Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡуян аҫрау табышлы
Ҡуян аҫрау табышлыШәхси хужалыҡта тиҙ һәм арыу ғына килем биргән тармаҡтарҙың береһе йорт ҡуяндары аҫрауҙыр. Был эш менән шөғөлләнә башлаһағыҙ, диетик ит, тире һәм мамыҡ аласаҡһығыҙ. Яҙҙан өс инә, бер ата ҡуян һатып алһаң, көҙөн 50-60-ҡа яҡын баш малығыҙ буласаҡ.


Ышыҡ урынды ярата

Ҡуян аҫраусылар йәнлектәрҙе ике төрлө – ситлектәрҙә һәм мөгәрәп һымаҡ ҡаҙылған ярым ер аҫтында тота. Тәүгеһе киң таралһа, икенсе ысул бигүк йыш ҡулланылмай. Беҙҙең яҡтарҙа ҡуяндарҙы хатта кәбән аҫтында тотоусылар ҙа бар, ләкин уның кире яҡтары ла күп.
– Яҙғыһын ике инә менән бер ата ҡуянды бесән араһына ебәргәйнем. Хәҙер күпме ҡуяным бар икәнен дә белмәйем, – тип хәүефләнә бер танышым. – Йәнлектәр ерҙе ҡаҙып үҙҙәре оя яһай, шунда балалай, ашарға ла етә. Һыу һалһаң, барыһы ла яҡшы кеүек. Ләкин ауырыу таралһа, күпләп үлеүе мөмкин, тейешенсә ҡарап, тәрбиәләп булмай, кәрәк саҡта прививка ла яһалмай. Бәйһеҙ йөрөгән эт һәм бесәйҙәр ҙә ифрат хәүефле…
Ситлеккә килгәндә, белеп, уңайлы итеп эшләһәң, йәнлектәрҙең таҙалығын ҡарап тороп була, аҙыҡ-түлек төрләнә. Ата менән инәнең “ҡауышыу” ваҡытын да билдәләй алаһың.
Ҡуян аҫрауҙың да үҙенә генә хас нескәлектәре етерлек. Мәҫәлән, ышыҡ урында тоторға кәрәк, аҙ ғына ел иҫтеме, шунда уҡ һыуыҡ тейә. Ҡуян балалаған ваҡытта эргәһендә мотлаҡ һыу булырға тейеш, юғиһә балаларын ашауы ихтимал.

Үрсетеү серҙәре бар

Ҡуян тотоу менән ныҡлап шөғөлләнергә теләһәгеҙ, тоҡомсолоҡҡа ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Шуға инә ҡуянды теләһә ниндәй ата менән ҡушмайҙар. Төрләндерергә, яҡшы тоҡом алырға теләһәгеҙ, бер-ике кәңәш бирәбеҙ. Мәҫәлән, “көмөш” (“серебристый”) тоҡомло инә ҡуянды “һоро великан”, “күбәләк”тәрҙе, “аҡ великан” менән аталандырһағыҙ, ҡуян балалары тиҙ һәм ҙур булып үҫер.
Ҡуянды үрсетеү өсөн инәһен атаһына ҡушыу графигын алдан төҙөп ҡуйыу хәйерле. Бер ата ҡуянды һигеҙ инәгә беркетәләр. Мәҫәлән, тәү тапҡыр балаларҙы 1–15 май көндәрендә алырға ниәтләһәгеҙ, инә ҡуянға атаны 1–15 апрелдә үк ҡушырға кәрәк. Ҡуяндар 28–31 көн “йөклө” йөрөй.
Икенсе тапҡыр балалатыуҙы июнь айына планлаштырып була. Шулай итеп, йылына ныҡлап өс, ҡайһы саҡ дүрт тапҡыр балалатырға мөмкин. Ата ҡуянды йыш “ҡулланып” торорға кәрәк, сөнки оҙайлы ваҡыт “ял иттереү” нәҫел көсөн кәметеүе ихтимал.
Ҡуяндар бер ай йөклө йөрөй, шуға ике ай һайын балалай. Балалар алдынан инә ҡуяндар мамыҡтан, һалам-бесәндән оя яһарға тотона. Мамыҡты ул үҙенең тәненән йолҡа. Балаларын тапҡас, инәһен бер аҙға ғына оянан алалар һәм үлектәре, бик йонсоуҙары юҡмы икәнен ҡарайҙар. Инә ҡуян, ғәҙәттә, һигеҙ балаһын имеҙеп туйҙыра ала. Ҡайһы берҙәре 10–12 бала килтерә. Һөтө етешмәгәндә бәләкәстәрҙең үҫеше тотҡарлана. Ҡуян балалары һуҡыр, яланғас булып тыуа, шулай ҙа бик тиҙ үҫә: 18-20 көндән һөт тештәре алышына башлай һәм улар әкренләп үләнгә күсә.
Ҡайһы саҡ ҡуян балаларын төрлө мөйөшкә туҙҙырып ташлауын күрәбеҙ. Аптырамағыҙ, инә ҡуян ата һорай. Был саҡта инде уны атаға ҡушып алығыҙ, шуға күрә, ай үткәс, балаларын инәһенән айыралар һәм өс-дүртәр итеп бер ситлеккә ултырталар.

Шешҡолаҡ ризыҡҡа талымһыҙ

Ҡуяндар – бик әрһеҙ йорт хайуаны. Ашауға ла талымһыҙҙар. Ҡыш бесән, иген ҡалдыҡтары, һоло һәм арпа ярмалары ашатырға кәрәк. Шулай уҡ икмәк, кишер һәм картуф ҡабыҡтарын бирергә була. Ағас ботаҡтарын, бигерәк тә талды кимерергә яраталар.
Шешҡолаҡтарҙы аҫрар өсөн аҙыҡ базаһын алдан уҡ етештереп ҡуйыу фарыз. Өҫтәүенә кишер, картуф сәсһәң, кәбеҫтә ултыртһаң, йыллыҡ аҙыҡ әҙерләү бер ни тормаҫ.
Ҡышҡылыҡҡа ҡалдырған бесәнегеҙ көҙгө ямғырға тейеп, дымланып күгәрмәһен өсөн һарай ҡыйығы аҫтында һаҡларға тырышығыҙ. Шунда уҡ бәйләгән йәшел япраҡтарҙы ла элеп ҡуйырға мөмкин. Был инде аҙыҡтарҙың туҡлыҡлығын һәм төрлө кәрәкле витаминдарға бай булыуын тәьмин итер.
Ҡуяндарҙы иртәле-кисле генә ашатҡанға күрә, ул башҡа эшкә ҡамасауламай. Балаларына бер-ике ай тулғансы, йолҡоп алған ғына йәшел үләнде, һындырып алған йәш ботаҡтарҙы бирергә ярамай. Һутлы үләндең газы күп була, ҡуян балаларының эсен ҡабарта. Шуның өсөн үләнде бер аҙ киптерергә кәрәк.
Ҡуяндарҙы кишер, топинамбур, картуф, һоло кеүек витаминлы аҙыҡтарҙан өҙмәгеҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр ботаҡтар һалығыҙ. Ағас булмаһа, шешҡолаҡтар ағастар яһалған ояһын кимерә башлай, сөнки алғы тештәре ныҡ үҫеп китһә, ашарға ҡамасаулай.
Шешҡолаҡтарҙы ҡатнаш аҙыҡтарға ҡытлыҡ булғанда ла һөҙөмтәле итеп һимертергә була.

Ите үтә файҙалы

Билдәле булыуынса, ите бик файҙалы диетик аҙыҡ булып иҫәпләнә, һораусылар ҙа күп. Уны организм яҡшы үҙләштерә. Табиптар аллергиянан яфаланған, организмы башҡа төрлө итте үҙләштермәгән кешегә уны ашарға кәңәш итә.
Ул аҡ ит тип һанала. Алһыу-ҡыҙыл төҫтәге ит, унда май ҡатламы аҙ булһа ла, юғары туҡлыҡлы аҡһымдарҙан тора. Ошо сифаттары өсөн ҡуян ите тиҙ бешә, организм уның 90 процентын үҙләштерә.
Ҡуян ите бигерәк тә балалар һәм ололар өсөн файҙалы. Натрий менән холестериндың аҙ булғаны өсөн уны бөйөр, ашҡаҙан, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыған кешеләргә кәңәш итәләр. Иттә лицитин күп, ә ул үҙ сиратында атеросклерозды иҫкәртә.
Билдәле булыуынса, йорт ҡуяны аҫрау сағыштырмаса еңел. Дүрт инә ҡуяндан торған ферма дүрт кешелек ғаиләне ит менән йыл буйына тәьмин итә ала.
Ҡуян итенә ихтыяж ҙур, ә бына йылы һәм йомшаҡ тирегә әҙерләүселәр һәм тире йыйып эшкәртеүселәр һалҡын ҡарашта. Иттән тыш, ҡуяндың тиреһе лә ҡиммәтле тауар булып һанала. Ул дөйөм табыштың 30 процентын тәшкил итә. Мамығы ла ҡиммәт тора. Һарыҡ йөнөнә ҡарағанда, ун тапҡырға йылы һәм дүрт тапҡырға еңел.
Шәхси эшҡыуарға төп табыш ҡуян итен һатҡандан һуң килә. Баҙарҙа бер килограмм ит 300-350 һум тора.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр ҡуянды ҡыҙыҡ өсөн йә балалар һорағанға ғына алып бирә лә бөтә йөктө улар иңенә һалып ҡуя.

Сәләмәт булһын

Ҡуян аҫрауҙың төп етешһеҙлеге – уның төрлө йоғошло сирҙән күпләп үлеүе. Нәҡ ошо арҡала күптәр был кәсептән баш тарта. Бөгөн төрлө йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы юғары һөҙөмтәле вакциналар бар. Планлы прививка яһау ҡуяндарҙың сәләмәтлеген һаҡлай. Бына шуларҙың бер нисәүһен яҙып үтмәксемен.

Миксоматоз
Иң ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Был ауыр сир күп осраҡта хайуандың үлеме менән тамамлана. Төп билдәләре – баш тиреһе шешә, ҡолаҡтары һәленеп төшә, баштың формаһы үҙгәрә. Бер үк ваҡытта күҙенең лайлалы тиреһе ҡыҙара. Ҡуян килбәтһеҙләнә һәм биш-алты көндән үлә.
Был ауырыу башҡа ҡуяндарға ла тиҙ йоға, шуға күрә тиреһен дә алмайынса күмәләр. Уларҙың йәшәгән урынын хлор, эзбиз менән дезинфекциялайҙар, ҡалған ризыҡтарын бер метр тәрәнлектә ергә күмергә кәрәк.

Геморрагик ауырыу
Сир тиҙ үтә, ағыуланғанды хәтерләтһә лә, айырым билдәләре юҡ. Күп осраҡта үлемгә килтерә. Миксоматоз менән геморрагик ауырыуға ҡаршы вакцина бар. Уны ҡуяндарға ике айлыҡ саҡта 0,5 миллиметр дозала яһайҙар. Иммунитет бер йыл буйына һаҡлана.

Мастит
Имеҙеүсе ҡуяндарҙа йыш осрай торған йоғошло сирҙәрҙең береһе. Күп осраҡта имеҙә башлау менән барлыҡҡа килә. Елене ҡыҙара, ҡата һәм яра менән эренле шештәр барлыҡҡа килә. Был сиргә юл ҡуймаҫ өсөн, ҡуяндарҙы таҙа тоторға, иҙәнгә һалам, бесән һалырға кәрәк. Сир үҫешһә, хайуанды һуйыу яҡшыраҡ.

Ринит
Ринит, йә иһә йоғошло тымау, сөскөрөү һәм танауҙан шыйыҡса ағыу менән билдәләнә, хайуандың тән температураһы 41 градусҡа тиклем күтәрелә, ҡайһы берҙә эс китеүе күҙәтелә.
Ауырыу ҡуяндарҙы тиҙ арала икенсе бүлмәгә күсереп, ситлекте 10-20 процентлы хлорлы эзбиз иретмәһе менән эшкәртәләр.
Сир тыуҙырыусы матдә тиҙ үлә, тик тиҙәктә бер айға, ә үләкһәлә өс айға яҡын һаҡланып ҡалыуы ихтимал. Шуға ла тиҙәк менән үләкһәне яндыралар.
Ауырыу хайуандың танауына көн һайын 4-5 тамсы бер процентлы фурацилин йә пеницилин иретмәһе һалалар, ашау һәм тәрбиәләү шарттарын яҡшырталар. Профилактика маҡсатынан айына биш тапҡыр аҙыҡҡа биолицин (25 процентлы) ҡушырға ла мөмкин. Дауалағанда уның дозаһын икеләтә арттыралар.
Һуңғы 20 көн дауамында танауынан шыйыҡса аҡмай башлаһа, ҡуян һауыҡҡан тип һанала.
Йоғошло стоматит
Был сирҙең төп билдәһе – ауыҙҙан шайыҡ ағыу. Күп осраҡта 20-90 көнлөк хайуандар ауырый.
Телдең лайлалы тиресәһе, танау эсе ҡыҙара, унан был урындарҙа шешектәр барлыҡҡа килә, шыйыҡса нығыраҡ аға.
Стоматит ауырыуын тәүҙән үк дауалай башлаһаң, хайуан ике-өс көн эсендә тулыһынса һауыға. Ауыҙ эсен ике-өс көн һайын ике процентлы баҡыр купоросының һыуҙағы иретмәһе менән йыуалар.
Ошолай ҙа дауалап була: ярты таблетка стрептоцидты иҙеп, ауырыу хайуандың ауыҙына һибергә, һигеҙ-ун сәғәттән һуң тағы ла ҡабатларға кәрәк. Йомшаҡ аҙыҡтар һәм бер-ике ҡалаҡ әсегән һөт эсереү ҙә дауалау процесына ҡарай. Ситлекте формалин менән эшкәртеү мотлаҡ. Әгәр ҙә ике аҙна буйына ауыҙынан һеләгәй аҡмаһа, шешҡолаҡ һауыҡҡан тигән һүҙ.

Кокцидиоз
Кокцидиоз сиренең билдәләре: шешҡолаҡтың аппетиты булмай, тиҙ ябыға, лайлалы тиресәһе аҡ төҫкә инә, эсе китә, ашҡаҙан күбә.
Әлегә ауырыуға ҡаршы көслө саралар табылмаған. Уны булдырмаҫ өсөн ошо ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк: ситлектең иҙәне таҡтанан булһын, тағараҡтарҙы даими таҙартыу; ун көн һайын ситлекте эҫе һыу менән йоғошһоҙландырыу; ҡуҙаҡлыларҙы, көрпәне күп бирмәү.

Спирохетоз
Ауырыу аталанғанда барлыҡҡа килә. Спирохетоз аҙыҡ аша йоға. Ауырығанда ата йә иһә инә ҡуяндың енси ағзаһы ҡыҙара, шешә, унан шыйыҡса аға башлай. Ҡанлы шештәр хасил була. Ауырыу оҙаҡ дауам итеүе мөмкин. Сиргә юл ҡуймаҫ өсөн һәр аталаныуҙан һуң йәнлектәрҙең енси ағзаларын тикшереп торалар.

Ҡысынма
Сир талпандан йоға. Шешҡолаҡтарҙың аппетиты юғала, ябыға. Ҡутырҙы скипидар менән ныҡ итеп сылаталар, кипкәс, пинцет менән алып, банкаға йыйып яндыралар. Дүрт-биш көн үткәс, дауалауҙы ҡабатларға кәрәк. Ситлекте, һауыттарҙы йоғошһоҙландырыу мотлаҡ. Был маҡсаттан биш процентлы креолин иретмәһе ҡулланалар.

Йоғошһоҙ сирҙәр
Йоғошһоҙ сирҙәргә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын индерергә мөмкин. Әгәр ҙә ҡуяндың балаларына һөт етмәһә, улар аҡрынлап аҙыҡ ашай башлай. Аш һеңдереү ағзаларының лайлалы тиресәһендә яралар хасил була. Ашҡаҙан менән эсәге шешә. Сирҙең билдәләре – тиҙәк лайлалы, шыйыҡ булып сыға, ашҡаҙаны күбә.
Дауалау маҡсатынан ҡуяндарҙы 12-13 сәғәт ас тотҡандан һуң әҙләп кенә йомшаҡ аҙыҡ бирә башлайҙар. Иң яҡшыһы – ҡатнаш аҙыҡты бешкән картуф менән бутап биреү һәм артабанғы дауалауҙы үткәреү.
Эс ҡатҡанда 3-5 грамм глаубер, карлебад тоҙо йә 1-1,5 балғалаҡ кастор майы биреү, һабынлы йылы һыу менән клизма яһау зарур. Унан һуң һоло төнәтмәһе, кишер бирергә кәрәк.
Эстәре күпһә (тимпания), 5-8 миллиметр 10 процентлы ихтиол иретмәһе менән эсен ыуырға, массаж яһарға һәм ситлектән сығарып йөрөтөргә була.
Эсе китһә, көнөнә бер-ике тапҡыр синтомицин (0,1 грамм һәм имән ҡайырыһы төнәтмәһе (бер-ике балғалаҡ) эсерәләр.

Хәйбулла районы,
Һамар ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 279

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 759

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 587