Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ҺарыҡсылыҡАлдағы сығарылыштарҙа беҙ һарыҡтар, уларҙы аҫрау тураһында яҙып үткәйнек. Бөгөн иһә тоҡомдарына, тотор өсөн һайлап алыуға иғтибарҙы йүнәлтмәксебеҙ. Теге йәки был төрҙәр бер-береһенән продуктлылығы һәм биологик сифаттары менән айырыла. Шуға ла хужалыҡ итеү өсөн ҡайһы йүнәлеште һайлайһың, ваҡ малды ла шуға ярашлы үрсетәһең. Әйтәйек, йөн өсөн аҫрарға теләнең, ти.

Улар үҙҙәре дүрт төркөмгә бүленә: нәҙек йөнлө, ярым нәҙек, шырау (эре), ярым шырау йөнлө. Нәҙек йөнлөгә нимә хас: нәҙеклеге 14-25 микрометр (мкм) тип иҫәпләнә, оҙонлоғо – 6-8 сантиметр. Улар үҙҙәре тағы өс төркөмгә ҡарай: ит өсөн, йөн-ит, ит-йөн. Бындай тоҡомло һарыҡтарға грозный, ставрополь, сальск, азербайжан тау мериносы инә. Шулай уҡ йөн-ит төркөмөнә кавказ, алтай, совет мериносы, көньяҡ Урал мериносы, төньяҡ Ҡаҙағстан мериностары ҡарай.
Иң киң таралған йөн һарыҡтарынан прекосты алып була. Ул ит-йөн төркөмөнә индерелгән. Тиҙ үҫеп етә. Кәүҙәһе ҙур, ныҡлы, тиреһе йыйырсыҡһыҙ — шыма. Тиҙ өлгөрөүсәнлеге шунан ғибәрәт: дүрт айлыҡ бәрәстәрҙең тереләй ауырлығы 28-30 килограмға етә, ә 8-9 айҙа иткә оҙатырға була. Түшкәһе 19-20 килограмм тарта.
Шәхси хужалыҡтарҙа ла, фермерҙар ҙа руно тоҡомлоға иғтибар итә. Йөн өсөн бик яҡшы. Мәҫәлән, бер квадрат сантиметр тирегә 3 меңдән ашыу йөн бөртөгө иҫәпләнә. Тулайым алғанда, тәкәләренән 8-10 килограмм, орғасынан 4-5 кило йөн сыға. Тереләй ауырлыҡтарына килгәндә, тәкәнеке 85-100 килограмм, орғасы 58-62 тарта.
Ит тоҡомдарына килгәндә, нәҡ шуның өсөн генә аҫралғандарынан, беҙҙең шарттарға яраҡлашҡандарынан гиссар, эдильбай, джайдараны алып булыр ине. Беҙҙә уларҙы дөйөмләштереп, ҡойроҡ төбөндә тупланған майына ҡарап “курдюк” тип йөрөтәләр. Асылда курдюк тоҡом түгел, ә нәҡ ошо ҡойроҡ төбө атамаһы.
Гиссар донъяла иң эре һарыҡ иҫәпләнә. Тәкәләр 150-170-шәр килограмм, орғасылары — 70-80, хатта 100-әр кило тартырға мөмкин. Бәрәстәрҙе айырған саҡта 4-4,5 айлыҡ булалар. Шул ваҡытта тәкәләре 45-50-гә етә, икенселәре — 40-45 килограмм.
Эдильбай тоҡомлолар ауырлығы һәм ҙурлығы буйынса гиссарҙарҙан ҡалыша, ләкин йөндөң сифаты буйынса ит төркөмөнә ҡарағандар араһында иң яҡшыһы.
Ғәҙәттә, шәхси хужалыҡтарҙа урындағы тоҡомға өҫтөнлөк бирәләр. Улар тәбиғи-климат шарттарына тиҙ яраҡлаша, аҙыҡ төрләмәй.
Аҫрар өсөн һайлап алғанда малдың һаулығына, һөйәк төҙөлөшөнә ныҡлап иғтибар итергә кәрәк. Тик һау-сәләмәт мал ғына яҡшы сифатлы ит, йөн бирергә һәләтле. Тоҡомға ҡараған һарыҡтарҙың үҙенсәлектәрен белеү ҙә мөһим. Мәҫәлән, йөн йүнәлешендәгеһенең тиреһе һәм һөйәге үҫешкән, ә ит туҡымаһы артыҡ беленеп бармай. Ит өсөн ҡараласағының мускул туҡымалары бүртеп, ныҡлы беленеп тора.
Һарыҡтарҙың һөт өсөн тотолғандары булыуын да онотмайыҡ. Уның һөтөнән бик яҡшы сыр яһайҙар. Ундайҙарҙың һөт юлдары беленә, елене үҫешкән була.
Һарыҡ бәрәстәре 7-9 айҙа өлгөрөп етә. Орғасыны тәкәгә ҡушҡандан һуң аҙыҡ витаминдар менән байытылып, төрләндерелергә тейеш. Иртә ҡушыу ҙа, артыҡ һуң ҡушыу ҙа кәрәкмәй. Һуңғы осраҡта организмдың бәрәс үҫеү өсөн кәрәкле матдәләр май менән алмашыныуы мөмкин. Орғасы бәрәстәр үҫеп, өлгөрөп етеү менән тәкәгә ҡушырға кәрәклекте аңлатмай. Шуға бер йәшкә тиклем көтөү хәйерле.
Һарыҡтарҙың “теләк” осоро ун ике сәғәттән алып өс тәүлеккә тиклем дауам итеүе мөмкин. Әгәр ошо ваҡытта ҡасмаһа, тағы 17 көндән “теләге” тыуыр. Ауылдарҙа һарыҡтар тәкәләре менән бергә йөрөй. Ҡушылыу ҙа тәбиғи бара. Ләкин һирәк тоҡом малдарын улай итмәйҙәр. Һәр хәлдә, тәкәләрҙе төнгөлөккә айырым ябып торалар, ныҡлы, витаминдарға бай аҙыҡ бирәләр.
Һарыҡтар быуаҙ осоронда аҙыҡты элеккегә ҡарағанда 25-50 процентҡа күберәк ашай. Бәрәсләргә 80-10 көн ҡалғас, бүлмә ныҡлап таҙартыла, аҫтына ҡоро һалам, ағас онтағы йәйелә. Бәрәсләгәндә бүлмәләге температураны 15-17-нән дә түбән төшөрмәйҙәр.
Тәүге айҙа бәрәстәр инәһе һөтөнән дә туя, һәр хәлдә, төп ризыҡ һөт булып тора. Шуға ла был мәлдә һарыҡтарға туҡлыҡлы, өҫтәмә аҙыҡ бирәләр, сөнки бәрәстең һәр килограмы һайын уртаса биш кило һөт талап ителә. Бәрәс тәүлегенә 250-300 грамм артым бирһен, тейешенсә үҫһен өсөн 2-2,5 айға тиклем инәһенең һөтө 1,2-1,5 литр булырға тейеш. Ваҡыт үткән һайын һарыҡтың һөтө кәмеүгә табан бара, ә бәрәстәргә туҡлыҡлы матдәләр уның һайын күберәк кәрәк була. Шуға ла ике-өс айлыҡ саҡтарында уҡ яйлап һутлы аҙыҡтарға, йомшаҡ бесәнгә өйрәтә башлайҙар. Был сағында бигерәк тә һоло ононан ҡатнашма, ваҡланған тамыраҙыҡтар файҙалы.


Автор: Т. МУСИН әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 0

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 4

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә