Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫтерҙем үгеҙ, ите һимеҙ...
Үҫтерҙем үгеҙ, ите һимеҙ...Ауыл ерендә халыҡтың социаль хәле шәхси хужалыҡтарҙағы мал һәм ҡош-ҡорт һаны менән билдәләнә, тип әйтергә мөмкин. Күптәрҙең фәҡәт “ҡул көсө” менән йәшәүе билдәле. Хәйер, тап шул уңғандар һәм тырыштар ауылды тотоп тора ла инде. Күпләп мал аҫрай, балалар үҫтерә, йорт төҙөй, ауылға йәм һәм ҡот өҫтәй улар.


Ихаталарында затлы автомобиль, трактор ултырған кешене күптәр аҡсаны “көрәп” ала, өҫтәлендә һый-ниғмәте мул, рәхәтләнеп йәшәй тип уйлай. Әммә бөгөн ауыл кешеһе күп көс түгеп мал таба. Йылҡылары тибенлектә йөрөгән, малы ҡураһында көйшәгән, ҡош-ҡорто кәртәһендә тулып йөрөгән халыҡтың төп проблемаларының береһе – үҙе үҫтергән, экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы ит продукцияһын һатыу.
Баймаҡ районының Күсей ауылында йәшәгән Светлана менән Хөрмәт Баймөхәмәтовтар күпләп мал үрсетә. Ғаилә йыл һайын бер нисә башмаҡты айырым ашатып, яҙҙан тайҙарын һимертеүгә ҡуя. Көндәр һыуытып, ҡар ныҡлап ятҡас, көрәйгән малды һуйып, һатыуға сығара. Тик әлеге шул бер балыҡ башы...
— Район үҙәгенә йәки Сибайға баҙарға алып барыу өсөн белешмәң булһа ла, урын булмай сыға. Урын өсөн түләп тә, белешмәне түләп алып та, алып барған итеңде һата алмаһаң, баҙарҙан ни файҙа? Етмәһә, бензин хаҡын һалһаң, сығымдарың күпкә артып китә. Мал һәм ит продукцияһын һатыу һаман булһа алыпһатарҙар ҡулында, — ти йорт хужаһы.
Таможня союзының техник регламенттарына ярашлы, һатыуға сығарыла торған малды шәхси хужалыҡтарҙа һуйыу тыйыла. Уны районда билдәләнгән махсус урынға алып барып һуйырға тейешһең. Ауыл кешеһе был ҡарарға өйрәнеп тә өлгөрмәне, Яңы йылдан йәнә уларҙы ғәжәпкә ҡалдырған өр-яңыһы пәйҙә булды. Федераль ҡануниәткә ярашлы, 1 ғинуарҙан ветеринар контроль үтергә тейешле тауарҙарға мотлаҡ электрон ветеринария сертификаты ғәмәлгә инде. Әгәр ошоға тиклем ҡағыҙ бланктар тултырып, малың үҙеңдеке, һау-сәләмәт тигән белешмәне аҡса түләп алһаҡ, хәҙер ветеринар-оҙатыу документтары бары тик электрон төрҙә буласаҡ.
Әйткәндәй, һәр тәжрибә ауыл халҡын һынай ҙа, сыныҡтыра ла, тигәндәй, был юлы ла электрон сертификатлау – донъяла беренсе тәжрибә. Һәр малсылыҡ продукцияһына (ит, балыҡ, һөт, бал, йомортҡа, май, ҡорот, эремсек һәм башҡалар) белешмә урынына ветеринар-оҙатыу сертификаты бирелә. “Меркурий” электрон системаһы ярҙамында кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ арала табыу өсөн берҙәм база булдырыла.
Яңы ветеринария сертификатының ғәмәлгә инеүе ит продукцияһын һатыуҙа сифатһыҙ аҙыҡ-түлекте һатып алыусыға еткермәү мөмкинлеген бирәлер ҙә, әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар, ауыл кешеһенең хәләл көсө менән шәхси хужалыҡта етештерелгән продукцияны һатыу мөмкинлеге кәмей. Төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа етмеш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан район үҙәгенә барып, сират көтөп, ветеринар-оҙатыу сертификатын алыу өсөн әллә күпме аҡсаһын сығарып һалырға ла тура киләсәк. Ярай әле бер барғанда йомошон теүәлләп ҡайтһа, әгәр ҙә йыш йөрөргә тура килһә, баяғы ике-өс йыл буйы ыҙалап үҫтергән үгеҙеңдең ярты хаҡы юлға, документтарға сығып китә лә инде... Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарып ҡуймаһаҡ ярай ҙа. Ана бит, Таможня союзы техник регламенттарын иғлан итеүе булды, ситтән килгәндәр, бигерәк тә күрше өлкә вәкилдәре, төпкөл тип тормай, ауылдарҙан һарығын да, башмағын да арзан хаҡҡа тейәп алып китә. Ауыл кешеһе “ҡайҙа алып барам, ҡайҙа илтәм” тип торғансы, шул алыпһатарҙарға биреп ебәреүҙе хуп күрә. Был юлы ла уларға “йәшел юл” асылыуын көт тә тор. Документ юллар өсөн әшнәһен дә тиҙ табырҙар, әҙерҙе һатып та ебәрерҙәр.
Хөрмәт Ғәлим улының борсолоуҙары урынлы. Ни өсөн хәләл көс менән үҫтергән малын осһоҙ хаҡҡа кемгәлер тапшырырға тейеш әле һуң? Ә уға бит балаларын уҡытырға, малына бесән эшләргә, йыл буйы йәшәргә, кейенергә кәрәк.
Һынау артынан һынау тигәндәй, ауыл халҡы өсөн быйыл йәнә бер яңы проект табылған. Кешеләр, шаяртып, үҙенсә “Ауыл уңырмы, әллә туңырмы?” тип исем биреп тә ҡуйған уға.
Шәхси хужалыҡтар рентабелле үҫешһен, әҙер продукцияһын тейешле хаҡҡа һатһын һәм ошо йүнәлештә берләшһен өсөн, беҙҙең республика Рәсәйҙә иң тәүгеләрҙән булып “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” тигән программала ҡатнашырға теләк белдергән. “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәков белдереүенсә, проект йыл башынан старт алған. Ул ауылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса бәләкәй предприятиелар булдырыу, халыҡты эш менән тәьмин итеү, әҙер продукцияны һатыуҙы ойоштороу маҡсатын ҡуя. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: дәүләт бындай кооперативтарҙы ҡорамал менән бушлай тәьмин итәсәк. Тик әлеге лә баяғы бер һорау тынғы бирмәй: халыҡ бергә эшләргә риза булырмы? Күптән инде һәр ихата айырым хужалыҡҡа әйләнде, уларҙы бергә туплау, ай-һай, еңел булмаясаҡ. Бер табаҡтан ашау эткә генә килешә, ти халыҡ әйтеме лә. Кем көслөрәк, шул мулыраҡ ҡалъяға ынтылмаҫмы?
Нисек кенә булмаһын, күпләп мал аҫраған ауыл халҡына бөгөн еңелдән түгел. Аҡты ризыҡ итеп өҫтәлгә ултыртҡансы уларға ҡояш менән бергә торорға, һуң ятырға кәрәклеген һәр кем дә аңлап етеңкерәмәй. “Көндәлек ризығың өсөн һатыулашып тораһың, ҡыйбат хаҡ һорап...” — тигән һатып алыусыларҙың ризаһыҙлығын күп ишетергә тура килә. Уны етештереү өсөн күпме хеҙмәт түгелгәнен төшөнөргә теләмәйҙәр. Ауылдың ҡаланы йәшәткәнен, ашатҡанын аңларға кәрәк тә бит. Ауыл кешеһенең хеҙмәте әле булһа тейешенсә баһаланмай, етештергән ризығы арзанға ситкә китә. Мәҡәлә геройы әйткәнсә, үгеҙ үҫтерәм, ите һимеҙ, тик һатып алыусыһы юҡ...
Әйткәндәй, мәҡәләне әҙерләгәндән һуң илебеҙҙә ярты йылға “Меркурий” системаһын туҡтатып тороуҙары хаҡында билдәле булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 320

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494