Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йүгәнһеҙ” саҡта талмай сап!
Киләсәк – йәштәр ҡулында, тип әйтергә яратһаҡ та, ҡайһы ваҡыт уларға ҡарата ышаныс бер аҙ юғалып та ҡуйғандай. Ә бына йәш йүнселдәрҙе табып, уларҙың уй-ниәттәре менән яҡындан танышып, ҡылған ғәмәлдәрен үҙ күҙҙәрең менән күргәс, “бар бит арабыҙҙа тәүәккәл, тырыш һәм дәртле егеттәр”, тип йәнә бер ҡат ҡыуанаһың. Тап шундайҙарҙың береһен район үҙәге Асҡарҙа осратырға насип булды. Утыҙ йәшенә аяҡ баҫҡан
Руслан Шәғәлин “Информтехника” йәмғиәтенә 2008 йылдан алып етәкселек итә. Ҡасандыр атаһының тырышлығы менән башланған эшҡыуарлыҡты бөгөн уның улдары Руслан һәм Рөстәм уңышлы алып бара.


Мәктәпте тамамлағас, Руслан Нәдип улы Магнитогорск дәүләт техник университетында белем ала һәм бер юлы атаһына бар яҡлап ярҙам итергә лә ваҡыт таба. Диплом алғанда, егет эшҡыуарлыҡ өлкәһендә байтаҡ тәжрибә туплап, булдыҡлы икәнлеген күрһәтеп тә өлгөрә. Сәнәғәт электроникаһы инженеры һөнәрен үҙләштергән белгескә йүнселлекте үҫтереүҙең заманса алымдарын ҡулланыу, төрлө йүнәлештәге эш төрҙәрен өйрәнеү ныҡлы булышлыҡ итә. Тәүге йылдарҙа “Информтехника” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге Асҡарҙа ғына түгел, бөтә районға яңылыҡ булған кәрәҙле элемтә селтәрен яйға һалыуға бәйле була. Егеттәр әле лә, “Билайн” һәм “МТС” операторҙарының рәсми дилерҙары булараҡ, был йүнәлештә эшен дауам итә.
Заман менән йәнәш атлаған йүнсел өлгәшелгәндәр менән сикләнеп, бер урында тапанып торғандарҙан түгел. Ул бер йүнәлештә генә эш асып, ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Үҙе өсөн бөтөнләй ят тойолған йөк ташыу өлкәһен дә яулап ҡарарға була Руслан Нәдип улы. Кредитҡа йөк машинаһы, махсус техника алына. Клиенттар шундуҡ табыла – предприятиелар, эшҡыуарҙар һәм ябай халыҡ. Ә махсус техника муниципалитеттар, предприятиелар ойошторған төрлө тендерҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеген бирә. 2012 йылда “Информтехника” йәмғиәте етәкселеге Сибайҙа, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында сүс-оптик линияһы һалыу буйынса тендерҙы отоп, 150 километр арала элемтә кабеле һалыуға өлгәшә.
Район үҙәгенең йылдам үҫешеүе, йәштәрҙең күпләп йорт һалыуы, төҙөлөштәрҙең көндән-көн артыуы Руслан Шәғәлинды йәнә бер кәсепте үҙләштереүгә этәрә. Был юлы эшҡыуар шлакоблок цехын сафҡа индерә. Бөгөн бында көнөнә 60 тоннаға яҡын блок етештерелә. Цех мастеры Илнур Кинйәбулатов әйтеүенсә, йорт һалыусыларҙың күбеһе хәҙер ағасҡа ҡарағанда шлакоблок ҡулланыуҙы өҫтөнөрәк күрә: өй осһоҙ хаҡҡа тиҙ арала төҙөп ултыртыла. Магнитогорск металлургия комбинаты һәм Гумбейский ҡырсынташ заводы менән килешеү нигеҙендә сеймалды үҙҙәренең йөк машинаһында ташыйҙар. Заказ биреүселәрҙең теләгенә ҡарап, шлакоблокты ҡыҙыл төҫтә лә сығаралар. Уларының хаҡы бер аҙ ҡыйбатыраҡ була. Ҡәҙимге шлакоблоктың бер данаһы 30 һум тора. Күрше Магнитогорск ҡалаһында улар ике тапҡырға ҡиммәтерәк. Шуға күрә һатып алыусылар тиҙ арала табылып тора. Халыҡ күрше Баймаҡ, Белорет райондарынан да килә. Күптән түгел асылған бетон етештереү заводының бар ҡеүәтендә эшләүе лә клиенттар өсөн бик уңайлы. Предприятие сәғәтенә 30 кубометр продукция әҙерләй, тулыһынса компьютерлаштырылған, белгестәр махсус программа ярҙамында эш итә. Бөтә төр маркалы бетон, иретмә етештерелә.
– Һуңғы осорҙа үҙебеҙҙең төҙөлөш материалдары менән заказ буйынса йорттар төҙөй башланыҡ, – ти Руслан Нәдип улы. – Бар эштәрен үҙебеҙ теүәлләйбеҙ. Майҙанына ҡарап, йорттар хаҡы яҡынса бер миллион һумдан башлана. Беҙ төҙөгән биналар район үҙәген йәмләп кенә ҡалмай, ныҡлы һәм йылы булыуы менән айырылып тора.
Йүнселдәр – донъя тотҡаһы, ти халыҡ. Төрлө байрамдарҙа, мәҙәни сараларҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә эшҡыуар. Йәшлек көсө, сәм менән янған булдыҡлы һәм тырыш йүнселгә ҙур ышаныс бағлай яҡташтары.

Кәримә УСМАНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503