Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңғандарҙың икмәге лә уңа
Уңғандарҙың икмәге лә уңа— Миңә Ҡырмыҫҡалы икмәген бирегеҙ әле. Ҡомалаҡтан ғына эшләнгәнен.
— Тик шул икмәкте алып ҡына күңелем була.



Өфө магазиндарында Ҡырмыҫҡалы икмәге оҙаҡ ятмай, һайлау мөмкинлеге ҙур булған хәлдә лә, һатып алыусыларҙың күпселеге уларҙың ҡаласын өҫтөн күрә.
Магазин кәштәләрендә хәҙер тәбиғи сеймалдан әҙерләнгән ризыҡты табыуы ауыр. Әйтерһең, бөтәһен дә аҙыҡ-түлек сәнәғәте түгел, ә химия тармағы етештерә. Хатта икмәккә лә әллә ниндәй өҫтәмәләр, тәмләткестәр ҡушыла. Ләкин баҫыуҙа үҫкән ашлыҡты тирмәндә тарттырып алып ҡайтып, ҡомалаҡтан баш яһап, тыуған өйөнөң мейесендә әсәһе йә өләсәһе һалған икмәктең еҫен-тәмен кем онотһон?! Хәйер, ундай бәхеттән мәхрүм булып үҫкән ҡала балаһы ла тәбиғи тәмде баһалай белә. Ана шундай уйҙарға һала Ҡырмыҫҡалы икмәге!
Уңғандарҙың икмәге лә уңаКемдәр бешерә һуң был тәмле ризыҡты? Әлбиттә, Ҡырмыҫҡалы районының ҡулланыусылар йәмғиәте уңғандары. Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Богданова етәкселегендәге икмәк комбинаты – Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәте системаһында иң алдынғы предприятие. Улар тәүлегенә 14 тонна икмәк етештерә. Бында бешерелгән икмәк менән тотош район тәьмин ителә, шулай уҡ көн дә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларына, Архангел районына 700 сауҙа нөктәһенә оҙатыла. 125 төрҙәге продукция етештереүгә 20 сертификатҡа эйә ойошма.
Кирбес мейестә үҙҙәре әҙерләгән ҡомалаҡтан элекке йолаларҙы һаҡлап бешерелгән икмәк һәр кемдең күңеленә хуш килә. Икенсе сортлы, “ауылса”, сәләмәтлек өсөн файҙалы арыш икмәктәрен халыҡ яратып ҡабул иткән.
2013 йылда итальян ҡоролмаһы менән йыһазландырылған кондитер цехы асылыуы ҡулланыусылар йәмғиәтенә тағы ҡеүәт өҫтәп ебәргән. Һатып алыусылар 35 төрҙәге прәник, печенье кеүек кондитер изделиеларын яратып ҡабул иткән.
Икмәк комбинаты йәш быуында икмәккә, икмәк бешереүсе кеүек изге һөнәр эйәһенә хөрмәт уятыу маҡсатында әленән-әле экскурсиялар ойоштора, бигерәк тә балалар баҡсалары, мәктәп уҡыусылары өсөн фәһемле был сара.
Рәүис Әбүзәр улы Хажиевтың ун биш йылдан ашыу етәкселек итеү дәүерендә Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте бик йылдам үҫеш ки­серҙе. Әле район төп күрһәткестәр буйынса республикала беренсе урында килә. Оҫта ойоштороусы булараҡ, етәксе табышлы тармаҡтарҙы, тырыш белгестәрҙе үҫтерә, яңы техноло­гияларға ҙур иғтибар бирә, ихтыяжды иҫәпкә алып, яңы баҙарҙарға сығыуҙы йүнләй. Предприятиены төҙөкләндереү­гә, технологик ҡорамалдарҙы яңыртыуға ынтыла.
Иң күп һалым түләүсе һәм эш биреүсе булараҡ, район ҡулланыусылар йәмғиәте төбәктә ҙур ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, бы­йыл ғына 123 миллион һум һалым түләнгән, уртаса эш хаҡы ла 28 процентҡа артып, 17 800 һумға еткән.
Әҙерләүҙәр эшмәкәрлеге лә киң йәйелдерелгән: халыҡтан һәм фермерҙарҙан йөн, тире, дарыу үләне, икенсел сеймал, ит, һөт, йомортҡа йыйыу яҡшы ойошторолған.
Ҡырмыҫҡалы икмәгенең даны республика, бөтә Рәсәй кимәлендә юғары баһа ала килә. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары”, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурстарында лауреат. Әйткәндәй, бөтә төр продукция ла “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” билдәһе менән сауҙаға сыға.
Һатып алыусыларҙың күп һанлы рәхмәт хаттары — йәмғиәт коллекти­вының тырыш хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.


Автор: Г. СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 020

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 392

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 584