Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асҡын икмәге бит ул!
Икмәк һалыу — ҡатын-ҡыҙҙың уңғанлығын, булдыҡлылығын күрһәтә торған төп сифаттарҙың береһе. Ҡулынан эш килмәгән ҡатынды тасуирлау өсөн ауылда бер һөйләм етә: “И-и, икмәк һала белмәгән башы менән...”
Байрамдың иң ҙуры ине беҙгә икмәк һалған көн. Ауыл өйҙәрендә бала-саға уянғанда мейестә инде сытырҙап ҡайын утыны яна. Икмәкте көн дә бешерергә кәрәк, сөнки һәр ғаиләлә кәм тигәндә өс-дүрт бала үҫә.
Ғүмерҙәр уҙҙы, ҡалаларҙа ғына түгел, район үҙәктәрендә, ауылдарҙа ла пекарнялар барлыҡҡа килде. Ауыл кешеһе быуындан быуынға күскән изге, игелекле эштән — икмәк һалыуҙан биҙә башланы. Әлбиттә, ваҡыт тигәнең тулап сапҡан заманда ҡатындарҙы ҡамыр күтәрелгәнен һаҡлап төн йоҡламаҫҡа, яна-бешә уны иҙергә, баҫырға һәм икмәк һалырға өгөтләп маташыу, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, мәғәнәһеҙлек булыр ине.
Иҫкелектән ҡотолабыҙ тип, ел һәм һыу тирмәндәрен һүтеп, емереп ташланыҡ. Бөгөн килеп, электр энергияһы өсөн күп түләргә кәрәк тип аҡ он тирмәндәрен дә туҡтаттыҡ. Ашлыҡты тартып, он итер ер ҡалманы тиерлек. Ғөмүмән, ауылда күп кеше хәҙер икмәк һалып мәшәҡәтләнмәй.
Ил, йәшәү терәге — икмәк — һуңғы йылдарҙа ҡөҙрәтен, көсөн юғалта башланымы әллә? Һис юҡ. Тик беҙ — әҙәм балалары — вайымһыҙлығыбыҙ, ғәмһеҙлегебеҙ, ихтимал, халыҡ теле менән әйткәндә, икмәккә туйып һикереүебеҙ арҡаһында, уның ҡыйырсығы ғына түгел, хатта валсығы ла изге, ҡәҙерле булыуын онота башланыҡ буғай. Икмәккә тейешле ҡәҙер, хөрмәт ҡалманы. Ысынлап та, хәҙер берәү ҙә урамда ятҡан икмәк киҫәге күреп тетрәнмәй, өнһөҙ ҡалмай. Икмәк ҡыйырсығын атып бәргән сабыйҙың ҡулына һуҡҡан әсәне лә осратмаҫһың. Уға мөнәсәбәт үҙгәреүҙе нимә менән аңлатырға? Икмәккә туҡ кешенең ихтыяждарының башҡаға йүнәлеүеме? Һорауҙар күп.
Ас замандар алыҫайған һайын, икмәктең ҡайҙа үҫкәнен уйлап баш ватыуҙы кәрәкһенмәйбеҙ. Әммә әҙәм балаһы икмәкһеҙ йәшәй алмай. Быныһы хәҡиҡәт.
Табынға килеп еткәнсе аҡ ҡалас та, ҡара икмәк тә ғәйәт мәшәҡәтле, оҙон юл үтә. “Юлдаш” ҡулланыусылар йәмғиәте пекарняһында булғандан һуң, быға йәнә бер ҡат инандым.
Иң элек игенсенең ҡайнар тире менән һуғарылған, меңдәрсә кешенең ҡул, күкрәк көсө һалынған, йөрәк, күңел йылыһы һеңгән ашлыҡты тарттырырға кәрәк. Хәҙер күп төбәктәрҙәге кеүек үк, Асҡын яҡтарында ла был мәшәҡәттән ҡотолдолар. Бында икмәк бешереү өсөн Алтай, Татарстан, Ырымбур онон файҙаланалар. Беҙҙең баҫыуҙарҙа үҫкән арыш, бойҙайҙың икмәк һалырҙай он тарттырырға яраҡһыҙ икәнлеген, иген-бөртөктәрҙең фәҡәт фураж өсөн генә ҡулланырҙайлығын белгәс, тамам таң ҡалаһың.
Пекарняла ҡамырҙы ҡорос ҡулдар иҙә, тимер устар әүәләй. Тик ҡул хеҙмәтенән тулыһынса баш тартыу әлегә хыял булып ҡына ҡала. Шулай ҙа ҙур үҙгәреш булмаһа ла, ҡулланыусылар йәмғиәтендә икмәк бешереүселәрҙең хеҙмәтен еңеләйтеү, эш шарттарын яҡшыртыу маҡсатында байтаҡ ҡына уй-ғәмәл бойомға ашырыла. Бынан алты йыл элек “Ротор-Муссон-99” яйланмаһы килтергәндәр. Хәҙер уныһы ла иҫке, аҙ етештереүсән булып күренә. Яңы замансараҡ, ҡеүәтлерәк йыһаз-ҡоролмалар һатып алырға иҫәп тоталар.
“Икмәк булһа, йыр ҙа булыр” тигән заманында бер ил хакимы. Бөгөнгә ҡәҙәр икмәк өҫтәлдәрҙең иң түрендә тора, унан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай.
Икмәк бешереүселәр ял көндәрһеҙ, ике сменала эшләй. Йәйге айҙарҙа эш тәүлек әйләнәһенә ойошторола. Бында һигеҙ төрлө икмәк-ҡалас бешерелә.
Һуңғы йылдарҙа икмәк ҡулланыу, белгестәр фекеренсә, кәмеүгә китте. Берҙән, халыҡтың социаль-көнкүреш шарттары шаҡтай яҡшырҙы. Күптәрҙең ризыҡты төрләндереп, һәйбәтерәк туҡланыу мөмкинлеге тыуҙы. Рационға ит, балыҡ, һөт, йәшелсә ризыҡтарын күберәк индерә башланылар. Тәмлерәк ашауҙың икенсе яғы ла асылды. Артыҡ таҙарыуҙан, һимереүҙән һаҡланыу мәсьәләһе алға баҫты.
— Былтыр 332 тонна икмәк етештерелде, — тип һөйләй “Юлдаш” ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе Альфред Хажимуллин. — Был 2010 йылға ҡарағанда 2 тоннаға артығыраҡ. Ләкин был әле халыҡ икмәкте күберәк ашай башлаған тигәнде аңлатмай. Һатып алыусылар күбәйгән икән, тимәк, икмәк бешереүселәр аҙайған.
“Икмәк” тип яҙылған дүрт машина пекарня продукцияһын кибеттәргә тарата. Эҫе икмәк кешеләрҙең табынын йәмләһен тип ашыға улар. Районда ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡараған 43 сауҙа нөктәһе иҫәпләнә. Төпкөлдәге ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә икмәкте һәр көн ваҡытында ала.
Төрлө кеше төрлө икмәк ярата. Күптәр “Илеш” сортлыһын (донъяла шундай икмәк тә барлығын илештәр үҙҙәре беләме икән?) теләп һатып ала. Кемдәргәлер “Бородинский” оҡшай. Урындағы икмәк бешереү оҫталары үҙҙәре уйлап сығарған, ижад иткән “Асҡын” икмәге лә яҡшы үтә. Көрпә ҡушып бешерелгән арыш икмәге лә үҙ хужаларын тиҙ таба.
Пекарня бынан 40 йыл элек төҙөлгән. Заманында ул бер үҙе тотош район халҡын тулыһынса икмәк менән тәьмин иткән. Бөгөн иһә хәлдәр башҡасараҡ, үҙгәргән. 21 мең кеше йәшәгән 72 ауылды хеҙмәтләндереү еңелдән түгел.
Һуңғы осорҙа төбәктә ҡамыр ризығы етештереүселәрҙең артыуы күҙәтелә: Марат Шакиров, Владимир Зубов, Марат Әйүпов, Рәфис Әхмәтов кеүек эшҡыуарҙар икмәк бешереү менән айырыуса ныҡлап шөғөлләнә.
Урындарҙа ла икмәк етештереүгә иғтибарҙы күберәк бирәләр. Эшҡыуарҙар — Ҡубыяҙҙан Нәзир Ғарифуллин, Ҡашҡанан Хәлил Ғәйзуллин, Иҫке Ҡаҙансынан Ирина Әхмәтова, Марат Сәғәҙиев яҡташтарының өҫтәленән икмәк өҙөлмәһен өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
Шөкөр, икмәккә байлыҡ, муллыҡ һәм шуны ла әйтмәйенсә булмай: кибет кәштәләрендә иҫке, ҡата башлаған икмәкте осратмайһың тиерлек.
— Халыҡ ихтыяждарын яҡшылап өйрәнеү һөҙөмтәһе был, — ти Альфред Йәүһәт улы. — Алдан килгәнен һатып бөтмәйенсә, йомшаҡ икмәкте сығармайбыҙ. Шулай итеп, икмәкте иҫкертеүгә юл ҡуймайбыҙ.
Ә инде магазинда продукция ваҡытында һатылмаһа, ул шул уҡ икмәк ташый торған машина менән ҡабат пекарняға оҙатыла. Икмәк осһоҙораҡ хаҡҡа һатыуға ҡуйыла.
Икмәк бешерә белә Асҡын оҫталары. Сифаты тиһеңме, тәме, башҡаһымы — теләһә ҡайһы ҡаланың икмәк заводы менән тиңләшә, ярыша алалар. 2009 йылда мәртәбәле республика конкурсында ҡатнашып, ябай ауыл икмәк бешереүселәре беренсе урынды яулай һәм мини-пекарня менән бүләкләнә.
Ишле ғаилә өсөн икмәк һалыу мәшәҡәте һаман шул көйө. Пекарня элеккесә халыҡты икмәк менән төп тәьмин итеүсе булып ҡала. Бөгөн дә шундай уҡ хәлде күрәһең: кешеләр иң тәүҙә пекарня икмәген ала, һуңынан, уны эҙләп-эҙләп таба алмаһа ғына, башҡа кибеттәргә йүнәлә.
Пекарняла — егерме кеше. Төрлө яйланмалар ҡулланыла, әммә күкрәк, ҡул көсө лә шаҡтай күп сарыф ителә. Шулай ҙа бында әлегә элекке кеүек кадрҙар ҡытлығын кисермәйҙәр: ошонда оҙаҡ йылдар эшләп, икмәктең илаһи данын таратыусылар — технолог Людмила Колокольникова, икмәк бешереүселәр Фәнзиә Миңләхмәтова, Гүзәл Абҡадирова — уңған эшселәр, булдыҡлы ҡатындар. Уларҙың ҡайһы берҙәре лайыҡлы ялға йыйына. Йәштәр иһә ике-өс сменалы, шәмбе, йәкшәмбегә тура килмәй торған ауыр эшкә бик атлығып бармай. Тик, нисек кенә булмаһын, ҡыйыу, тәүәккәлдәр ҙә табыла. Роза Сибәғәтуллинаның ҡыҙыу мейес янына баҫыуына ике йыл ғына әле. Икмәк бешереүсе хеҙмәтен ысын күңелдән яратып өлгөргән.
Уйлап ҡараһаң, көшөл-көшөл игендәр түңәрәк, бөтөн икмәк, аҡ ҡалас, тәмле күмәс булып өҫтәлдәргә килеп еткәнсе күпме көс-хеҙмәт һалына, тоҙло тир түгелә.
Эш ауыр ҙа, мәшәҡәтле лә, яуаплы ла пекарняла. Йыш ҡына тоҡ-тоҡ онон да күтәрәләр: тик ҡыҙҙарҙан зарланыу һүҙе ишетмәнем, бурыстарының мөһимлеген аңлап, намыҫ менән хеҙмәт итергә күнеккән улар.
Асҡын яҡтарына килгән кешеләр ҡабарып бешкән ап-аҡ, йомшаҡ икмәкте күстәнәскә ала. Ысынлап та, кетерҙәп торған, ваҡ күҙәнәкле икмәктең Асҡындыҡы тигән даны бар.
Финат ШАКИРЙӘНОВ.
Асҡын районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503