Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Кендек инәһенә оҡшаған
Кендек инәһенә оҡшағанБала саҡтан ҡурсаҡтарына кейем тегергә яратҡан Рәсимә Яналинаның тегенсе булып китеүе һис осраҡлы түгел. Әсәһенең кескәй сағынан күлдәктәрҙе үҙе тегеп кейҙереүе лә был һөнәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләмәй ҡалмағандыр. Әсәһенән күргән тун бескән, тигәндәй, Рәсимә Хәсән ҡыҙы төрлө тауарҙы ҡырҡҡылап, ҡурсағына күлдәктәр теккәндә, әсәһенең иң кәрәкле тауарҙарын тотоноп, әрләнгән саҡтары ла йыш була. Шулай ҙа тегенселеккә һөйөүе кендек инәһе Маһира Усманованан киләлер, тип иҫәпләй.

– Әсәйем дә йыш ҡына миңә, Кендек инәйеңә оҡшап, тегеүгә оҫтаһың, тип әйтә, – ти әңгәмәсем. – Беҙ уҡыған ваҡытта тегенсе бик абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе ине. Сибайҙа гөрләп эшләгән көслө тегеү фабрикаһында эшләү һәр ҡыҙҙың хыялы булғандыр, тип икеләнмәйенсә әйтә алам. Мәктәпте тамамлағас та мин Баймаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына тегенсе-бесеүсе һөнәренә уҡырға барҙым. Ҡулыма таныҡлыҡ алғас, туп-тура Сибай тегеү фабрикаһына тегенсе-мотористка булып эшкә урынлаштым.
1982 йылда Рәсимә Хәсән ҡыҙы Баймаҡ районының Байыш ауылы егете Мөхтәр Хөрмәт улына кейәүгә сыға. Йәштәр алыҫ Себер тарафтарына эшкә китә һәм ун йылдан һуң ғына тыуған яҡтарына кире ҡайтып төпләнә. 1992 йылдарҙы күптәр яҡшы иҫләйҙер, эш хаҡы талон менән бирелә, күп кенә производстволар ябыла, колхоз-совхоздар емерелә. Тыуған яҡтарына төпләнергә, яңы йорт һалырға уйлап ҡайтҡан Яналиндарға тормошто башлап китеү еңелдән булмай. Тап ошо йылдарҙа Рәсимә Хәсән ҡыҙына үҙенең тегенсе һөнәре йәнә ярҙамға килә. Ҡайҙа ғына булмаһын, һәр саҡ үҙе менән бергә йөрөткән теген машинаһында заказ буйынса кейемдәр тегергә тотона. Оҫтаның даны ете ауылға тарала, ти халыҡ мәҡәле лә.
Клиенттары аша тиҙ арала уңған һәм тырыш оҫтаның даны күптәргә ишетелә, кемгәлер нимәһендер ҡыҫҡартырға, икенселәренә күлдәк тегергә, бәғзеләре һуңғы мода буйынса нәзәкәтле өҫ кейеменә заказ бирә. Эше бер аҙ йәнләнә төшкәс, Рәсимә Яналина предприятиеһын асырға батырсылыҡ итә. Ҡала уртаһында урынлашҡан бинаның бер бүлмәһен ҡуртымға алып, ҡыҙының исемен биреп, “Гөлназ” исемле тегеү ательеһы аса.
Зауыҡлы кейенергә теләгән ханымдарҙың көндән-көн күбәйеүе, һәр кем үҙенең хыял күлдәген кейергә теләүе, башҡаларҙан айырылып эксклюзив әйбергә өҫтөнлөк биреүе оҫтаға бер минут та буш ултырырға мөмкинлек бирмәй. Һорау бар икән, уны эшләү теләге һәр саҡ була. Шуға күрә Рәсимә Хәсән ҡыҙының янынан клиенттары бер ваҡытта ла өҙөлмәй: кешеләргә матурлыҡ бүләк итеүсенең эше лә һәр саҡ күп. Уның тилбер ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй: “һә” тигәнсә тауарҙы үлсәп тә ала, туҡылдатып тегеп тә ҡуя.
– Үҙемә һәр саҡ кейемде тегеп кейәм, пальтоны ла һатып алмайым. Бәләкәй саҡтарында балаларымды һәр саҡ үҙем тегеп кейҙерҙем, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәремә тегәм. Күңел һалып, күҙ нурыңды түгеп эшләгән кейем матур ҙа, ҡәҙерле лә була, – ти Рәсимә Хәсән ҡыҙы.

Сибай ҡалаһы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 2

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 1

Республикала социаль түләүҙәргә – 87,5 миллиард, юлдарға 30 миллиард һум йүнәлтелә

Республикала социаль түләүҙәргә – 87,5 миллиард, юлдарға 30 миллиард һум йүнәлтелә 20.10.2026 // Иҡтисад

Республика хөкүмәтендә 2027 йылға һәм 2028-2029 йылдарҙың план осорона бюджет проектын ҡаранылар....

Тотош уҡырға 5

Вице-премьер Хөснуллин Башҡортостанды биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттары буйынса лидерҙар иҫәбенә индерҙе

Вице-премьер Хөснуллин Башҡортостанды биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттары буйынса лидерҙар иҫәбенә индерҙе 20.10.2026 // Иҡтисад

Марат Хөснуллин биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмы аша ҡалаларҙы яңыртыу хаҡында һөйләне....

Тотош уҡырға 1

Ишле ғаиләләр мөлкәт һалымы буйынса ҡайтарма алырға хоҡуҡлы

Ишле ғаиләләр мөлкәт һалымы буйынса ҡайтарма алырға хоҡуҡлы 19.10.2026 // Иҡтисад

Был республикала күп балалы ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән льготаларҙың береһе....

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров Мишустинға Башҡортостандың ауыл хужалығы сәнәғәте хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы 06.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 9

2027 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы арта

2027 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы арта 01.10.2026 // Иҡтисад

Беренсе балаға түләү 778,5 мең һумға тиклем арттырыла....

Тотош уҡырға 9

Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһының яңы ҡағиҙәләре көсөнә инде

Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһының яңы ҡағиҙәләре көсөнә инде 01.10.2026 // Иҡтисад

Хәҙер торлаҡ кредиты ставкаһы һәм максималь сумма балалар һанына һәм йәшәү урынына (илдең баш ......

Тотош уҡырға 9

Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды

Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды 29.09.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды...

Тотош уҡырға 10

Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды

Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды 29.09.2026 // Иҡтисад

Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды...

Тотош уҡырға 10


Комментарий өҫтәргә