Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ышаныслы аҙымдар менән
Ышаныслы аҙымдар менәнТимербулат Рәхмәтовты тирә-йүндә аяғында ныҡлы торған эшҡыуар тип беләләр. Ауыл ерендә йәшәгәнлектән, малсылыҡ буйынса махсуслашыу урынлы булыр тигән уртаҡ фекергә килә Рәхмәтовтар. Күмәкләшеп кәңәшләшкәндән һуң, “Ғаилә фермаһы” программаһына туҡталалар. Ул районда беренселәрҙән булып ағас бысыу цехын аса. Урман янында йәшәп тә, диләнкә алыу мәсьәләһе йылдан-йыл ауырлашҡас, икенсе йүнәлештә лә эш башлап ҡарарға була. Оло улы Арыҫлан да кәләш алып, ауылда төпләнә, атаһына һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Башлап ебәреү өсөн үҙҙәренең һыйырҙары ла бар.

Документтар юллағанда бер аҙ ҡаршылыҡтар осраһа ла, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә “теш сарлаған” Тимербулат Нәби улы юғалып ҡалмай. Ҡағыҙҙары тейешле урындарҙан әйләнеп ҡайтҡансы, һыйырҙар һатып алып, “Ғаилә фермаһы”н ойоштороп та ҡуя.
Бөгөн уның 26 һауын һыйыры бар, уларҙы ике һауынсы хеҙмәтләндерә. Һәр иртәлә уны Асҡар һөт заводына машина менән алып барып тапшыралар. Тәүҙә литры 9 һум 20 тиндән ҡабул ителһә, әле 10 һум 30 тиндән алалар. Арзан, әлбиттә, әммә күмәртәләп тапшырыу уңайлыраҡ, ти Тимербулат Рәхмәтов.
Ни өсөн ҡаймаҡлата, майлата һатмайһығыҙ һуң, тигән һорауыма ҡатыны, йылмайып:
— Күп һөттө күмәртәләп һатыу уңайлы, — тип яуап бирҙе. — Ун литр һөттән бер литр ҙа ҡаймаҡ сыҡмай, ә майы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Икенсенән, беҙ урман зонаһында йәшәгәнлектән, баҙарға алып сығыу — үҙе бер мәшәҡәт. Көн буйы тороп та, һата алмауың ихтимал. Һөтөңдөң әсеп, ҡаймағыңдың иҫкереүе лә бар. Шунан кем алһын уны?!
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, хужабикә менән килешмәү мөмкин түгел. Шуға күрә киләсәктә Рәхмәтовтарҙың был мәсьәләне урында хәл итеү юлын табасағына ышанысы ҙур. Әле улар тиҙ арала ҡышҡылыҡҡа һауын фермаһын төҙөүҙе теүәлләй. Шул арала мал аҙығы туплап, 65 мең гектарҙа сәселгән арпаны йыйып алырға ла өлгөрә уңған хужалар. Иртә таңдан тороп, ҡара кискә тиклем тир түккән эшҡыуарҙың ғаиләһе етеш, матур йәшәй. Балаларының барыһы ла — атайҙарының уң ҡулы: өлкәндәре Арыҫлан, атаһының юлын дауам итеп, уға барлыҡ эштә булышһа, кинйәләре Ризуан көн һайын аҙбар таҙарта, ҡый түгә. Мал тиҙәге лә табышлы хәҙер. Ҡаланан килгән баҡсасылар ҡураңдан үҙҙәре үк тейәп алып китә. Амангилделә лә ундайҙар етә, Ризуандың эшен еңеләйтеүселәр көн дә табыла, тип йылмая атаһы.
Уңған хужа һыйыр малын иллегә еткереп, ишәйтергә теләй. Ҡураһындағы 17 быҙауҙы ҡышлатып, тана итмәксе. Йәшел бесән көйшәгән быҙауҡайҙарҙан ҡояшҡа йылтырап торған ҡап-ҡараһы әллә ҡайҙан айырыла. Сит илдән килтерелгән ҡара-сыбар тоҡомло бәләкәсте бигерәк ярата Ризуан, хатта айырып та тәрбиәләй. Улдары — аталарына, ҡыҙҙары — Гөльямал — әсәләренә ҙур ярҙамсы. Ысынлап та, тотош ғаилә берҙәм булғанда ғына эш алға бара. Исеме лә юҡҡа ғына “Ғаилә фермаһы” тип аталмай бит. Әбйәлил районында тәүге ҡарлуғастар булараҡ барлыҡҡа килгән Рәхмәтовтарҙың фермаһы киләсәккә ышаныслы аҙымдар яһай.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503