Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яратҡан эшең булыу — бәхет
"Яинар" стоматология клиникаһынан нисә йыл инде иртәнән кискә тиклем кеше өҙөлмәй. Баҡалынан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә киләләр бында.
— Беҙ гел ошонда йөрөргә тырышабыҙ. Иң мөһиме — сифатлы итеп эшләйҙәр. Табиптан да, уның эшенән дә ҡәнәғәтбеҙ. Бөгөн улымды ла алып килдем әле, — тип клиниканы һәм уның етәкселеген маҡтарға ла өлгөрҙө Илеш районынан килгән Фәйрүзә Сабирова.
— Бында дауаланырға теләүселәр һәр саҡ күп. Шуға күрә алдан яҙылабыҙ. Кеше юҡҡа ғына тап ошо клиниканы һайламай. Бында шарттар ғына түгел, кешеләргә мөнәсәбәт тә һәйбәт, — тип уға ҡушыла икенсе ханым.
"Яинар" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етәксеһе Радик Солтанов үҙен белә-белгәндән табип булырға хыяллана. Егет мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология бүлегенә уҡырға инә. Теш табибы һөнәрен үҙләштергәс, тыуған яғына ҡайтып, район үҙәк дауаханаһына хирург-стоматолог булып урынлаша. Тәжрибә туплап, эшенең бөтөн нескәлектәренә төшөнгәс, үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарамаҡсы була. Бөгөн иһә ул — Баҡалыла ғына түгел, тирә-яҡта киң билдәле хәстәрлекле эшҡыуар. Башта бинаны ҡуртымға ала, һуңынан ике ҡатлы итеп үҙҙәре төҙөй. Ауыл уртаһында урынлашҡан аҡ кирбес ҡупшы йорт әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып балҡып тора.
Клиника заманса медицина йыһаздары менән тәьмин ителгән, барлыҡ төр юғары сифатлы стоматология хеҙмәттәре күрһәтелә. Көнөнә 14–16 кешене ҡабул итә. Коллектив һигеҙ кешене берләштерә. Тәжрибәле, үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй торған хеҙмәткәрҙәр йыйылған бында. Айырыуса ҙур хеҙмәт стажына эйә Радик Мөстәҡим улының хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Шулай уҡ теш врачтары Мөҙәрис Кучумов, Валентина Савельева, шәфҡәт туташы Әлиә Зарипова үҙ вазифаларына яуаплы ҡарай, мөрәжәғәт итеүселәр менән яҡшы мөнәсәбәт урынлаштырып, сифатлы дауалау хеҙмәте күрһәтә.
Клиникала тештәрҙе дауалауҙан башҡа, тағы ла УЗИ, неврология-терапия хеҙмәттәре күрһәтелә. Радик Солтановтың тормош иптәше Зилә Рәйес ҡыҙы УЗИ табибы булып эшләй. Заман менән бергә атлап, бында ла яңыса технологиялар ҡулланыла. Ультратауышлы диагностика Германияла етештерелгән аппарат ярҙамында башҡарыла. Яңы аппарат ашҡаҙан-эсәк юлдарын, бөйөр, бәүел, енес системаһын тикшерергә мөмкинлек бирә. Алсаҡ йөҙлө Зилә Солтанова коллективта, мөрәжәғәт итеүсе халыҡ араһында ҙур абруй менән файҙалана.
— Әлбиттә, эш асыу тип әйтеүе генә анһат, бик күп ауырлыҡ аша үтергә тура килде. Әммә тырышһаң, барыһын да еңеп сығырға була. Иң мөһиме — эшем бар, кешеләр килә, бер ҙә генә буш ултырғаным юҡ. Бер яҡтан, үҙемә үҙем хужа булһам, икенсенән, яуаплылыҡ та көслө. Тик яҡшы ҡорамал һәм материал ғына ҡулланам. Яратҡан эшең булыу — бәхет, тиҙәр бит. Беҙ скульптор ҙа, психолог та, ювелир ҙа, һәр кемдең һөнәре, башҡарған эше кешеләр өсөн файҙалы булырға тейеш, — ти Радик Мөстәҡим улы.
Эйе, Зилә менән Радик Солтановтарҙың уңғанлығына һоҡланырлыҡ. Эштә лә өлгөрәләр, бынамын итеп йорт һалып сыҡҡандар, ике бала үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Рания — Өфөлә, улдары Рамир Баҡалының 1-се урта мәктәбендә IV класта уҡый.
Лира ГӘРӘЕВА
Баҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503