Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Өмөтбайҙың өмөттәрен аҡлар егеттәр бар
Өмөтбайҙың өмөттәрен аҡлар егеттәр барҠасандыр Салауат Көмөшбаев тыуған Өмөтбайын (Стәрлебаш районы) ҡалдырып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнә. Дуҫы менән йыһаз етештереп һата башлай, хатта башҡа ҡалаларҙа ла үҙ нөктәһен булдыра. Тик инде фатир алып, тамырланам, бизнесты тағы ла киңәйтәм тигәндә, тота ла ауылына бала саҡтан таныш игенселек менән шөғөлләнергә ҡайтып китә. Игенсе-мебелсе-игенсе... Тормош спираль һымаҡ, тиҙәр шул – асылыңа ҡасандыр барыбер әйләнеп киләһең.

— Әсәй мәрхүмә булғас, нигеҙ буш ҡалды. Быға тиклем дә аҙнаһына ике-өс тапҡыр ҡайтып йөрөй инем, буш нигеҙҙе күреп, йөрәк әрней башлағас, бөтөнләй ауылда төпләнергә ҡарар иттем, ә ниңә, таныш шөғөл – атайҙың “ЗиЛ”ында 8-се класта уҡ иген ташый инем инде, — тип иҫләй Салауат бынан бер нисә йыл элек ғәзиз ерендә төпләнеү сәбәбен.
Ни ҡылаһың, тәбиғәтебеҙ шулай – хисле халыҡбыҙ. Тыуған тупраҡ, тыуған нигеҙ – беҙҙең өсөн изге төшөнсә! Уның ҡарауы, тырыштар, ниндәй хистәр өҫтөнлөк алыуға ҡарамаҫтан, һәр ҡайҙа ла уңыш ҡаҙана. Быны Салауаттың миҫалында ла күрергә мөмкин. Ул мебель һатып, яҡшы ғына табыш ала, иген үҫтереүҙән дә файҙа килтерә белә. Был, күрәһең, уның маҡсатлы эшләй белеүенәндер. Мәҫәлән, ҡайһылай ҙа ярай, тип ошо ерлектә үҫкән орлоҡто ергә индермәй, ә сығымдар түгеп, мәшәҡәтләнеп булһа ла яңыһын, уңдырышлыһын эҙләп сәсергә тырыша. Былтыр ул 130 гектарҙан ашыу майҙанда бойҙай, арпа, ҡарабойҙайҙан уңыш алған.
Икенсенән, Салауат Көмөшбаев бер нисә йыл элек игенселеккә тотоноуына ҡарамаҫтан, үҙ көсө менән техника паркын булдырған һәм уны тулыландырып тора. Йөк машинаһы, тракторҙар, сәскес һәм башҡалары йорт тирәһенә һыймай урамға тиклем сығып киткән. Тик был тиклем техникала уның яңғыҙы ғына эшләй алмауы физика теорияһы буйынса ғына ла мөмкин түгел. Бынан тыш, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығына документтар артынан да сабырға, яғыулыҡ хәстәрләргә лә кәрәк бит әле.
— Былтыр практикаға ҡайтҡан Йәмил Ишмөхәмәтов исемле күрше егет ураҡ урышһа, быйыл шулай уҡ практикант Булат Хәйбуллин ярҙам вәғәҙә итә. Рәфил Ҡыҙрасов һәм башҡа егеттәр менән ҡулалмаш бергә эшләйбеҙ. Йәмил менән Булат ауылда төпләнеп, бәлки, киләсәктә йәштәр менән бергә ныҡлап эшкә тотонорбоҙ, — тип өмөттәрен бағлай, тыуған ауылының киләсәген ҡайғырта игенсе.
Иген ҡотороп уңһа ла, әлбиттә, ер кешеһенең мәшәҡәте уны урып алыуға ғына ҡайтып ҡалмай – йыйған уңышыңды һатыу, ер буйынса ла низағтар килеп сыҡмай түгел, документтары ла, башҡалары ла кәрәк. Әммә Салауат Көмөшбаевтың, алдында ниндәй генә ауырлыҡтар килеп тыуһа ла, бирешмәҫенә ышанғы килә – Өмөтбайҙың өмөттәрен аҡлар егет бит ул!

Стәрлебаш районы.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 3

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 6

Ваҡ аҡса тапшырығыҙ: Рәсәйҙә «Тәңкә аҙналығы» башланды

Ваҡ аҡса тапшырығыҙ: Рәсәйҙә «Тәңкә аҙналығы» башланды 06.04.2026 // Иҡтисад

Йыйылған ваҡ аҡсаны 18 апрелгә тиклем алмаштырырға мөмкин....

Тотош уҡырға 5

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы 03.04.2026 // Иҡтисад

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә