Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Эшемде дауам итеүсе булғас...”
Көйөргәҙе районының Йомағужа ауылында Илшат Рәшит улы Мәжитовтың крәҫтиән (фермер) хужалығында сәсеү тамамланған, тип әйтһәк тә була. Хужалыҡта бөтәһе 2603 гектар һөрөнтө ер, уның 50 гектарына кукуруз, 360 гектарына – көнбағыш, 20 гектарына – һоло, ҡалған майҙанға бойҙай, арпа ултыртҡандар. Ғәҙәттә, иң аҙаҡ сәселгән ҡарабойҙай культураһы өсөн 200 гектар ер ҡалдырғандар.


– Быйыл яҙғы баҫыу мәлендә тәбиғәт шарттары әллә ни ҡыуандырманы. Яландарҙа дымдың күплеге ер эшкәртеүҙе ауырлаштырҙы, әммә алға ҡуйылған планды үтәнек. Сәсеү эштәренә 20-ләп механизатор йәлеп ителде, – ти Илшат Ришат улы.
Был хужалыҡ – төбәктә яҡшы үҫеш юлында булған предприятиеларҙың береһе. Заманында фермерлыҡҡа тотонғанда уларҙың бары 15 гектар ерҙәре генә булған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған Илшат Ришат улы 1993 йылда совхозға инженер-механик булып эшкә ҡайта. Алты йыл эшләгәндән һуң, баҙар иҡтисады ауыл хужалыҡтарына ныҡлап ҡағылғас, тормош иптәше Рәйсә Рәйес ҡыҙы менән 15 гектар пай ерҙәрен алып, үҙ эштәрен асалар. Ваҡыт үтеү менән хужалыҡ нығына, яйлап пай һәм муниципаль ерҙәрҙе ҡуртымға алалар, техника базаһын да нығыталар. Тырыш фермер урындағы халыҡ, етәкселәр менән уртаҡ тел табып, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй. Уңған етәксе Йомағужа ауылында мәсет төҙөткән.
– Хужалыҡ тотороҡло булмаһа, эш бармаясаҡ. Һәр ерҙә уңыш нигеҙен кадрҙар хәл итә. Һәр кешенең ғаиләһе барлығын да оноторға ярамай. Шуға ла хеҙмәткәрҙәребеҙҙең шәхси тормошонда ла тотороҡлолоҡ булһын өсөн тырышабыҙ. Беҙҙә белемле йәштәр эшләй. Уларға рәхмәт, – ти Илшат Рәшит улы.
Хужалыҡтың 92 һауын һыйыры бар, йылҡы ла тоталар. Шулай уҡ умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Быйыл бал ҡорттары уңышлы ҡышлаған, әле 145-тән ашыу умарта ултыртҡандар.
Илшат Рәшит улының киләсәккә лә план­дары ҙур. План буйынса әле яңы фер­ма төҙөгәндәр. Алдағы йылдарҙа мал­сылыҡты үҫтереү, күрше ауылда ла ферма асыу хыялы менән йәшәй. Хужалыҡтың игенде һаҡлау өсөн келәттәре етерлек, әммә бөгөн алған уңышты он, ҡатнаш аҙыҡ кеүек әҙер продукция итеп һатыу отошло булыуын да аңлай етәксе, шуға ла ошо йүнәлештә башҡараһы эш күп.
Был уй-теләктәр хыялда ғына ҡалмаясаҡ, сөнки Илшат Рәшит улының эшен дауам итерҙәй алмашы бар, ул – дүрт балаға атай. Оло улы Айбулат, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, атаһының хужалығында инженер-механик булып эшләй. Ҡыҙы Әлфиә – юғары белемле агроном. Улар ғаилә ҡороп, тыуған ерҙәрендә төпләнгән. Улы Алмас – IX, ҡыҙы Алтынай I класты тамамлаған.
– Эшемде дауам итерҙәй балаларым булғас, күңел һалып эшләйем. Ынтылыр маҡсаттар бар, – ти ғаилә башлығы.
“Малайға тәрбиә биреп, ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп, милләт тәрбиәләйһең” тигән мәҡәл Мәжитовтар ғаиләһенә төбәп әйтелгән. Беҙ барғанда, Илшат Мәжитовтың атаһы Рәшит Кинйәғәле улы ла баҫыуҙа ине. 87 йәшлек тынғыһыҙ олатай сәсеү барышын, шулай уҡ хужалыҡ эштәрен күҙәтеп, кәңәштәрен биреп йөрөй. Инде үҙе лә 50 йәшкә еткән Илшат Рәшит улы, атаһын хөрмәт итеп: “Әлдә ул бар әле”, – тип яҡынының шулай йүгереп йөрөгәненә ҡыуана. Быуындар бәйләнеше ошолай ныҡлы булғанда, әлбиттә, тормош мәғәнәһе лә, ынтылыр өсөн маҡсат та була.

Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 207

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 399

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 505

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 219

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 199

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 506

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 698

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 740

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 485

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 519