштәр алға ҡарап эшләй һәм йәшәй.
Башлаусыһы булһа, ҡеүәтләүсеһе лә табыла, тиеүҙәре раҫ. Зилә Рәмзил ҡыҙының бухгалтер Нурия Әхмәтйәноваға рәхмәте ҙур. Тәүге мәлдәрҙә сауҙа серҙәренә ул төшөндөргән, бергәләп тауарҙарға заказ биргәндәр.
— Үҙем төҙөлөш материалдарының күбеһенең атамаһын да, ҡайһыларының ни өсөн ҡулланылыуын да йүнләп белмәй инем. Ярай әле, ул ярҙам итте, был өлкәне икәүләп өйрәндек, — ти магазин директоры.
Хәҙер инде Зилә Йосопова — һатып алыусыларҙың заказын ваҡытында үтәгән, сифатлы һәм заманса материалдарға өҫтөнлөк биргән, һәр нәмәнең тәғәйенләнешен яҡшы үҙләштергән эшҡыуар.
— Тауар тәҡдим итер алдынан һатып алыусының матди хәлен дә аңларға тырышам. Шуға ла процентһыҙ кредитҡа ла бирәбеҙ. Аҙ-аҙлап түләргә теләһә лә килешәбеҙ. Теге йәки был тауар ярамаһа, алмаштырыу йәки хаҡын кире ҡайтарыу мәсьәләһен дә тыныс ҡына хәл итәһең. Өйҙәренә илтеп биреү ҙә отошло. Заказдарҙы телефон аша ла ҡабул итәбеҙ, был һатып алыусыға ваҡыт сарыф итмәү өсөн һәйбәт. Ғөмүмән, табыш алыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуймайым. Был ҡоро һүҙ түгел, әйткәндәрем тауар хаҡтарында ла асыҡ күренә — башҡаларҙыҡына ҡарағанда беҙҙә арзаныраҡ. Һатып алыусылар менән аңлашып-килешеп эш иткәнгә лә беҙгә ышаныс белдерәләр тип уйлайым, — ти Зилә Рәмзил ҡыҙы.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.
Благовар районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503