Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үткәлдәр ваҡытын бушҡа үткәрмәй
Үткәлдәр ваҡытын бушҡа үткәрмәйРайонда шәхси кәсеп менән шөғөлләнеү өсөн шарттарҙың уңайлылығын урындағы эшҡыуарҙарҙың йылдан-йыл күбәйеүе дәлилләй. Мәҫәлән, былтырҙан алып бәләкәй һәм уртаса предприятиелар – 44, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 86 берәмеккә артҡан, шәхси эшҡыуарҙар сафын 58 кеше тулыландырған. Белореттағы ойошма һәм предприятиеларҙың дөйөм күләмендә ваҡ бизнестың өлөшө 89,7 процентҡа еткән. Улар район ҡаҙнаһына һалым керемдәренең 22,1 процентын тәьмин итә.

Төбәктең урманға бай булыуына бәйле бында күптәр ағас эшкәртеү тармағын һайлай, шулай уҡ таш сығарыу, металл әйберҙәр етештереү киң тарала бара. Умартасылыҡ, малсылыҡ, йәмәғәт туҡланыуы, туризм өлкәләренә лә ҡыйыу тотоналар. Халыҡты хеҙмәтләндереү йәһәтенән автомобиль йүнәтеү, йөк ташыу кеүек кәсептәрҙән яҡшы килем алына. Спорт һәм фитнес үҙәге, мал дауалау пункты асыусылар, өй йыйыштырыуҙы бизнесҡа әйләндереүселәр ҙә бар. Район эшҡыуарҙарының 58,5 проценты сауҙа менән шөғөлләнә.
Белорет ҡалаһына яҡын ауылдар төҙөклөгө менән айырылып тора. Бының сәбәбе ниҙә, тиһегеҙме? Юҡ, һис кенә лә “Потемкин ауылдары” түгел улар. Халҡының ҡалалағы ҙур компанияларға йөрөп эшләрлек мөмкинлеге бар тигән һығымта ла дөрөҫлөккә тура килеп етмәй. Бөтөн ғилләһе – әлеге лә баяғы урындағы йүнселдәрҙең күплегендә.
Үткәл ауылына ғына иғтибар итәйек. Бында тирә-яҡҡа киң билдәле эшҡыуарҙар байтаҡ. Мәҫәлән, Йәмил Мөхәмәтдинов бөгөн ағас ҡырҡып әҙерләү, таҡта бысыу, йөк ташыу менән шаҡтай уңышлы шөғөлләнә. Ҡуртымға алынған 50 гектар ере бар, уны күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу – йылҡысылыҡҡа тотоноу – өсөн башланғыс капитал тип һанарға мөмкин. Әйткәндәй, туғандары араһынан Рөстәм был тармаҡта үҙен һынап ҡараған да инде. Ул хәҙер, Германиянан тоҡомло һыйырҙар алып ҡайтып, фәҡәт малсылыҡ менән булышмаҡсы. Хәлил дә фермер булыр өсөн документ туплау өҫтөндә.
Йәмил Ғәлиәхмәт улының йорт-ҡураһын күреп һоҡландыҡ. Бик матур биҙәлгән ике ҡатлы йортта йәшәй уның ғаиләһе. Ихата алдында “Лада Приора”, “Нива” автомобилдәре ултырһа, саҡ ҡына арыраҡ өр-яңы “Беларусь” тракторы, оҙон арбалы “КамАЗ” һәм тейәгесле “Урал” автомашиналары күҙгә салынды.
– Өлкән улым Артур яңыраҡ армиянан ҡайтҡайны, уға “УАЗ” алып бирҙем. Ниндәй ҙә булһа шөғөл кәрәк бит йәш кешегә, – ти йүнсел ғаилә башлығы. – Хәҙер ул ҡала халҡына утын, тиреҫ ташып аҡса эшләй. Ҡатыным Таңһылыу ҙа ҡул ҡаушырып ултырмай – шәхси эшҡыуар булып, ауылда магазин асты.
Мөхәмәтдиновтарҙың өлкән ҡыҙы Эльзираға ла иҫәп-хисап өлкәһе ят түгел: ул әле Республика иҡтисад лицей-интернатында белем ала. Мәктәп тупһаһын тәүгә аша атлаған Эльмира ла һатыусы булырға теләүен йәшермәне. Тимәк, ата-әсәһе юлын ҡыумаған хәлдә лә эш юҡлыҡҡа һылтанып, ваҡытын бушҡа үткәреп йөрөмәҫтәр.
Үткәл эшҡыуары Зөлфәр Йомағужинды ла тирә-яҡта яҡшы беләләр. Ул семәрләп яһаған тәҙрә йөҙлөктәре, һикәлтәләр, ҡоймалар – ысын мәғәнәһендә ижад өлгөһө. Бөгөн уҙаман ауылда мәсет төҙөү менән мәшғүл.
Даян МӘЖИТОВ
Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503