Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Күңел йылыһы ла өҫтәлә
Күңел йылыһы ла өҫтәләАшнаҡсы булыу өсөн уңғанлыҡ та, аш-һыу бешерергә оҫталыҡ та кәрәк. Әнисәнең әсәһе – Гөлнур Әбүбәкер ҡыҙы ошондай һәләткә эйә була. Ул балалар йортонда ашнаҡсы булып эшләй. Ата-әсәһенән һәм тыуған йорт йылыһынан мәхрүм булған балаларға аш-һыуҙы үҙ ғәзиздәренә бешергәндәй тырышып әҙерләй.


Ғаиләһендә лә табыны һәр саҡ һый-ниғмәтле була уның. Ғаилә башлығы Хаммат Дәүләт улы Гәрәев оҙаҡ йылдар дауамында дөйөм туҡланыу пред­прия­тиеһында директор булып эшләй. Ул йәмәғәтенең уңған­лығы, аш-һыу әҙерләүгә маһир­лығы менән ғорурланып йәшәй. Әнисә бәләкәйҙән әсәһенә оҡшарға тырыша. Үҫә төшкәс әсәһе менән бергә аш-һыу әҙерләргә, ҡамыр ризыҡтары бешерергә өйрәнә. Был шөғөл уның өсөн бик тә мауыҡтырғыс була. Мәктәпте тамамлауға ул, киләсәктә бары тик ашнаҡсы буласаҡмын, тигән ныҡлы ҡарарға килә. Әнисә Өфө ҡалаһындағы 136-сы кулинария училищеһына уҡырға инә. Яратып һайлаған һөнәр булғас, бөтә күңелен биреп, тырышып уҡый. Бигерәк тә практик дәрестәрҙә уҡытыусылар Әнисәне һабаҡташтарына үрнәк итеп ҡуя.
Училищены уңышлы тамамлап диплом алған йәш белгес үҙҙәренең районына ҡулланыу­сы­лар йәмғиәтенә эшкә ҡайта. Бер ни ҡәҙәр тәжрибә туплағас, уны “РОСТЭК – Башҡортостан” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең дөйөм туҡланыу предприятие­һына директор итеп тәғәйенләй­ҙәр. Әнисә Исмәғилева дөйөм туҡланыу тармағына 35 йыл ғүмерен бағышлай. Эшендә һәр саҡ маҡтаулы була.
– Һөнәремде яратҡас, эштең ауырлығын һис тойманым. Йылдарҙың үткәне һиҙелмәне лә, – тип иҫкә ала ул хеҙмәт осорон.
Яуаплы вазифа башҡарған бер ваҡытта, Хәниф Сафуан улы менән матур итеп ғаилә ҡоралар, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Әнисә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсә була. Был сифаттары ла ата-әсәһе үрнәгенән, ғаилә тәрбиәһенән киләлер, моғайын. Тормош иптәше Хәниф Сафуан улы ла яуаплы вазифа башҡара – сауҙа предприятиеһы директоры була. Үкенескә ҡаршы, ғаилә башлығы бер нисә йыл элек донъя ҡуя. Әнисәгә ҙур юғалтыу ҡайғыһын еңергә, артабан тормош йөгөн тартырға булдыҡлы ҡыҙҙары һәм кейәүҙәре булышлыҡ итә.
Әнисә Исмәғилева дөйөм туҡланыу тармағында хеҙмәт эшсәнлеген теүәлләгәс, ҡыҙы Динара менән үҙҙәренең йорт ихатаһында шәхси кулинария цехын аса. Өс йыл элек башлай улар үҙҙәренең эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген. Тәүҙә халыҡтан кулинария изделиелары әҙер­ләүгә заказдар ҡабул итәләр, баҙар ихтыяжын өйрәнәләр. Байрам, туй табындарына торт, бәлеш, сәк-сәк һәм башҡа төр ҡамыр ризыҡтарына заказдар артҡандан-арта. Цех Кушнаренко районында бик тиҙ билдәлелек яулай. Сөнки ризыҡтарҙы сифатлы продукциянан ғына һәм бөтә шартына тура килтереп бешерәләр. Заказдар күп булғас, цехты киңәй­тергә, эшкә яңы һөнәр эйәләрен йәлеп итергә тура килә. Бөгөн бында әйҙәүсе кондитер-пекарь Руфина Аҫылова, уның хеҙ­мәттәштәре Флүзә Сөләймәнова, Мария Йәләлетдинова, Светлана Ишмөхәмәтова тырышып хеҙмәт һала. Хәҙер кондитер изделие­ларының ассортименты ҡырҡтан артып китә. Цех маркаһы менән еләк-емештән бешерелгән күп төрлө бәлештәр, ғөбәҙиә, итле ҡамыр ризыҡтары, пицца, бөйө­рөк һәм башҡалар ҡулланыусы­ларҙа ҙур һорау менән файҙалана. Продукцияны һатыу өсөн район үҙәгендә дүрт сауҙа нөктәһе булдырылған. “Байрам” магазинында кулинария бүлеген асҡандар. Тиҙҙән райондың Физкультура-һауыҡтырыу комплексында яңы сауҙа нөктәһе булдырырға ниәтләйҙәр.
Көн һайын махсуслаш­ты­рыл­ған ике йөк машинаһы күпереп торған хуш еҫле яңы өлгөрткән кулинария изделиеларын тейәп район үҙәгенә һәм яҡын-тирә ауылдарға юллана. Сауҙа нөктәләре уларҙы көтөп ала. Сөнки беләләр – эшҡыуар Әнисә Исмәғилеваның продукция­һына халыҡта һорау ҙур.
– Ҡулланыусылар баҙарында конкуренция көслө. Бындай шарттарҙа юғары сифатлы продукция менән генә баҙарҙы яулап була. Беҙ ошондай маҡсат менән эшләйбеҙ. Быға ирешеү өсөн коллективта һәр кем ҙур тырышлыҡ һала. Хеҙмәттәш­тәремә бының өсөн бик тә рәхмәтлемен. Беҙ бешергән ризыҡтар ниңә тәмле тигәндә, уларға алтын ҡуллы һөнәр эйәләренең күңел йылыһы ла өҫтәлә, тип әйтер инем, – ти Әнисә Хаммат ҡыҙы, көләс йылмайып.

Кушнаренко районы.


Автор: Г. СӘХИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 1

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 1

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 1

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Ваҡ аҡса тапшырығыҙ: Рәсәйҙә «Тәңкә аҙналығы» башланды

Ваҡ аҡса тапшырығыҙ: Рәсәйҙә «Тәңкә аҙналығы» башланды 06.04.2026 // Иҡтисад

Йыйылған ваҡ аҡсаны 18 апрелгә тиклем алмаштырырға мөмкин....

Тотош уҡырға 4

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы 03.04.2026 // Иҡтисад

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы...

Тотош уҡырға 4

Апрелдә Социаль фонд Еңеү көнө уңайынан аҡса күсерә башлай

Апрелдә Социаль фонд Еңеү көнө уңайынан аҡса күсерә башлай 31.03.2026 // Иҡтисад

Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларына һәм инвалидтарына аҡса 3 апрелдән пенсия һәм башҡа айлыҡ ......

Тотош уҡырға 4

Республика властары малдарҙы нисек ҡотҡарасағы тураһында һөйләне

Республика властары малдарҙы нисек ҡотҡарасағы тураһында һөйләне 26.03.2026 // Иҡтисад

Илдең 18 төбәгендә, шул иҫәптән республика менән күрше өлкәләрҙә малдарҙың ҡотороу ауырыуы һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан райондарында участкаларҙы БПЛА ярҙамында тикшереү башлана

Башҡортостан райондарында участкаларҙы БПЛА ярҙамында тикшереү башлана 24.03.2026 // Иҡтисад

Ағымдағы йылда биш районда 31 ҡасабаны тикшереп сығыу планлаштырыла....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән

Башҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән 24.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән 19.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән...

Тотош уҡырға 9


Комментарий өҫтәргә