Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сит яҡтарҙа солтан булһа ла...
Сит яҡтарҙа солтан булһа ла...Себерҙә эшләгән аҡсаһына тыуған ауылындағы хужалыҡты тергеҙә

Мәсетле районының "Ҡыҙылбай" хужалығында эштәрҙең яйға һалыныуына әле күп тә түгел. Шулай булһа ла, урындағы халыҡ башҡарылғандарҙан ҡәнәғәт. Хужалыҡты бөгөн Себерҙә эшләп йөрөүсе Рәзиф Миңнәхмәтов тергеҙгән. Ауылдаштарының көнитмешенә битараф ҡала алмаған ул.

Өфө нефть институтын тамамлаған егет Башҡортостандан ситкә 1982 йылда юллана. "Өс йылға тип кенә сығып киткәйнем, оҙаҡҡа төпләнергә тура килде", – тип Сит яҡтарҙа солтан булһа ла...йылмая хәҙер. Әммә яҡташыбыҙ сит тарафтарҙа юғалып ҡалмай, тырышлыҡты һәм сәмселлекте һәр ҡайҙа ла баһалайҙар. Хеҙмәт юлын мастер булып башлаған егетте тәүҙә прораб, һуңынан участка начальнигы итеп үрләтәләр. Рәзиф Вәис улы әлеге мәлдә “Сорғотнефтегаз”дың 1-се төҙөлөш-монтаж идаралығы идарасыһы вазифаһын башҡара. Уның ҡул аҫтында ете меңгә яҡын кеше эшләй.
(Яҡташыбыҙ тыуған төйәген онотмай, йыл да Оло Ҡыҙылбай ауылына ҡайтып тора. Нисек ҡайтмаһын инде, бында туған-тыумасаһы, дуҫ-иштәре йәшәй бит. "90-сы Сит яҡтарҙа солтан булһа ла...йылдарҙа ауыл халҡы ҡатмарлы хәлдә ҡалды. Хужалыҡтың мал-тыуарын ҡайҙалыр ҡыуып алып киттеләр, баҫыуҙарҙы сүп-сар баҫты, эскелеккә бирелеүселәр артты. Уңғаныраҡ ир-ат, эш эҙләп, Себергә китеп ҡотолдо. Ауылда тормош һүнә башланы", – тип хәтерләй ул бөгөн.
Ғөмүмән, Рәзиф Вәис улының фекеренсә, Башҡортостандағы хәлде Себергә юлланыусыларҙың күплегенә ҡарап та төшөнөп була. Эйе, Башҡортостандан унда эш урыны тапҡан кешеләр араһында юғары белемлеләр ҙә етәрлек. Уларға бындағы предприятиеларҙа ниңә эш булмаған – ошо ғәжәпләндерә етәксене. Сит илдән, сит өлкәнән килгәндәрҙе беҙҙә ҡолас йәйеп ҡаршылайҙар, ә үҙебеҙҙекеләргә генә ниңәлер ышаныс юҡ.
Шуға ла ул йәнтөйәгенә хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға ынтыла. Рәзиф Вәис улының ярҙамы менән Оло Ҡыҙылбайҙа мәсет төҙөлә, Әй йылғаһы аша йыйылмалы Сит яҡтарҙа солтан булһа ла...күпер һалына. Әммә быйыл яҙ ташҡын күперҙе емергән икән. Шуға ла йүнселдең маҡсаты – яңыһын төҙөп ҡуйыу. Ауыл өсөн ул үтә лә мөһим, сөнки, йәй етһә, ололар ҙа, бала-саға ла аръяҡҡа сығыу өсөн кәмә көтөп яфалана.
Ситтә көн итһә лә, тыуған яғын һис тә онотмай ул. Үҙ аҡсаһына урындағы халыҡҡа эш, аҡса булһын тип колхозды тергеҙергә тотона. Тап шулай барлыҡҡа килә “Ҡыҙылбай” хужалығы. Уның инженеры Динар Абдуллин һөйләүенсә, сәсеү комплексы, комбайн, тейәгестәр, "КамАЗ" йөк машиналары, тәгәрмәсле тракторҙар һатып алынған. Хужалыҡтың иген һаҡлағысы, ағас оҫтаханаһы, киптергесе, таҡта ярыу яйланмаһы бар. Халыҡ та 1600 гектар тирәһе пай ерен йүнсел хужаға ышанып тапшыра. Шуның 500 гектарына арпа, 200 гектарына ужым, ҡалғанына бойҙай сәселгән. Шулай уҡ йөҙҙән ашыу малы бар.
Йәш хужалыҡҡа оҙаҡ йылдар Рәзиф Вәис улы менән бергә эшләгән Әлфит Әйүпов етәкселек итә. Бөгөн бында тиҫтәнән ашыу кеше эш урыны тапҡан, Әләгәҙ һәм Оло Ҡыҙылбай ауылдарынан килеп эшләйҙәр. "Бер аҙҙан нығынып китербеҙ тигән ышаныс бар", – ти хужа.
Рәзиф Вәис улы ҡатыны Елена Владислав ҡыҙы менән Данил һәм Динис исемле улдар үҫтерә. Олоһо Һамарҙа төҙөлөш университетында белем алһа, кесеһе – "Олимпиец-Югра" хоккей командаһы капитаны. Әйткәндәй, быға тиклем Рәзиф Вәис улы үҙе лә йыш ҡына боҙға сығыр булған. Бөгөн ул Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған "Салауат Юлаев" менән "Югра" командаларының тоғро көйәрмәне икән.
Башҡорттоң "Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул" тигән әйтеме бар. Әммә сит тарафтарҙа солтан булып та, тыуған яғын онотмай, уға ҡулынан килгән тиклем ярҙам итеп торған милләттәштәребеҙ булыуы – шатлыҡлы күренеш. Һис шикһеҙ, Рәзиф Миңнәхмәтов та тап шундайҙар иҫәбенән. Беҙгә уның бөтә башланғыстарының да тормошҡа ашыуын ғына теләргә ҡала.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Мәсетле районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Куланбаев
    Куланбаев от 27.05.2012, 01:14
    hАЙ,КУНЕЛЛЕ ЛЭ hУН ОШОНДАЙ МЭКЭЛЭЛЭРЗЕ УКЫУЫ! РЭЗИФ КЕУЕКТЭРГЭ АЛЛАh ЯРЗАМ БИРСЕН,Э УЛ ТУРАЛА ЯЗЫУСЫ АВТОРГА ШАТЛЫК,БЭХЕТ НАСИП БУЛhЫН!






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503