Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ул бөгөн дә эш өҫтөндә.
Ул бөгөн дә эш өҫтөндә.“Ер яҙмышы – ир-ат ҡулында”, – ти халыҡ. Үҙ еренә 60 йылға яҡын ғүмерен биргән Ҡойо-Мәҡсүт ауылы егете Ирек Мәжитовҡа (документ буйынса Александр Сергеевичҡа) 70 йәш тулды.
Ил дәһшәтле һуғыштың Еңеү менән тамамланыуын байрам иткән осорҙа Ирек Мәскәү өлкәһендә донъяға килә. Әсәһе Миңлебикә Хөсәйен ҡыҙы һуғыш алдынан ғына Мәскәү өлкәһенә ФЗО-ға ебәрелә. Ул һуғышты Мәскәүҙә хәрби завод эшсеһе булып ҡаршы ала. Һуғыштың тәүге көндәрендә баш ҡалаға етеп килгән фашистарға ҡаршы көрәштә башҡа тиҫтерҙәре кеүек окоп ҡаҙыуҙа, өй башына төшкән фугас бомбаларын һүндереүҙә, хатта ҡайһы саҡ яраланған һалдаттарҙы ҡотҡарыуҙа ҡатнаша. Ошонда ул Иректең атаһы Сергей менән өйләнешә, ләкин уларға оҙаҡ йәшәргә насип булмай. Миңлебикә апайҙың әсәһе Ишбикә инәйҙең үлем хәбәре килә һәм Миңлебикә апай 1,5 йәшлек кенә улы Александрҙы алып Мәҡсүткә ҡайта, әммә ул ғаиләһенә кире әйләнеп ҡайта алмай.
Ул ваҡытта Мәҡсүттә МТС була, ошонда ФЗО-ла алған токарь һөнәре буйынса эшләй башлай. Һуғыштан һуң емерек илде аяҡҡа баҫтырыу осоро… Бөтә ил күргән ғазапты улар ҙа етерлек татый. Бәләкәй Ирек әсәһе эргәһендә эштә үҫә. Бала саҡтан тормош ауырлығын күреп үҫкән Ирек әсәһенә нисек тә ярҙам итергә тырыша. Шуға ла ул 10 йәштән йәйге каникул ваҡытында штурвалда йөрөй. Кесе йәшенән трактор, комбайн һәм уларҙы ремонтлаған ағайҙар араһында йөрөгән Ирек техниканы үҙ итә. 14 йәшендә инде ул трактор, комбайндарҙы иркен йөрөтә, тәжрибәле механизаторҙарҙың ярҙамсыһы була. Улар ҙа үҙҙәренең ысын ярҙамсыһына әйләнгән Иреккә эште ышанып тапшыралар. 17 йәшендә иһә Ирек колхозға эшкә алына. Сәсеүҙә ул – тракторға, ураҡ ваҡытында комбайнға ултыра. Тәжрибәле механизаторҙарға ал бирмәй. Киске эш һөҙөмтәһенә йомғаҡ яһағанда күп ваҡыт 1-се урында килә. Идара алдына уның хөрмәтенә ҡыҙыл байраҡ күтәрелә килә, райондың маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыла.
1966–1969 йылдарҙа Ирек Мәжитов әрмелә Мурманск өлкәһендә хеҙмәт итә. Унда ла техниканан айырылмай, хәрби машинала водитель була. Әленән-әле әсәһе Миңлебикә апайға Ирек хеҙмәт иткән частан Рәхмәт хаттарының күпләп килеүе быға асыҡ дәлил.
Әрменән ҡайтыу менән Ирек-Александр үҙ шөғөлөнә – ғүмерлек итеп һайлаған ер эшенә тотона. Ғүмеренең 45 йылын комбайнда эшләүгә бағышлай. Үҙенең эш дәүерендә “Колос”, “Нива” комбайндарын үҙ итә. Тракторҙарҙың һәр береһендә эшләй, ғөмүмән, техниканы төплө үҙләштерә. Һәр эшкә ул бик яуаплы, талапсан ҡарашта. Уның эскерһеҙ хеҙмәте республика кимәлендә лә билдәләнә. 1979 йылда ул Башҡортостан Юғары Советының маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. Ул ваҡыттағы Юғары Совет рәйесе Фәйзулла Солтанов Мәжитовтың хеҙмәтенә һоҡланыуын белдереп, ҡулын ҡыҫа. Ә Ирек дан-шөһрәт өсөн эшләмәй, үҙ еренең, туған колхозының данын күтәреү өсөн тырыша.
Бөтәһе лә Иректең кешеләрсә: уҡыу, эшкә тотоноу, әрме хеҙмәте, ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү. Ваҡытында күрше Ерекле ауылы ҡыҙы Долорисаға өйләнә. Әсәһе Миңлебикә апай йәш кенә киленен ихлас ҡаршы ала, үҙенең ҡыҙы кеүек тормош серҙәренә өйрәтә. Килене лә бик ыңғай, бейеме өйрәткәнде үҙләштереп, йәшәү баҫҡыстарынан бергә үрләй, ике бикәсенә еңгә генә түгел, яҡын серҙәш, әхирәт булып бөгөн дә татыу ғүмер итә. Долориса – элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡы, ирҙе ир итә белеүсе аҡыллы ҡатын.
Ирек – ысын ғаилә башлығы, тоғро ир, өлгөлө, ышаныслы атай, ҡартатай. Ә инде ейәнсәре Альбина уның 70 йәшенә бүләсәр бүләк итеп, ифрат ҡыуандырҙы. Иректең өҫкә йығылып торған байлығы юҡ, уның күңел байлығы бөтә кешегә етә. Һәр ваҡыт өй тулы дуҫ-иштәре килә, туғандары ҡайта, балалары, бүлә-бүләсәрҙәре уның эргәһендә йыуаныс таба. Тик әсәһе – һуғыш ветераны Миңлебикә Хөсәйен ҡыҙы Мәжитова ғына был шатлыҡты күрә алмай 62 йәшендә генә донъя ҡуйҙы.
“Алма ағасынан алыҫ төшмәй” тигәндәй, Ирек (Александр Сергеевич) Мәжитов та әсәһе кеүек эшһөйәр, илһөйәр, сит яҡтарҙы үҙ итмәй, ҡыйын саҡтарҙа ла үҙ йәнтөйәгенә берегеп, үҙ еренең хужаһы булып йәшәүен дауам итә: уның кеүек аҫыл ирҙәр үҙ илен хеҙмәте менән данлап йәшәй, халҡына тоғро ҡала, Тыуған еренә хеҙмәт итеүҙән ләззәт таба, ҡәнәғәтлек ала.
Ирек күп һөйләмәй, әммә уның күңелендә һәр ваҡыт ғәзиз еренә ҡарата ҡайнар хис­тәр ята. Ул күптән инде хаҡлы ялда, лә­кин эштән туҡтағаны юҡ. Совхоз тара­тылғас, Мәҡсүт ауылында беренселәрҙән булып үҙ хужалығын башлап ебәргән эшҡыуар Юлай Вафин менән хеҙмәттәшлек итә, сәсеү, урып-йыйыу эшендә алмаш­тырғыһыҙ ярҙамсы ул. Ул ғына ла түгел, күрше ауылдарҙан (Ерекле, Назар, Арзат һ.б.) төрлө зап­частарҙан ҡоршап йыйған тракторын, комбайнын ремонтлап биреүен һорап килеү­селәр ҙә етерлек. Үҙ сиратында, Ирек иҫке генә машинаһын рәтләп, күрше ауылдарға йүнәлә, сөнки ул кеше һүҙен кире ҡаға алмай, ярҙам итергә ашыға.
Ирек Мәжитовтың йәшәү мәғәнәһе – хеҙмәттә, кешеләргә ярҙам итеүҙә.


Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА. Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 2

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Республика заправкаларында хаҡ артҡан 14.04.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 2

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан 13.04.2026 // Иҡтисад

Республика сит илгә 8 мең тоннаға яҡын он һатҡан...

Тотош уҡырға 1

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды 13.04.2026 // Иҡтисад

Республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн балалар пособиеһы күләме яңыртылды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды 13.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 4

Ваҡ аҡса тапшырығыҙ: Рәсәйҙә «Тәңкә аҙналығы» башланды

Ваҡ аҡса тапшырығыҙ: Рәсәйҙә «Тәңкә аҙналығы» башланды 06.04.2026 // Иҡтисад

Йыйылған ваҡ аҡсаны 18 апрелгә тиклем алмаштырырға мөмкин....

Тотош уҡырға 4

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы 03.04.2026 // Иҡтисад

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы...

Тотош уҡырға 5

Апрелдә Социаль фонд Еңеү көнө уңайынан аҡса күсерә башлай

Апрелдә Социаль фонд Еңеү көнө уңайынан аҡса күсерә башлай 31.03.2026 // Иҡтисад

Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларына һәм инвалидтарына аҡса 3 апрелдән пенсия һәм башҡа айлыҡ ......

Тотош уҡырға 4

Республика властары малдарҙы нисек ҡотҡарасағы тураһында һөйләне

Республика властары малдарҙы нисек ҡотҡарасағы тураһында һөйләне 26.03.2026 // Иҡтисад

Илдең 18 төбәгендә, шул иҫәптән республика менән күрше өлкәләрҙә малдарҙың ҡотороу ауырыуы һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан райондарында участкаларҙы БПЛА ярҙамында тикшереү башлана

Башҡортостан райондарында участкаларҙы БПЛА ярҙамында тикшереү башлана 24.03.2026 // Иҡтисад

Ағымдағы йылда биш районда 31 ҡасабаны тикшереп сығыу планлаштырыла....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән

Башҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән 24.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән 19.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән...

Тотош уҡырға 9


Комментарий өҫтәргә