Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әрменән һуң – ер эшенә
Әрменән һуң – ер эшенәБыл яҡтарҙа эре етештереү предприятиелары менән бер рәттән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һанының бермә-бер артыуы төбәк агросәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Шуныһы ҡыуаныслы, уларҙың күптәре һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барып, йылдың-йылы уңыш-ҡаҙаныштар яулауға өлгәшә. Әлбиттә, дәүләттән, республика һәм район етәкселеге тарафынан һәр яҡлап ярҙам булғас, фермерҙар ҙур ихласлыҡ менән малсылыҡ, үҫемлекселек кеүек тармаҡтарҙы үҙ итә. Ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ өлкәһе лә ситтә ҡалмай, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереүгә тотонғандар ҙа юҡ түгел.
Иҙрис ауылында ла крәҫтиән (фермер) хужалығы асып, дәррәү эшмәкәрлек алып барған фермер­ҙар байтаҡ. Ана шундайҙарҙың береһе – Фидаил Сафин.
2012 йылда Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Фидаил күп тиҫ­терҙәре кеүек ҡалаға ынтылмай. Һал­дат шинелен һалғас та, өс көндән һуң, ата-әсәһе менән кәңәшләшеп, үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Ауылда үҫкән егет малсылыҡ тармағын һайлап, туған­дарының кәңәш-фатихаһында, ҡара-сыбар тоҡомло бер нисә баш һыйыр малы һатып ала.
Фидаил Рафаил улы башкөллө эшкә сума. Ихатаһында мал тотоу өсөн иркен ҡура төҙөй, быҙауҙарға айырым бина булдыра. Йәй иһә ҡышҡылыҡҡа малдарҙы ашатыу өсөн күп итеп бесән әҙерләй, ашлыҡ хәстәрләй. Әммә бер аҙҙан иптәш егете Фидаилды үҙе менән Себер тарафтарына эшкә барырға саҡырғас, “ярай, барып ҡарайым әле, оҡшамаһа кире ҡайтырмын”, тип башлаған эшен атаһына тапшырып, алыҫ юлға юллана. Тик ҙур аҡса егетте Себерҙә оҙаҡ тотмай, бер нисә айҙан һуң кире тыуған ауылына ҡайтып төшә.
Әрменән һуң – ер эшенә– Себерҙән ҡайтҡас, фермерлыҡ эшмәкәрлегенә ныҡлап тотонорға ҡарар иттем. Ниңәлер сит тарафтар мине үҙенә ылыҡтырманы, күрәһең, тыуған яҡтарға һөйөү көслө булғандыр, – ти йәш фермер. – Эшһеҙлектән интеккән егеттәргә ер менән булышырға тәҡдим итер инем, беҙ бит ауыл балалары.
Бөгөн фермер хужалығы аяғында ныҡлы баҫып тора тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Беренсенән, ул хәҙер үҙаллы хужалыҡ субъекты булараҡ эш итә. Икенсенән, сәсеүлек майҙандары 200 гектарға еткән. Өсөнсөнән, үҫемлекселектә һәм малсы­лыҡта махсуслашҡан хужалыҡта, шөкөр, тейешле ер эшкәртеү техникаһы, ауыл хужалығы ҡорамалдары булды­рылған. Әлегә тиклем ерҙе иҫкергән тракторҙар ярҙамында эшкәртһәләр, хәҙер яңы техника һатып алғандар. 2015 йылда район хакимиәте яҡлауы менән 300 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшкәндәр. Был ярҙам нәҡ хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонолған. Шул рәүешле эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеге бермә-бер артһа, алмаш частарға сығымдар иһә һиҙелерлек кәмегән.
Әле хужалыҡта 60-тан ашыу һыйыр малы тотола, ҡыш таналар күпләп быҙаулаған. Етәкселек һөттөң артыуын билдәләй, көн һайын 300 литр һауып алалар. Әҙер продукцияны Ҡыйғы районынан Ғарипов шәхси предприятиеһы һатып ала. “Ике яҡ өсөн дә уңайлы килешеү төҙөлгән, шуға ла түләүҙәр ваҡытында башҡарыла. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа ҡулланыусыларҙы сифатлы һөт ризыҡтары менән ҡыуан­дырабыҙ”, – ти йәш фермер.
Киләсәктә ул күп йыллыҡ үләндәр майҙанын арттырып, был йүнәлештә лә кәсеп итмәксе. Бынан тыш, уңған егет малсылыҡ тармағында ла эшмәкәрлекте киңерәк йәйелдерергә хыяллана.
– Һәр башланғыста дәүләттең, айырыуса республика һәм район етәксе­легенең даими хәстәрлеген, ярҙамын тоябыҙ. Бөгөн фермерҙарға районда кинәнеп эшләү, етештереү ҡеүәттәрен арттырыу өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ялҡауланма, тырыш, эшлә генә, – ти Фидаил Сафин.
Уның хужалығында көс һалған егет­тәрҙең береһе лә ялҡаулана торғандарҙан түгел. Һәр кемеһе баҫҡан урынында ут уйната торғандарҙан.
Ҡатыны Лидия менән Амилия исемле матур ҡыҙ үҫтерәләр. Бөгөн ата-әсәһе һәм туғандары ярҙамында ауыл осонда иркен йорт һалалар. Әйткәндәй, йәш ғаилә өй төҙөй башлағас та, уларҙың ҡыуанысын уртаҡлашып тигәндәй, район хакимиәте “Ауыл ерендә йәш ғаиләләргә ярҙам” маҡсатлы программаһына инеүҙәре менән һөйөнсөләй. Бер миллион һумға яҡын аҡса фәҡәт төҙөлөшкә генә тотонолған. “Көҙ, Алла бойорһа, өй туйлаясаҡбыҙ”, – тип ҡыуанысын йәшермәне йәштәр.
Ошо уҡ ауылдан Вадим Вәлиуллин да хәрби хеҙмәттән һуң тәүҙә мәктәпкә физкультура уҡытыу­сыһы булып эшкә урынлаша. Ауыл балаларын ете йыл буйына төрлө ярыштарға, бәйге-конкурстарға әҙер­ләп, һау-сәләмәт тормош алып ба­рыр­ға ярҙам итә. Уҡытыусы булып эшләү дәүерендә шәхси хужалығын ойоштора, яйлап ауыл хужа­лығы техникаһы һатып алыуға өлгәшә. Бер нисә һыйыр малына, ҡош-ҡортҡа, төрлө ауыл хужалығы ҡорол­маларына эйә була. Аҙаҡ мәктәптәге эшен ҡалды­рып, 2012 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы аса. Бәхетенә күрә, “Эш башлаусы фермер” республика маҡ­сат­лы про­грамма­һына инеп, бер миллион һум­дан ашыу аҡсалата ярҙамға эйә була. Вадим Ҡәҙер улы тоҡомло мал үҫтереүгә тотона, уларҙың һанын арттырып, күпме­лер аҡсаһын техника яңыр­тыуға тотона.
– Нисек инде ауылда йәшәп, мал тотмаҫҡа? Итте һатып алыуы ғәрлек бит, үҙең үҫтереүгә ни етә! Хәҙер мал аҫрағандарға бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Республика-район етәкселеге фермер­ҙарға, эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, – ти Вадим Ҡәҙер улы. – Мал үҫтереп һатып, финанс хәлеңде лә яҡшыртырға мөмкин. Аҡса юҡ, йүнле эш табып булмай, тип илай торған заманалар үтте инде, үҙеңә тырышырға кәрәк.
Әле фермерҙың ҡураһында 110 баш герефорд тоҡомло һыйыр малы аҫрала. Вадим Вәлиуллин уларҙы, нигеҙҙә, ит өсөн тота. Тоҡомло таналарҙы Мәләүез районынан алғандар. Бынан тыш йылҡы малы аҫрай.
Фермерҙың үҙенең даими һатып алыу­сылары ла бар. Туғандары, ҡалала йәшәгән дуҫ-иштәре сифатлы иткә өҫтөн­лөк бирә. Етмәһә, хаҡы ла юғары түгел. Заказ буйынса Силәбе өлкәһенә лә малдарҙы иткә оҙата. Әле уның ихата­һында һимертелгән көр мал байтаҡ ҡына.
– Малды күңел биреп тәрбиәләргә кәрәк, тик шул саҡта ғына ите тәмле һәм сифатлы була. Әлбиттә, уларға бирелгән аҙыҡтың ниндәй булыуы ла әһәмиәткә эйә. Ҡайһы берәүҙәр бесән-һаламын һала ла өйөнә инеп китә. Асыҡһа, ашар әле, тип уйлап. Ә тәмһеҙ бесән эләкһә, ул уны күпме ятһа ла ашамаясаҡ, – ти фермер. – Шуға ла аҙығын төрләндерергә кәрәк, фуражын да йәлләмәҫкә.
Әйткәндәй, яҡын арала Вадим яһалма ҡасырыу ысулын да индерергә уйлай, “малдың сифаты буласаҡ” ти ул.
Уның бөгөн 150 гектар ере бар, мал ишле булғас, йәй-көҙ айҙарында уларға етерлек күләмдә бесәнен, ашлығын хәстәрләй. Туғандары ла был осорҙа ярҙа­мынан өҙмәй икән, байтаҡ эште бергә­ләшеп башҡаралар. Техника паркы ярай­һы яңы һәм төҙөк, уны яңыртыуға фермер аҡсаһын йәлләмәй. Былтыр, мәҫәлән, бесән-һалам преслау ҡоролмаһы һатып ал­ған. “Эш күпкә еңеләйҙе хәҙер”, – ти Вадим. Бынан тыш, элекке “Ҡыйғы” совхо­зының машина-трактор оҫтаханаһын һа­тып алып, ремонт үткәргән. Бында заманса келәттәр, амбарҙар буласаҡ, техни­каһы ла ошонда урынлашасаҡ.
Бөгөн ул ике ауылдашын эш менән тәьмин иткән. Хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләгәс, уға эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр әле лә юҡ түгел икән. Шуға ла фермер киләсәген уйлап, ер майҙанын арттырып, тоҡомло мал һанын 200 башҡа еткерергә иҫәп тота.
Вадим Вәлиуллиндың бер туған ҡустыһы Фәнил дә Себер тарафтарында эшләп ҡайтҡандан һуң, тыуған ауылында фермер хужалығы ойоштороу ниәте менән йәшәй. Әле документтарын әҙерләү өҫтөндә йәш егет.
– Бөгөн ауылдарҙа хөрриәт бит, бесәнлек-көтөүлектәр тулып ята, элекке кеүек эҙләп йөрөйһө түгел. Ялҡаулан­маҫҡа, кемдәндер ярҙам көтмәҫкә кәрәк. Минеңсә, ауылда ла матур итеп йәшәргә, эшләргә була, – ти Вадим Вәлиуллин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 204

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 394

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 217

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 198

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 505

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 696

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 740

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 485

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 518